Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март , 11:00

Халыҡ өсөн тырышалар

19 март - Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү хеҙмәткәрҙәре көнө

Халыҡ өсөн тырышалар
Халыҡ өсөн тырышалар

Ишембайҙа урынлашҡан “Квалификация-2” идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (элекке 2-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы) 80 йорт ҡарай. Улар үҙ-ара участкаларға бүленгән. Участка мастеры Юлиә Ғиниәтуллина ҡарамағында 36 йорт. Был вазифала ул бер йыл самаһы ғына эшләһә лә, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай, яратып башҡара.

- Минең участкала хаҡлы ялдағылар күп йәшәй. Улар йыш ҡына төрлө һорауҙары, йомоштары менән мөрәжәғәт итә. Һәр мәсьәләне бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең эштә халыҡ фекерен ишетеп, уларҙың теләктәренә иғтибар итеп эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин, - тип иҫәпләй Юлиә. – Минең етәкселек аҫтында ике слесарь һәм туғыҙ урам һепереүсе эшләй. Авзал Байтимеров, Иван Белюнов, Рәйсә Байморатова, Фәрзәнә Мәсәғүтова – алдынғы эшселәрем.

Идара итеү компанияһы директоры Алексей Лебедьков та үҙ хеҙмәткәрҙәрен йылы һүҙ менән генә телгә ала. Бында тырыш, үҙ эшенең оҫталары тупланған. Улар участкаға ҡараған йорттар халҡының уңайлы тормошо өсөн берҙәм тырышып эшләй. Быны Совет урамы, 94-се йорт буйынса өлкән Надежда Дурцева ла иҫбатлай.

- Беҙ был йортта бик күптән йәшәйбеҙ. Урамыбыҙ һәр саҡ таҙа, ҡышын юлдарҙы асфальтҡа тиклем ҡарҙан таҙартып торалар. Үҙем өлкән йәштә булғанғамы икән, идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре миңә һәр саҡ хөрмәт менән ҡарай, беҙҙең мөрәжәғәттәрҙе кире ҡаҡмай. Берҙәм тырышлыҡ менән “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыуға ғариза бирҙек. Эштәр быйыл башланасаҡ, шуға бик шатбыҙ, - ти ул.

Әлеге мәлдә идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың Совет урамы, 90, 94, Ленин проспекты, 45, Революция урамы 1-се йорт ихаталарында тирәк ағастары ботаҡтарын ҡырҡыу эшен алып бара.

- Ошо тирәлә тирәк ағастары күпләп үҫә. Уларҙың мамығы янғын хәүефһеҙлеген тыуҙыра, шунлыҡтан яҡын-тирә йорттарҙа йәшәүселәр беҙгә ағас ботаҡтарын бысыу кәрәклеге менән мөрәжәғәт итте, - тип аңлата мастер Юлиә Ғиниәтуллина. Идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәренә тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.


Автор фотоһы.

Халыҡ өсөн тырышалар
Халыҡ өсөн тырышалар
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в