Йәмғиәт
27 Март 2023, 07:00

Ифтар – сауаплы мәжлес

Изге Рамазан айында Ишембай ҡалаһы һәм районы мәсеттәрендә ифтар мәжлестәре әүҙем үтә.

Ифтар – сауаплы мәжлесИфтар – сауаплы мәжлес
Ифтар – сауаплы мәжлес

Был ғәмәлде ҡылыу хәйерле. Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһис-сәләм, бер хәҙис-шәрифендә: «Кем дә кем ураҙа тотоусыларға ифтар мәжлесе үткәрә, ул ризыҡландырған һәр кешенең ураҙа сауабы ауыҙ астырған кешегә лә яҙыла» - тиелгән.

Иҫке Ишембай мәсетендә – Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының 2-се һанлы мәхәлләһендә ифтар мәжлесе йөҙҙән ашыу кешегә ойошторола. Бында халыҡ Ишембай, Салауат ҡалаларынан, Кузьминовка, Перегонный, Нефтяник биҫтәләренән, Кантюковка ауылынан һәм башҡа ерҙәрҙән килә.

Тәүге ике көндә ифтар табынын бер туғандар Зөбәржәт, Фатима, Фәрзәнә, Нияз, Рәшиҙә Сафуан ҡыҙы, Рәйлә Сафуан ҡыҙы һәм Рәшиҙә Фәрхетдин ҡыҙы әҙерләне. Апайҙар әҙерләгән табын мул ризыҡтарҙан, милли аш-һыуҙан һығылып торҙо.

Йыйылған халыҡ тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, ил тыныслығы, именлеге өсөн доға ҡылды, ойоштороусыларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

Мәсеттең имам-хатибы Нәзир Ғәлиев ураҙа тотоуҙың, ифтар мәжлестәрен ойоштороуҙоң файҙаһы тураһында һөйләп үтте.

Ауылдаштар һәм ҡунаҡтар мәсеттә Тәрәүих намаҙын уҡып, Нәзир хәҙрәттең вәғәздәрен тыңлап, йорттарына таралышты.

 

Автор фотолары һәм видеоһы

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас