Мансуровтар өс бала тәрбиәләй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Әммә уларҙың тамырҙары Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылынан.
Ғаилә башлығы Рәмил Мансуров Стәрлетамаҡтың "Ашҡаҙар" гәзите баш мөхәрирре, ҡала Советы депутаты. Гүзәл Абдрахман ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында мөхәррир булып эшләй, шиғри китап авторы, фән менән шөғөлләнә. Айбулат менән Раушания урындағы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала, Айтуғанға ике йәш тулып килә.
Айбулат халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнеп, "Байыҡ" бейеү конкурсында, Мәскәүҙә үткән халыҡ-ара конкурстар лауреаты булған, Раушания иһә боҙҙа фигуралы шыуыуҙы үҙ итә, 3-сө разряд яҡлаған, шулай уҡ төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулай, бейергә ярата.
Мансуровтар йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәй, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлауға ҙур көс һала, балаларын милли рухта тәрбиәләй, төрлө экологик акцияларҙа ҡатнаша, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла һәр ваҡыт үҙ өлөшөн индерә.
Әйткәндәй, күптән түгел генә Рәмил Ғәбдрәшит улы Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә "Ашҡаҙар" гәзите призына шахмат буйынса турнир ойошторғайны.