Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2023, 15:00

Ураҙаға әҙерләнәбеҙ

22 март ҡояш байыуға мөбәрәк Рамаҙан айы башлана, был төндә тәүге тәрауих намаҙы уҡыла. 23 март иһә ҡояш ҡалҡыуға ике сәғәт алдан сәхәр эсеүҙе тамамлап ураҙаға инәбеҙ.

Ураҙаға әҙерләнәбеҙ
Ураҙаға әҙерләнәбеҙ

Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Аллаһы Тәғәлә уны кешеләр өсөн мотлаҡ, йәғни фарыз ғибәҙәт итеп индергән. «Эй,
иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тоторға фарыз ителә. Моғайын, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ!» - ти Ул («Һыйыр» сүрәһе, 183 аят). Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙа тотоусыға ике ҙур шатлыҡ
кисерергә насип була: беренсеһе – ифтар ваҡытында ауыҙ асҡанда, икенсеһе – Ҡиәмәт көнөндә Раббыһы ҡаршында.

Ураҙа үҙеңде тәрбиәле тоторға өйрәтә

Был хаҡта журналист Гөлшат Ҡунафина үҙ мәҡәләһендә ентекле тәфсирләп бирә.

Иртәнән кискә тиклем ашамай-эсмәй йөрөү генә ураҙа тотоу һаналмай. Ураҙала булған кешегә үҙенең Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан өсөн ашау-эсеүҙән тыйылғанлығын, был эште Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарыуын һәр ваҡыт иҫендә тоторға кәрәк. «Әгәр ҙә кеше ураҙа тотоп та ялған менән алдашыуҙан тыйыла алмаһа, уның асығып һәм һыуһап йөрөүенә Аллаһы Тәғәлә мохтаж түгел», – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ураҙаны көслө ихтыяр менән ниәтләргә кәрәк. Ниәтең ғәмәлгә ашһын өсөн, күңел хистәрең, әйткән һүҙҙәрең һәм ҡылған эштәрең бер булырға тейеш. Ураҙа тотоу мосолмандарҙың ихтыяр көсөн нығыта. Тормоштағы ауыр һынауҙар алдында уға әҙерлек булып тора. Сөнки ураҙа башҡа бөтөн хөкөмдәр кеүек нәфсенең тулыһынса пакланыуына алып барыусы алымдарҙың береһе һанала. Ихтыяр көсөн ураҙа тотоуға буйһондорған кеше башҡа һынауҙар алдында ла бирешмәҫ. Ураҙа тормошобоҙ рәүешен яйға һалыуға йүнәлтелгән. Беҙҙең һәр ағзабыҙ үҙ вазифаһын тәбиғи аһәңгә нигеҙләнеп үтәй. Бер ваҡыт уның ҡеүәте артһа, унан әкренләп һүлпәнәйә, һүрелә. Әммә беҙ тулыһынса уға буйһоноп йәшәмәйбеҙ. Мәҫәлән, ашҡаҙандың әүҙем
эшмәкәрлеге иртәнге биш-етеләрҙә күҙәтелә. Тап шул ваҡытта аҙыҡ яҡшы үҙләштерелә. Артабан ашҡаҙанда хасил булған эске ҡөҙрәт эсәктәргә йүнәлтелә. Шуға күрә бер үк ваҡытта эшләп күнеккән ашҡаҙанды таҙа аш-һыу менән туйындырып, кискеһен ҡояш байығанға тиклем уға ял биреү файҙаға ғына. Ураҙа тотҡан ваҡытта ошо эштәрҙе
ҡылыу килешмәҫ: файҙаһыҙ йәки әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү, мунсала оҙаҡ ултырыу, һыуға сумып ҡойоноу, аҙыҡ йәки һағыҙ сәйнәү, берәй нәмәгә телде тейҙереп тәмләп
ҡарау, ике көн буйына ифтар ҡылмайынса ураҙа тотоу, ниндәй ҙә булһа гонаһлы эш ҡылыу. Борсаҡ ҡәҙәр генә булһа ла берәй тәғәм йә дарыу йотоу, енси яҡынлыҡ
ҡылыу ураҙаны бөтөнләй боҙа. Ә һатып алаһы әйберҙе тотоп ҡарау, балаға тәғәмде сәйнәп биреү, ҡан алдырыу, һөлөк һалдырыу, күҙгә һөрмә тартыу, мыйыҡ үә иренде майлау, тештәрҙе таҙартыу, ҡомған илә ғөсөл ҡылыу, мунсаға кереп аяҡ үрә тирләп сығыу, һабын менән йыуыныу рөхсәт ителә. Бөтә мосолманға фарыз булһа
ла, ураҙа кешегә көсләп тағылмай. Сәләмәтлегенә, хеҙмәтенә, шөғөлөнә, бер һүҙ менән әйткәндә, бүтән сәбәптәргә ҡарап, айырым кешеләр ураҙанан азат ителә. Улар – ауырыуҙар, ҡарттар, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар, балалар, ауыр эштәрҙә эшләүселәр, һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар, сәфәрҙә йөрөүселәр булырға мөмкин.
Тотолмай ҡалған ураҙаны башҡа айҙарҙа башҡарып ҡуйырға ла мөмкин.

Рамаҙан айына организмды нисек әҙерләргә?

Нисек кенә дөрөҫ итеп тукланһаң да, Ураҙа айының икенсе яртыһында организм туҡлыҡлы матдәләргә ҡытлыҡ кисерә, тип белдерә табип Әлфиә Алтынбаева.

Организмдың «дефицит торошҡа» китеп, режим үҙгәреүенән һаулыҡ ҡаҡшамаһын өсөн алдан иҫкәртеү сараларын иҫкә төшөрәйек:

- төп дөйөм анализдар тапшырырға (ОАК, ОАМ), ҡан шәкәрен, хроник сирҙәрҙе дауаларға, сәләмәтләнеү процедуралары үтергә;

- организмды витамин, минералдар менән тулыландырырға;

- ашҡаҙан-эсәкте әҙерләргә (үт ҡыуыусы үләндәр төнәтмәһе эсеп алырға, сорбенттар ҡулланырға);

- алдан аҙнаһына 1 - 2 көн ураҙа тотоп алыу ысулдары ла бар;

- изге ай башланырға ике аҙна тирәһе ҡалғас, туҡланыу режимын ураҙа тотоу режимына якынлаштырырға: иртәнге аш бераҙ иртәрәк булһын, төшкө аштың күләмен яртылаш кәметеп, иртәнге һәм киске ашҡа бүлеп күсерергә.

Төп өс аш араһында ҡапҡылап алыуҙан баш тартыу ашҡаҙан һутының бүленеп сығыуын кәметә, был инде асығыу интервалын оҙайта. Организмды ни тиклем алдан
әҙерләһәк, шул тиклем еңел һәм файҙалы булыр был осор.

 

Фото: https://vk.com/makarovorb

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: