Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт барыбыҙ өсөн дә мөһим булды һәм буласаҡ. Бөтә коммуникацияларҙың төҙөклөгө, предприятие һәм учреждениеларҙы, мәктәп һәм дауаханаларҙы, ҡала һәм ауыл йорттарын, фатирҙарҙы электр, һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү көндәлек эшегеҙҙең сифатына бәйле. Урамдарҙағы
тәртип һәм таҙалыҡ - һеҙҙең эшегеҙ һөҙөмтәһе.
Быйылғы көҙгө-ҡышҡы осор етди аварияларһыҙ тамамланып килә. Был тармаҡтың ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә яҡшы әҙерлеге, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы һәм яуаплылығы тураһында һөйләй. Йыл һайын халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар ҡулланыусыларға хеҙмәттәрҙең киң спектрын тәҡдим итә. Был өлкәлә лә тәжрибәле, үҙ эштәренең оҫталары тырыша.
2023 йылға пландарыбыҙ ҙур. Беҙгә төрлө проекттар һәм программаларға бүленгән аҡсаларҙы үҙләштереп, юғары сифатлы эштәр башҡараһы бар. Дөйөм тырышлығыбыҙ һөҙөмтәһендә яратҡан ҡалабыҙ һәм ауылдарыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм төҙөгөрәк булыр, тип ышанам.
Ҡала һәм ауыл халҡы мәнфәғәте өсөн еңелдән булмаған һәм кәрәкле хеҙмәтегеҙҙә яңынаняңы уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе, сәләмәтлек, бәхет һәм ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото редакция архивынан.