Йәмғиәт
26 Март 2023, 07:00

Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Муниципаль районда ойошторолған халыҡ йыйылыштарында күп проблемалар хәл ителә. Ошо көндәрҙә Һайран ауыл Советында үткән сарала Яңы Әптек, Һайран, Биксән, Бәләкәй Мәҡсүт, Хажы һәм Арлар ауылдары халҡы ҡатнашты.

Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡБер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ
Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ

Көн тәртибенә ярашлы, халыҡ йыйылышында граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр, малдарҙың йоғошло сирҙәрен иҫкәртеү, көтөүлектәрҙе тәртиптә тотоу, ҡайһы бер урамдарҙа һыу тәьминәтен булдырыу, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

- Былтыр халыҡтың проблемаларын хәл итеү маҡсатында ауыл Советында 16 йыйылыш ойошторолдо. Шулай уҡ 21 яҙма мөрәжәғәт ҡаралды, шәхсән 108 кеше ҡабул ителде, - тип һүҙ башланы Һайран ауыл Советы хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев. – Биләмәлә 52 күп балалы ғаилә теркәлгән, уларҙың өсәүһе социаль яҡтан имен булмаған ғаилә булараҡ иҫәптә тора. Демографияға килгәндә, уҙған йылда 16 бала тыуҙы. Ауыл Советында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, спортсыларҙың эшмәкәрлеге көслө, улар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Һайран ауыл Советы тораҡ пункттарында үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәре бар – былтыр Биксән, Яңы Әптек һәм Бәләкәй Мәҡсүт ауылдарында тишек торбалар ремонтланған. Ағымдағы йылда «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы сиктәрендә Яңы Әптек ауылының Ялан, Төньяҡ һәм Йәшел урамдарында һыу үткәргестәрен яңыртыу планлаштырылған.

Ауыл Советы биләмәһендә «Тораҡ пункттарҙы догазификациялау» федераль программаһы менән 10 ғаилә файҙаланған. Алты тораҡ пункттың береһе булған Хажы ауылында газ үтмәгән. Төҙөкләндереү эштәре лә әүҙем бара, экологик айлыҡтар, өмәләр даими ойошторола. Уҙған йылда айырым сүп-сарға 26 контейнер ҡуйылған. Яңы Әптек ауылында электр селтәре монтажланған, башҡа ауылдарҙа яҡтыртҡыстар алмаштырылған. Ауыл Советы биләмәһенә ҡараған өс мәктәп алдында юл тамғалары һәм кәртәләр ҡуйылған. Бәләкәй Мәҡсүт ауылында «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһы сиктәрендә зыярат кәртәләнгән. Арлар ауылында автобус туҡталышы төҙөкләндерелгән, әлеге көндә бында халыҡ көсө менән мәсет төҙөлә.

Быларҙан тыш, 2023 йылғы планға юлдарға асфальт, ҡом һәм ҡырсынташ түшәү, тимер контейнерҙарҙы алмаштырыу, юл тамғаларын ҡуйыу, һәйкәлдәрҙе ремонтлау, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләр индерелгән. Халыҡ йыйылышында әптектәр ике мөһим һорау менән мөрәжәғәт итте.

- Ауыл ҙур, бында ҡасан аптека асыласаҡ? Сөнки сирлеләргә дарыу артынан ҡалаға йөрөү уңайһыҙ, - тине ауылдаштар.

Был һорауға үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Ринат Ғәйнетдинов аңлатыуынса, әҙер документтар Мәскәүгә ебәрелгән. Яуап килеү менән яңы аптека асыласаҡ, хәл яйға һалынғансы өс-дүрт ай көтөргә кәрәк.

Йыйылыштарҙы ситтән күҙәткәндә, шундай һығымта яһалды – спиртлы эсемлектәрҙе һатыусыларҙың ҡылығы халыҡтың үҙәгенә үткән. Бөгөнгө көндә, мәҫәлән, Яңы Әптек ауылы халҡын ошо проблема ныҡ борсой. Иҫерткес исемлектәрҙе һатыусылар һөйләшеп аңлашыуға бармай, ә ундайҙар ауылда бер нисәү. «Контроль һатып алыу»ға ризалашҡан кеше юҡ. Ысынында, был проблеманы бөгөндән үк хәл итергә кәрәк, беҙҙең үҫмер балаларыбыҙ боҙола, тип белдерҙе мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Ни тиһәң дә, етәкселек менән күҙгә-күҙ осрашып, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Ә Һайран ауыл Советы халҡы был йәһәттән ныҡыш, етди. Артабан да ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, ҡаҙаныштарға өлгәшеп, ауыл хәлен яҡшыртыу теләге менән янып йәшәһен улар.

 


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас