Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март , 14:00

БИШӨЙЛӨ ИНӘЙҘӘРЕ

Һүҙем күркәм тәбиғәтле Байғужа ауылының иң матур урамдарының береһе - Бишөйлө һәм уның инәйҙәре тураһында булыр. Яңыраҡ ҡулыма ғаилә фотоальбомы килеп эләкте. Улар араһында атайәсәйемдең, олатай-өләсәйемдең, туғандарҙың бихисап аҡлы-ҡаралы һәм төҫлө фотолары бар.

Ә бер альбомдан үҙенә бер төрлө йылылыҡ бөркөлә ине. Уны асып ебәреү менән үҙемде йыраҡтағы бала саҡҡа ҡайтҡандай хис иттем. Ул фотола биш инәй, биш күрше ултыра. Нәнәйем Минегөл, уның әсәһе (минең өләсәйем) Минивафа, Сания инәй, Сәғиҙә инәй, Ғәйниямал инәйҙәр. Баштарына аҡ яулыҡ, сәскәле күлдәк, өҫтөнән камзул, аяҡтарына сөм галуш кейеп, ҡулдарын аяҡтарына һалып, кәртә буйындағы бүрәнә өҫтөнә матур итеп теҙелешеп ултырғандар. Шул тиклемге бөхтәлек, аҡлыҡ-паҡлыҡ, тәртип бөркөлә. Бына ҡайҙа ул Аҡ инәйҙәр!!! Үҙе бер тарих... Бала сағым ошо биш инәй араһында үтте тиһәм, яңылышмам. Атайым менән әсәйем иртәнән алып кискә тиклем эштә. Иртән күҙемде асҡас һәм кисен йоҡлап киткәнсе, мин нәнәйем ҡарамағында булдым. Уның ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эше... Көндөң яртыһы өйҙәге мәшәҡәттәр менән үтһә, икенсе яртыһы урамдағы эш менән алмашына ине. Тәртип, таҙалыҡ яратты нәнәйем. Үҙе шул тиклем мул ҡуллы, ҡунаҡсыл булды. Беҙҙең өйҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Килгән бер кешене сәйһеҙ сығарманы, ҡаймағын-ҡоротон, тәм-томон тейәп ҡайтарыр ине. Кешегә йылы һүҙен, йылы ҡарашын йәлләмәне. Беҙҙең ут күршебеҙ генә булып аҡ йөҙлө, йомшаҡ телле Ғәйниямал инәй йәшәне. Исемен мин бик ҡыйынлыҡ менән, һәр ваҡыттағыса яңылышып, өсөнсө-дүртенсе тапҡырҙан һуң ғына саҡ дөрөҫ әйткәс, ул миңә үҙенә Гәләлә, тип әйтергә рөхсәт итте. Миңә лә, уға ла бик ҡулай ине. Нәнәйем ауылдағы медпунктта санитарка булып эшләгәс, ҡайһы саҡ мин уның янында ҡала торғайным. Бәйләм эшенә шәп булды ул. Шәлдәр, бейәләйҙәр, ойоҡбаштар... Шуның өсөн күп итеп кәзә тотто. Әммә мин Гәләләлә ҡалған көндәрҙә ул ҡул эштәренән ял итте. Сөнки орсоҡ булһа, мин дә, йөн булһа, мин дә, мамыҡ булһа, мин дә тип ҡыҫыла торғайным. Ни эшләп ҡурсаҡ уйнамағанмындыр шул ваҡыттарҙа? Шунан уны үҙебеҙгә алып ҡайтып китә инем. Бер ваҡытта ла әрләмәне, минең ыңғайға  уйнап-көлөп, шаярып күңелде күрҙе. Беҙҙең өйҙән һул яҡтараҡ өләсәйем менән олатайым (нәнәйемдең атаһы менән әсәһе) йәшәнеләр. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышынан яралы ҡайтып, һул яҡ кәүҙәһен паралич һуҡҡан ине. Шулай булһа ла, ярты кәүҙәһе менән ҡышҡылыҡҡа утынын еткереп, ҡарын көрәп бөтә ирҙәр эшен үҙе эшләне. Көнөнә бер беҙгә килеп, хәлдәрҙе белеп китер ине. Өләсәйем дә бөтмөр, оло кәүҙәле олатайымдың бәләкәй генә йылмайып торған әбейе булды. Ул бешергән өйрәнең телеңде йоторлоҡ тәме иҫтә ҡалған. Йомош булмаһа ла, шул өйрәне ашар өсөн уларға көнөнә ике барып урай торғайным. 

Өләсәйемдәрҙән арыраҡ Сәғиҙә инәй йәшәне. Бала саҡта уларҙың өйөндә күп уйнаным. Сөнки инәйҙең ике ейәнсәре - Гүзәл менән Гөлдәр апай бар. Иртән китһәм, кисен улар мине өйгә оҙатып ҡуялар. Эй ҡайтҡы килмәй ине. Уларҙың матур-матур ҡурсаҡтары мине йәлеп иткәндер инде. Сәғиҙә инәйҙең урам тултырып ҡаҙҙары йөрөй торғайны. Инәй үҙе егәрле, ярҙамсыл булды. Йәшелсә баҡсаһы ялт итеп торҙо. Йыл да емеш-еләге уңа ине. Улы һәм килене менән донъя көттө ул. Уның һымаҡ күпертеп икмәк бешергән кеше юҡтыр.

Сәғиҙә инәй менән йәнәшә генә Сания инәй йәшәне. Уның ейәндәре шау малайҙар ине. Бәләкәй генә ике яҡлы өйҙә гөж киләләр. Йорт-ҡураһы төҙөк, баҡса эшенә уңған Сания инәй ҙә һарай тултырып тауыҡ, ҡаҙ, һарыҡ аҫыраны.

Бына шул биш инәй һәр ваҡыт бербереһенә таяныс булдылар. Әгәр берәйһе өлгөрә алмаһа донъяларын онотоп ярҙамға килеп етә торғайнылар. Ҡаҙ-өйрәктәр һуйыу осоро булһынмы, емеш-еләк йыйыу, уны эшкәртеү ваҡытымы, бала-сағаһын ҡарашып торорғамы, аш-һыу әҙерләшергә булһынмы - һәр ваҡыт бергә булдылар. Был инәйҙәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда карьер ҡаҙып, вагон-вагон машиналар оҙатып, аслы-туҡлы серек бәрәңге ашап, ирҙәр эшен үҙ иңдәрендә күтәреп, еңеү ҡаршылаған ҡыҙҙар. Берҙәмлек, бербереңә терәк, изгелек тигән тойғоларҙы юғалтмағандар.

Бөгөнгө көндә уларҙың береһе лә был яҡты донъяларҙа юҡ. Тик хәтирәләр, иҫтәлектәр булып фотоальбомдағы аҡлыҡаралы фотолары ғына ҡалды.

Автор:Гүзәл ЙӘҒӘФӘРОВА. Ишембай ҡалаһы.
Читайте нас в