

“Эш үҙе бәхет бит ул, эшләргә кәрәк”
Райондаштар менән күрешеп, аралашыу ниәтендә ошо дүшәмбе Ҡарайған ауылына юл тоттоҡ. Оло йәштәгеләргә хөрмәт йөҙөнән тәүҙә ауылдың иң өлкән йәштәге ағинәйе Мәрйәм Минеәхмәт ҡыҙы Йосопова йортона туҡталдыҡ. Беҙҙе яулығын матур итеп ябынған, алсаҡ йөҙлө 90 йәшлек инәй ҡаршы алды. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Мәрйәм инәй хәтер йомғағын һүтте.
- Һуғыш башланғанда миңә 10 ғына йәш ине. Дүрт класты бөтөп, колхозда эшләй башланым. Ғаиләбеҙҙән дүрт ирҙе һуғышҡа алып киттеләр. Уларҙың береһе лә кире әйләнеп ҡайтманы. Колхозда инәй-бабайҙар, балалар ғына ҡалды. Тирә-яҡтағы колхоз аттарын да фронтҡа оҙаттыҡ. Өләсәйем менән олатайымдың өйөндә күмәкләшеп үҫтек. Бәрәңге өҫтөнә ҡабаҡ һалып бешерәбеҙ ҙә, ашъяулыҡҡа түшәп ашайбыҙ, - тип һөйләне ул.
Мәрйәм инәй туғандары менән бик иртә йәтим ҡала. Тәүҙә атайҙары, аҙаҡ әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күсә. Өләсәй менән олатай тәрбиәһенә ҡалған балалар тиҙҙән уларҙан дә мәхрүм була.
- Атайым үлгәндә Өлфәт ҡустыма - 4 ай, миңә – биш йәш самаһы ине. Әсәйем ураҡ урырға йөрөнө. Бер көндө бейек үҫкән иген араһында уның ике күҙенә лә сүп керә. Әсәйемде Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙаталар, тик уның ике күҙен дә ҡотҡара алмайҙар. Миңә әсәйемде лә, астма менән ауырыған апайымды ла ҡарарға тура килә. Бер һыйыр, ике кәзә, ун тауыҡ аҫыраныҡ. Һыйырҙы үҙем һауҙым, - ти ағинәй. - Беҙ – һуғыш осоро балалары икмәк күрмәнек, алабута, кесерткән ашап үҫтек. Бәрәңге сәстек, малды бөтөрмәнек. Өлкәндәр менән бергә утынға ла йөрөнөк, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып көлтә лә ташыныҡ.
Мәрйәм инәй хәтерләүенсә, һуғыштан һуң халыҡ яңы тыуған кеүек йәшәй башлай. Көндөҙ фермала эшләгән йәштәр кисен сабата кейеп клубҡа күңел асырға сыға.
- Бер йылды ауылға машина килеп, һыуға батҡан. Беҙ, техника күрмәгән ҡыҙҙар, эшкә китеп барған ерҙән шул машинаны күрәбеҙ тип эргәһенә йүгерҙек. Мин хатта йығылып аяғымдың быуынын сығарҙым, - тип йылмайып иҫкә ала Мәрйәм инәй.
Әхмәр ауылында йәшәгән Мәрйәмде Ҡарайғандан Харис исемле егеткә димләйҙәр. 1955 йылдың 9 майында йәштәр өйләнешеп, ғаилә ҡора. Харис Исмәғил улы ғүмере буйы урмансылыҡта эшләй. Икешәр-өсәр ай буйы Әүжәндә йәшәп ағас йыға.
Йосоповтар бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Таһир – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ҡыҙҙары Зөлфиә оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡта “Сода” заводында эшләгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнә, йорт һала.
- Үҙем туғандар менән төрлө яҡҡа таралышып, ғүмер буйына күрешә алмай йәшәгәнгә, балаларымды алыҫҡа ебәрмәнем. Йыраҡҡа сығып китһәгеҙ, Саҡ менән Суҡ кеүек булырһығыҙ тип өндәнем. Аллаға шөкөр, ҡыҙым да, улым да Ҡарайғанда үҙ йорттарында матур итеп донъя көтә. Өлкән ейәнсәрем дә минең эргәмдә генә ике ҡатлы йорт төҙөй. Өфөлә йәшәгән ейәнсәремә лә ярты баҡсамды бүлеп бирҙем.
“Эш – үҙе бәхет, эшләргә кәрәк, өҫтәлгә бер нәмә лә үҙе осоп килеп ултырмай”, тип йыш ҡабатлай Мәрйәм инәй. Оло йәштә булһа ла үҙе лә баҡсала сүп утай, бәйләм
бәйләй, Ҡөрьән уҡый, доғалар ҡыла.
- Хәҙер донъя – йәннәт. Ҡәҙерен белегеҙ. Хоҙай Тәғәлә йәш быуынға һуғыш күрһәтмәһен. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн. Ошо рәхәтлеккә ҡыуанып барына - шөкөр, юғына фекер итеп донъя көтөгөҙ, артыҡ байлыҡ йыймағыҙ, - тигән нәсихәттәрен еткерә ағинәй.
Ауыл старостаһы – ауыл тотҡаһы
Һәр ауылдың үҙ проблемалары һәм мәшәҡәттәре була. Элек улар менән колхоз рәйесе, бригадир йә башҡалар шөғөлләнһә, хәҙер яуаплылыҡтың ҙур ғына өлөшө ауыл старостаһына тура килә. Дәртле, тырыш Фирүзә Ишмөхәмәтова 10 йыллап Ҡарайған ауылы старостаһы вазифаһын башҡара. Ул биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, бөгөн Ҡарайған ауылында 70-ләп йорт бар, уларҙа яҡынса 350 кеше теркәлгән. Ауылдаштар башлыса малтыуар аҫырай, баҡса үҫтерә.
- Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ үҫә, матурлана тип ҡыуанабыҙ. Ауылдаштарыбыҙ яңы йорттар һалып инә, нигеҙ күтәрә башларға уйлаусылар ҙа байтаҡ. Автобус та йөрөп тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҡыныраҡ булғанға, ауыл халҡы башлыса шунда йөрөп эшләй. Ауылыбыҙҙа ла эш юҡ түгел. Беҙҙә “Тимерйән Искәндәров” крәҫтиән-фермер хужалығы бар. Тырыш егетебеҙ Заһир Өмөтбаев та ауылдаштарҙы эшкә йәлеп итә. Ауыл килене Лиана Кинйәғолова магазин асып, халыҡты кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән тәьмин итә, - тип уртаҡлашты Фирүзә Кинйәғол ҡыҙы. - Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Минеғәле улы Ҡотошев та үҙебеҙҙең ауыл егете. Беҙ унан да уңдыҡ. Һәр мөрәжәғәткә иғтибар итеп, ярҙам күрһәтеп тора.
Ҡарайған ауылы халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында әүҙем ҡатнашып, ауыл урамдарына ут яҡтыртҡыстары ҡуйҙырған, Беларус тракторы һатып алған. Хәҙер был техникаға ҡар эттергес, бесән сапҡыс алырға кәрәк. Мәсеткә һыу үткәрелгән. Ғөмүмән, ауылда дингә тартылыусылар байтаҡ. Һәр йома аҙан яңғырай, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына халыҡ күпләп йыйыла. Староста һүҙҙәренсә, ауыл халҡы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ойошторолған бөтә өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Урам, йылға буйҙарын тәртипкә килтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерә, күптәр үҙ техникаһы менән сыға.
Ауылда 2005 йылда ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә. Уны асыу тантанаһында Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов та ҡатнаша. Был ваҡиғаны ауылдаштар әле лә яҡты иҫтәлек итеп телгә ала. Социальмәҙәни үҙәктә мәҙәниәт йорто, башланғыс кластар мәктәбе, мәктәпкәсә төркөм, фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Тупланған, дуҫ коллектив ауыл үҫеше өсөн тырышып эшләй.
Татыу ғаилә – ил күрке
Ҡарайған ауылы матур урында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Яҡында ғына Торатау күренә. Бында башҡорт, татар, рус, сыуаш халҡы үҙ-ара дуҫ, татыу донъя көтә. Миләүшә менән Василий Гавриловтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал булып тора. Уларҙы ауылда уңған, етеш йәшәү өсөн тырышып торған ғаилә тип беләләр. Башҡорт ҡыҙы менән сыуаш егетенең ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә быйыл 30 йыл. Дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер бер ейәнгә бәхетле олатай менән өләсәй улар.
- Атай-әсәйем, туғандар беҙҙең дуҫлашып йөрөүгә ҡаршы төшмәне. Ҡәйнәмдәр ҙә мине йылы ҡабул итте. Ғаиләбеҙҙә саф башҡортса һөйләшәбеҙ. Ике милләт байрамдарын да берҙәй яҡын күрәбеҙ. Әле бына изге Рамаҙан айына һәм Пасхаға әҙерләнәбеҙ, - тип уртаҡлашты Миләүшә Абдулхай ҡыҙы. - Балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән үҙ өлгөбөҙҙә, эшкә өйрәтеп үҫтерҙек. 2001 йылда иптәшем менән йорт һалып сыҡтыҡ. Донъябыҙ арттан эйәреп тик йөрөй, тибеҙ ҙә ҡайҙалыр ял итергә барыуҙы үҙ итмәйбеҙ. Ағиҙел ярына сығып, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Атайҙарынан күреп улдарыбыҙ ҙа балыҡ ҡармаҡларға ярата.
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, Гавриловтар аҙбар тултырып мал-тыуар, утыҙлап ҡаҙ, етмешләп тауыҡ аҫырай, 50 сутыйҙан ашыу баҡсала бәрәңге, сөгөлдөр, йәшелсә-емеш үҫтерә, егермеләп умарта тота. Уңған хужалар һөт-ҡатығын, йәшелсә-емешен, балын, итен һатыуға ла сығара. Йорттарына килеп алыусылар ҙа бар. Хәйер, уңғандар йәшәгән ергә Хоҙай бәрәкәтен бирергә генә тора. Бары тик маҡсатың булһын, аяғың тыпылдаһын, ҡулың берҙе биш итергә әҙер булһын.
Балаларҙың күңелен күреп
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл Вәлиева мөғәллимә булырға бала саҡтан хыяллана. Ошо изге хыялы уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Ҡулына диплом алған йәш белгес Ҡарайған мәктәбендә эш башлай. Юғары категориялы педагогтың балалар менән эшләүенә 31 йыл үтеп тә киткән. Аҙ комплектлы Ҡарайған мәктәбенә төрлө әҙерлек кимәлендәге уҡыусылар килә. Кемдер балалар баҡсаһына бөтөнләй йөрөмәгән, йәки сит илдән күсенеп ҡайтҡан икенсе милләт балалары... Тик уҡытыусыларҙың бурысы бер: уларҙың барыһы ла мәктәпте яҡшы әҙерлек менән тамамларға тейеш. Гүзәл Ришат ҡыҙының уҡыусылары республика кимәлендә үткән
кәңәшмәләрҙә, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Остаз үҙе лә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап дипломдар һәр грамоталар менән бүләкләнгән.
Уҡытыусы - үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм әле уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, ысынлап та, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ кәрәк. Шул саҡта ғына маҡсатыңа өлгәшәсәкһең. Шәм һәр саҡ яҡтылыҡ биреп торһон өсөн, мотлаҡ талаптарҙың бер нисәһе - үҙ өҫтөңдә эшләү, өҙлөкһөҙ белемеңде күтәреү, тормоштан бер аҙымға алда атлау, төрлө йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу. Гүзәл Ришат ҡыҙынан ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ, тип һорайым.
- Олатайым Ғибәҙулла Хәйрулла улы Әғлиуллин һуғыштан ҡайтып хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡарайған мәктәбендә уҡытҡан. Тәүге уҡытыусым мине белем донъяһының ишектәрен генә асып ҡалманы, педагог һөнәренә ҡарата һөйөү ҙә тәрбиәләне. Артабан өлкән кластарҙа уҡытҡан уҡытыусылар ҙа бик көслө белем бирҙе. Мәктәпте тамамлаған уҡыусылар менән дә үҙ-ара аралашып торабыҙ. Уларҙың араһында педагог һөнәрен һайлағандар ҙа байтаҡ, - тине ул.
Гүзәл Вәлиеваға саф күңелле, күпте белергә ынтылып, ҡыҙыҡһынып торған бәләкәстәр менән эшләү оҡшай. Уларға дәрес аңлатыу – үҙе бер бәхет, ти ул. Ә уҡытыусы
һәр баланың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә, һәләтен үҫтерә белергә тейеш. Гүзәл Ришат ҡыҙы әйтеүенсә, шәхсән-ориентирлау принцибына ҡоролған уҡытыу уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш формалаштырыуға булышлыҡ итә. Педагогҡа яңынан-яңы методик алымдар, заманса технологиялар менән эш итә белеү мөһим.
Ысынлап та, балалар юғары категориялы уҡытыусының күҙенә ҡарап ҡына торалар. Шуға ла дәрес һә тигәнсе үтә лә китә. Ауыл биләмәһендә асфальт-бетон заводы эшләп килә. Гүзәл Ришат ҡыҙы предприятие етәксеһенә балаларға уҡыу процесында проектор һәм экран кәрәк тип һорап килгәс, етәксе ярҙамдан баш тартмай.
Уҡытыусы ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар уҡыусылар тәнәфесте файҙалы үткәрһен өсөн туптар, өҫтәл уйындары, ҡыҙыҡлы китаптар алып биргән. Мәктәптә ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, балалар уларҙы тәрбиәләй.
- Үткән аҙна балалар менән һуған ултырттыҡ. Кескәйҙәр уларҙы үҙҙәре ҡарай, һыу һибә. Миҫал ғына килтерәм: был эш буйынса хатта республика кимәлендә ғилмитикшеренеү эше алып барып, һуған үҫтереп конкурста ҡатнаштыҡ. Уны беҙ өс төрлө итеп - һыуҙа, ҡомда һәм ерҙә үҫтереп сағыштырыу алып барҙыҡ. Ул һуғандарҙы аҙаҡ ҡырҡып алып ашханаға тапшырҙыҡ. “Һаумы-һаумы, әкиәт” республика конкурсында Кәримә Тухтаева менән Өфөгә барып өсөнсө урын яулап ҡайттыҡ. Ғөмүмән, беҙҙең еңеүҙәр күп ул, - тип балаларының ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй уҡытыусы.
Мәктәптә эшләү өсөн балаларҙы эскерһеҙ яратыу мотлаҡ. Уҡытыусының йөрәгендә һәр ваҡыт мөхәббәт йәшәргә тейеш. Остаз менән булған ихлас мөнәсәбәт уҡыусыларҙың тәртибендә лә, тырышып уҡыуында ла сағыла. Үҙең ихлас булғанда ғына уларҙың күңелен яулап алыу мөмкин. Гүзәл Вәлиеваға ошондай сифаттар хас та инде.
Бар яҡлап та ҡулынан килә
Ҡарайғанда йәшәүсе Заһир Өмөтбаевты тыуған ауылында ғына түгел, яҡын тирәлә лә белмәгән кеше һирәктер. Ҡотошев урамында урынлашҡан ҙур йортто Заһир Таһир улы үҙ ҡулдары менән һалып ингән. Ҡапҡанан ингәндә ул трактор руле артында ине. Урамында ниндәй генә транспорт юҡ. Тракторы ла, йөк машинаһы ла, еңел “тимер ат”тары ла бар. Оҫта менән иҫәнләшеп, аралашып киттек. Ул үҙенең ҡайҙа уҡыуы, ғаиләһе менән таныштырҙы.
Заһир Таһир улы Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбен тамамлап, Наумовка тармаҡ-ара техникумында фермерлыҡҡа уҡып сыға. Артабан Стәрлетамаҡ физкультура академияһында белеп ала. 2010 йылда Көйөргәҙе ҡыҙы Нәзирә Нәғим ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Бер-бер арты балалары донъяға килә. Ниязға әле - 11, Миләүшәгә 10 йәш.
Заһир бәләкәй сағынан комбайн йөрөтөргә өйрәнә, йәйгеһен баҫыуҙан ҡайтмай. Тәүҙә бесән сапһа, аҙаҡ урып-һуғыу эшендә ҡатнаша. Артабан трактор йөрөтөргә лә оҫтара. Егеткә клуб мөдире, спорт буйынса методист булып эшләргә лә тура килә. Күрше Әхмәҙулла бабайына ҡарап өй-мунса бурарға ла өйрәнә. Егерме йәштәрҙә
үҙ көсө менән әсәһенә буранан йорт һалып бирә.
- Нимә генә эшләһәм дә, ҡатыным һәр уй-теләгемде хуплап тора. Тимер-томор эшем өсөн бик кәрәк, ғаиләнән өҙөп алған аҡсаны шуларҙы һатып алыуға тотонғанда ла
ул ҡаршы килмәй. Әле булһа хәтерҙә, мин бәләкәй саҡта ҡул менән эшләнгән тартма була торғайны. Уның бер яғында апайымдың әйберҙәре ятһа, икенсеһендә минеке. Унда нимә генә юҡ: ҡаҙаҡтар, тәгәрмәстәр, төймәләр, шөрөптәр, ватыҡ машиналар, бәләкәс шешәләр, фантиктар һәм башҡалар. Әле шуны үҙебеҙҙең урам менән сағыштырам. Шуға ла минең урамда нимә генә юҡ, - тип һөйләй Заһир.
Өмөтбаевтар йорттарын да үҙҙәре һалып ингән. Тәүҙә Заһир буш ерҙә бер үҙе нигеҙ ҡаҙа. Аҡса килеп сыҡҡан һайын тегенеһен-быныһын алып, өс йыл тигәндә күркәм
йорт ҡалҡып та сыға.
Балта оҫтаһы бик күптәргә өй, мунса бураған. Иң беренсе бура һалыуын Заһир әле лә хәтерләй.
- 17 йәштәр булғандыр, әсәйгә мунса бурарға тип, ҡышын ағас ҡырҡып, шул ағасты һөйрәткәндә трактор ватылды. Ел уйнай, 50 градус сатлама һыуыҡ. Ҡайтҡанда
биттәр туңды. Икенсе көн феләккә һыу алып, ат менән тракторҙы алырға киттек. Тракторҙы тоҡандырҙыҡ, ҡайтып барабыҙ. Аттың танауында кишер ҙурлыҡ боҙбармаҡтар барлыҡҡа килде. Яҙын шул ағастарҙы алып ҡайтып мунса күтәрҙек, - ти ир-уҙаман.
Заһир Таһир улы тимер мейестәр ҙә эшләй, ҡыйыҡ та яба, йөк машинаһы менән тиреҫ тә һата. Былтыр йәй 400-ләп төргәк бесән әҙерләп һатҡан.
Нәзирә Нәғим ҡыҙының да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бәйләргә ярата, уның оҫта ҡулдары менән төрлө сәскәләр, йыуғыстар барлыҡҡа килә.
- Ауылда йәшнәп йәшәргә мөмкин. Килем дә алып була, бары тырышлыҡ ҡына кәрәк. Мал тотоп, техника алып та аҡса эшләргә була. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡырға ярамай, - тиҙәр Өмөтбаевтар.
Әсә булыу - оло бәхет
Лилиә һәм Илнур Шәрәфетдиновтар ҙур, татыу ғаилә ҡорған. Эшһөйәр йәштәр дүрт ҡыҙ үҫтерә. Туғыҙ йыл элек улар Салауаттан Ҡарайғанға күсенеп ҡайтҡан. Күптәр беҙҙең ваҡытта күп балалы әсә булыу ауыр тип уйлай, сөнки мәшәҡәттәр һәм финанс сығымдары бер нисә тапҡырға арта. Ләкин өс һәм унан күберәк балалары булған әсәләр, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисә бала үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур, татыу ғаиләләге һөйөү һәм бәхет бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй. Шәрәфетдиновтар тап ана шундайҙарҙан.
Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы “Башнефть” АЗС-ында оператор, әле бала ҡарау буйынса декрет ялында. Илнур Талип улы Себер тарафтарында электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Лилиә буласаҡ тормош иптәше менән Ҡарайғанға өләсәһенә ҡайтҡанда таныша. Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы егете Илнур апайҙарына килеп йөрөй. Ваҡыт үтеү менән
улар араһында мөхәббәт уты тоҡана. Ғаилә усағын һаҡлаусы Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы беҙгә ҙур ғаиләһе тураһында һөйләне.
- Тәүҙә дуҫлашып йөрөнөк. Аҙаҡ ул әрме сафтарына алынды, мин уны көтөп ҡалдым. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 2012 йылда никах уҡыттыҡ. Бер йылдан һуң Сабина исемле ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Аҙаҡ игеҙәк бәләкәстәребеҙ Рузана һәм Руфина донъяға килде. Төпсөгөбеҙ Аишаға быйыл ике йәш туласаҡ. Балалар бер-береһенә ҡарата йылы һәм хәстәрлекле. Өлкәндәре кеселәренә ярҙам итә, - тип һөйләй Лилиә.
Шәрәфетдиновтар күп балалы ғаиләләргә бирелгән дәүләт ярҙамы менән 10 сутый ер участкаһы алыуға өлгәшә. Әсәлек капиталы сертификатын өй төҙөүгә ҡуллана. Тиҙҙән улар төҙөлөш эштәрен тамамлап, ике ҡатлы өйгә күсәсәк. Лилиәнең ата-әсәһе, ағалары бар яҡлап та ярҙам итә. Йәш ғаилә дин юлынан бара, ураҙа тота. Илнур
намаҙҙа, мәсеткә йөрөй, балалар ҙа әкренләп дингә ылыға. Аҙбар тулы мал-тыуар аҫырайҙар, йыл һайын иллешәр ҡаҙ үҫтерәләр. Лилиә үҙе лә эшкә маһир, тәмле-татлы аҙыҡтар бешерә, һүрәттәр төшөрә. Игеҙәктәр сәнғәт мәктәбенә түңәрәккә йөрөй.
- Күптәр ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк, ата-әсәнең һәр балаға ваҡыты шунса аҙыраҡ ҡала, тип иҫәпләй. Ләкин теләк булған ерҙә мөмкинлектәр ҙә күп. Һәр балаға айырым ваҡыт бүлергә тырышам – был иң ышаныслы һәм дөрөҫ ҡараш. Әсә булыу – ул бәхет. Дүрт бала тәрбиәләп, минең менән булған һәр нәмәлә ыңғай яҡтарҙы эҙләргә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Балаларһыҙ тормошто күҙ алдына килтерә алмайым! - ти Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы.
Ауыл йәме - “Гөлнәзирә”
8 мартта Гөлбикә Сәфәрғолованың Ҡарайған мәҙәниәт йортон етәкләүенә 25 йыл тулды. Ошо осор эсендә күпме мәҙәни саралар, ҙур байрамдар үткәрелгән, тиҫтәләгән конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһалған – әйтеп бөтөргөһөҙ.
- 1998 йылда иҫке генә бинала эш башланым. Мейесен дә үҙем яҡтым, иҙәнен дә йыуҙым. 2005 йылда төҙөлгән ҙур, матур бина беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Уны ла ауылдаштар менән бергәләп төҙөштөк, тупрағын да, бордюр ҙа ташыныҡ, - тип иҫкә ала Гөлбикә Әхмәҙи ҡыҙы. – Беҙҙең мәҙәниәт йортонда 2018 йылдан “Гөлнәзирә” вокал төркөмө эшләп килә. Унда бик дәртле, ут кеүек янып торған Нурия Ғөбәйҙуллина, Зилә Ҡотошева, Минзилә Ҡотошева, Ишбикә Жданова, Резеда Фәхретдинова, Тәнзилә Денисюк, Фәнилә Йосопова, Фәнисә Шәрәфетдинова, Луиза Ҡотошева, Тәнзилә Аҡсулпанова йөрөй. Улар “Әйҙә шунда ҡатнашайыҡ”, тип мине әйҙәп торалар. Үҙ тырышлығыбыҙ менән матур милли күлдәктәр тектерҙек. Дүрт йыл элек түшелдерек тегә башланыҡ, ҡашмауҙар эшләп, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ.
Гөлбикә Әхмәҙи ҡыҙы әйтеүенсә, улар апрель уртаһында мәҙәниәт йортонда ҙур концерт ҡуйырға әҙерләнә. Бындай тамашаларҙа үҙ сығыштары менән Рәшиҙә Смагина, Рима менән Әғзәм Сәфәрғоловтар, баянсы Әмир Йосопов һәр саҡ ауылдаштарҙы һөйөндөрөп тора.
Ауыл күрке булған “Гөлнәзирә” вокал төркөмөнә ижади уңыштар, илһам усағының һүнмәй яныуын теләйбеҙ!
Ҡарайған ауылының етеш тормошона, матур йорттарына, егәрле халҡына һоҡланып, һөйөнөп ҡайттыҡ. Афарин, ҡарайғандар!
Авторҙар фотолары.