Йәмғиәт
2 Апрель 2023, 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәсетендә Рамаҙан айының унынсы көнөндә ифтар мәжлесе үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр, тип әйтелә.

Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға , уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән. Бәйғәмбәрҙе тыңлап тороусы сәхәбәләр: “Ауыҙ астырырға хәлебеҙҙән килмәй бит” – тигәндәр. Мөхәмәд ғәләйһиссәләм уларға һөт ризыҡтары менән дә ауыҙ астырырға мөмкин тип аңлатҡан. Шулай уҡ әйткән: “Берәү ураҙа тотоусыны ауыҙ астырһа, һуғышҡа китеүсене ҡораландырһа, шуға шәһиттең дәрәжәһе бирелә” – тигән. Әгәр ифтарға саҡырһалар — барыр кәрәк.

Мосолмандар өсөн иң мөһим ай был. Ҡылған доғаларыбыҙ, тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын. Һәр ғаиләгә именлек, бәхет, етеш һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡот, ырыҫ, рух ныҡлығы, иман, зиһен байлығы насип итһен, Амин.

Арҫланғалина Фәйрүзә һәм Яппарова Айгөлгә ҙур рәхмәт. Сауаптары насип булһын.

 

Фото: https://vk.com/public214712129

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас