Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 17:42

Иҫке Ишембайҙа – мөнәжәт байрамы

Бөгөн Иҫке Ишембайҙың «Йондоҙ» мәҙәниәт йортонда «Ислам дине – донъя нуры» тип исемләнгән мөнәжәт байрамы үтте.

Иҫке Ишембайҙа – мөнәжәт байрамы
Иҫке Ишембайҙа – мөнәжәт байрамы

Күркәм сарала Иҫке Ишембай биҫтәһе, Ишембай ҡалаһы, Смаҡай, Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡанаҡай һәм Байғужа ауылдары ағинәйҙәре ҡатнашты.

Мөнәжәт көйләү, боронғо йырҙарҙы башҡарыу, шиғыр яҙыу һәм уҡыу – барлыҡ һәләттәре менән уртаҡлашты апай-инәйҙәр бөгөн.

- «Биш асылым» тигән мөнәжәт ҡарт өләсәйемдән мираҫ булып ҡалған иҫке китаптан алынды. Һүҙҙәре бик ошаны. Иһ, ошо мөнәжәттең көйөн өйрәнһәң ине, тип уйлай торғайным, - тип уртаҡлашты Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы ағинәйе Фәниә Рәшитова. – Бер саҡ иртән сәй әҙерләп йөрөгәндә «Биш асылым»ды радионан тапшырҙылар. Оло ғына бер ағай көйләй ине. Мөнәжәттең көйөн отоп ҡалдым да ҡыҙҙарға өйрәттем. Бына бөгөн һеҙгә бүләк итеп алып килдек.

 

Автор фотолары һәм видеоһы

Иҫке Ишембайҙа – мөнәжәт байрамы
Иҫке Ишембайҙа – мөнәжәт байрамы
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в