Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2023, 20:13

Һынмаҫ рухлы инәйҙәр

Иҫке Ишембай мәсете мөслимәләре һәм хеҙмәт ветерандары мобилизацияланған яҡташтарға гуманитар ярҙам ойошторҙо.

Һынмаҫ рухлы инәйҙәр
Һынмаҫ рухлы инәйҙәр

Бөгөн гуманитар ярҙам Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советына тапшырылды – алғы һыҙатҡа ул Өфөнән Республика ветерандары советы һәм Чечня, Афған ветерандары ярҙамында оҙатыласаҡ.
Иҫке Ишембайҙа йәшәүсе бер туғандар Зөбәржәт Юнысова, Фатима Гилваншина һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина гуманитар ярҙымды унынсы тапҡырға ойоштора. Яңыраҡ инәйҙәрҙең коллективына хеҙмәт ветераны Надежда Пластовец ҡушыла, ул аҡсалата ярҙам итә. Быға тиклем һатып алынған кәрәк-яраҡтар, бәйләнгән йөн ойоҡтар һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр хәрби комиссариат, ветерандар советы һәм Йәштәр һарайына тапшырылған.
- Ишембайҙа ошондай кешеләр йәшәүенә һоҡланам. Беҙҙең дуҫлыҡ ҡатындарҙың йөн ойоҡ, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләүенән башланды. Улар бөтә нимәне үҙ акҡсаһына әҙерләй, - ти Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Николай Шишков. – Ҡатындар тотош бер батальонды кейендерҙе. Был – тылдың нисек итеп фронтҡа ярҙам итеүенә сағыу миҫал. Яҡташ яугирҙарыбыҙ уларҙаң хәстәрлегендә үҙ әсәләрен күрә, өй йылыһын тоя. Ошондай ярҙамһыҙ һалдаттарға ныҡ ауыр булыр ине.

Һынмаҫ рухлы инәйҙәр
Һынмаҫ рухлы инәйҙәр
Һынмаҫ рухлы инәйҙәр
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: