Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2023, 13:00

“Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан күп эш килә...”

Яҙҙың тәүге көндәрендә, тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә. Тап шул уңайҙан беҙ муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы БИКБУЛАТОВА менән әңгәмәләштек. Уның нәфис тә, шул уҡ ваҡытта көслө лә яурынына муниципаль район хакимиәте эшенең яуаплы йүнәлештәре һәм бурыстары йөкмәтелгән.

“Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан күп эш килә...”
“Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан күп эш килә...”

Ишембай – мәҙәниәт үҙәге

- Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы, һеҙ был вазифала дүрт йыл эшләйһегеҙ. Үҙегеҙҙең хеҙмәт кенәгәһендәге тәүге яҙманы иҫләйһегеҙме?

- Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлағандан һуң мин ошо уҡ уҡыу йортоноң фән-мәғлүмәт технологиялары үҙәгендә инженер-программист булып эш башланым. Хеҙмәт стажым 22 йыл.

- Һеҙ Өфөлә йәшәп, белем алып, эшләһәгеҙ ҙә, белеүебеҙсә, сығышығыҙ менән Ишембай районының Ғүмәр ауылынан.

- Дөрөҫ. Ишембай районы – минең кесе ватаным. Күпмелер ваҡыт баш ҡалала уҡып, эшләргә тура килһә лә, һәр саҡ тыуған районымдың үҫеше менән ҡыҙыҡһынып торҙом. Өфөлә саҡта ла мин бындағы барлыҡ яңылыҡтар менән хәбәрҙар инем. Бәлки шуғалыр ҙа, эш башлап ебәреү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Күңелемә районыбыҙҙың һәр ауылы һәм халҡы яҡын. Бер һүҙ менән әйткәндә, райондаштар менән күптән танышмын, хәҙер иһә беҙ коллегалар менән көн дә район халҡы именлеге өсөн берҙәм тырышабыҙ.

- Урынбаҫар вазифаһындағы тәүге аҙымдарығыҙ ниндәй булды?

- Минең ҡарамаҡта мәғариф, мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ һаҡлау, йәштәр сәйәсәте, опека һәм попечителлек, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм “Ғаилә” үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Йәғни райондың 80 процент һорауҙары тап ошо өлкәләрҙә тупланған. Мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа учреждениелар етәкселәренән торған коллектив бик ҙур. Сер түгел, эш башында ҡыйынлыҡтар ҙа булды. Ләкин бер нәмәгә ҡарамай эш алға барырға тейеш, шуға ла мин хеҙмәткәрҙәргә йүнәлеш биреп, ҡатмарлыҡтар тыуған саҡта уны хәл итеү юлын бергәләп эҙләй инек. Эшкә өйрәнеп китергә ваҡыт булманы. Хәтерләйем, яңы вазифаға тәғәйенләнгәндән һуң бер нисә ай үткәс, беҙгә Ишембай районында республика кимәлендәге “Торатау йыйыны”н ойоштороу эше йөкмәтелде. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов етәкселегендә беҙ Торатау эргәһендә 50 мең халыҡты йыйып, улар өсөн ҡыҙыҡлы, шәп тамаша үткәрҙек. Ә инде 2021 йылда Ишембай ере Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы ҡабул итте. Былтыр Ишембай районы Мәскәүҙә үткән Һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡатнашты. Күптән түгел беҙ спорт буйынса Башҡортостандың киңәйтелгән коллегия ултырышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләнек. Дөйөм алғанда, Ишембай күптән инде ҙур саралар үҙәгенә әйләнде. Һәм беҙ эште яҡшы, сифатлы ойошторорға тырышабыҙ. Иң мөһиме – быларҙың барыһы ла Ишембай районы үҫеше өсөн эшләнә һәм республика Башлығының һәм Башҡортостан хөкүмәтенең беҙгә ҡарата ышаныслы мөнәсәбәттә булыуын дәлилләй.

- Ваҡыт үтеү менән идара итеү стиле үҙгәрәме?

- Эйе, тип уйлайым. Башта коллегалар мине, минең холҡомдо, эшкә ҡарашымды белмәй ине, ә мин уларҙың стиле менән таныш түгел инем. Аллаға шөкөр, хәҙер беҙҙең командабыҙ ойошҡан, барыһы ла үҙ эшен лайыҡлы башҡара. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәм коллективтың һөҙөмтәле эшен ваҡытында баһалап тороу ҙа бик мөһим тип уйлайым. Ә ишембайҙарҙың спортта, мәғарифта, мәҙәниәттә һәм башҡа өлкәләрҙә лә ҡаҙаныштары байтаҡ.

Еңел булмаған осорҙағы эш

- 2020 йылда беҙҙең ил өсөн еңел булмаған осор башланды: коронавирус пандемияһы һәм уның менән бәйле төрлө сикләүҙәр, махсус хәрби операция. Был осорҙағы эштә һеҙҙең өсөн иң ауыры нимә булды?

- Радий Фәрит улы Хәбиров килеү менән барлыҡ өлкәләргә лә яңы көслө темп һәм үҫеш бирелде. Ул ваҡытта, 2018 йылда, мин Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығында социаль коммуникациялар буйынса эшләй инем. Көньяҡ куст кураторы булараҡ, социаль селтәрҙәрҙәге Ишембай районы граждандары мөрәжәғәттәре менән эшләнем. Шуға ла Ишембайға эшкә ҡайтыр саҡта уҡ мин халыҡты ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр борсоуын яҡшы белә инем.

Пандемия осоронда ишембайҙарға, бөтә республика халҡына кеүек үк, еңелдән тура килмәне. Халыҡ төрлө сикләүҙәргә, ситтән тороп уҡыуға, мәҙәниәт усаҡтарының ябылып тороуына әҙер булмай сыҡты. Быларҙың барыһы ла граждандарҙың психологик-эмоциональ торошонда сағылыш тапты. Халыҡ аптырашта ҡалды, ә беҙҙең табиптарға экстремаль шарттарҙа эшләргә тура килде. Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Был бөгөнгө көндөң төп маҡсаттарының береһе. Ишембай районы хакимиәте һәм халыҡ яҡташ яугирҙарға әүҙем ярҙам итә. Махсус хәрби операция башланғандан алып тиҫтәләгән гуманитар конвой, йөҙләгән посылкалар ебәрелде. Йәштәр һарайында берҙәм логистик үҙәк булдырылған, унда предприятиелар, ойошмалар, район халҡы ярҙамы туплана. Шунда уҡ М.Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы үҙ эшен алып бара. Предприятиелар, депутаттар корпусы, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары һәм ябай халыҡ хәрби алыш барған алғы һыҙатта ҡатнашыусы яҡташтарға ярҙам итә.

- Бөгөнгө көндә һеҙҙең эштә ниндәй йүнәлешкә айырыуса иғтибар бүленә?

- Әле беҙ йәштәрҙе илһөйәр рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Мәктәптәрҙә флаг күтәреү, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын башҡарыу йолаһын тергеҙәбеҙ, Шайморатов кластары эшләп килә. Әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү ҙә төп йүнәлеш булып тора. Балалыҡ, мәғариф, инвалид балаларҙы реабилитациялау, йәштәр сәйәсәте, гранттарҙы тормошҡа ашырыу темалары ла һәр ваҡыттағыса мөһим булып ҡала. Һәм был эшләнгән эштең бер өлөшө генә.

- Һеҙҙән ярҙам һорап айына яҡынса нисә кеше мөрәжәғәт иткәнен иҫәпләгәнегеҙ бармы?

- Иҫәпләгәнем юҡ. Көн дә мотлаҡ рәүештә кемдер миңә мөрәжәғәт итә, шәхси ҡабул итеүгә килә. Минең телефон номерым да һәр кемдә бар. Әгәр шылтыратҡас та телефонды алмаһам, бушағас, һис шикһеҙ, үҙем шылтыратам. Беҙҙең хакимиәт командаһында эште “минеке – минеке түгел” тигәнгә бүлеү юҡ. Барлыҡ һорауҙарҙы ла берҙәм сисәбеҙ. Әгәр ҙә миңә икенсе йүнәлештәге һорау килеп эләгә икән, беҙ уны тәүҙә район хакимиәте башлығы Азат Альберт улы менән, аҙаҡ профилле етәкселәр менән хәл итәбеҙ. Урындағы халыҡтан һорау бар икән, тимәк, уны хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме – һөҙөмтә.

Шәхси тормош тураһында

- Район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙарының икәүһе – ҡатын-ҡыҙ. Шуларҙың береһе – һеҙ. Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы, ир-егеттәр коллективында эшләүе ауырмы?

- Башлыҡ урынбаҫарҙары бүленмәй – һорауҙар ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы йә ир-егеттәрҙеке тип бүленмәй бит. Әлбиттә, ҡатындар көслө рухлыраҡ була, ә ирҙәр етеҙерәк уйлап, мөһим ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итә. Беҙ, ҡатындар, эштә көн дә уларҙың көслө елкәһен һәм ярҙамын тоябыҙ. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәт. 

- Нисек ял итергә яратаһығыҙ?

- Дөрөҫөн әйткәндә, ялға ваҡыт бик аҙ ҡала. Ял көндәрен балалар менән үткәрәм, тыуған республикабыҙ буйлап йөрөп ял итергә яратабыҙ. Һыуҙан ағып төшәбеҙ, тауҙарға менәбеҙ. Тыуған ауылым Ғүмәрҙең тәбиғәтен сикһеҙ ҡәҙерләйбеҙ. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа туризм әүҙем үҫешә. Беҙҙә матур урындар бик күп, уларҙы мотлаҡ рәүештә балалар менән бергәләп барып күрергә ниәтләйбеҙ.

- Һеҙҙең ике улығыҙ һәм ҡыҙығыҙ бар. Улар нимә менән шөғөлләнә?

- Мин өс бала үҫтерәм. Өлкән улым Алмас Өфө фән һәм технологиялар университетында магистратурала уҡый. Улым Байрас быйыл Ишембай нефть колледжын тамамлаясаҡ. Ҡыҙым Сәғирә – һигеҙенсе класта. Бәләкәйҙән уларҙы туғандарға һәм яҡындарға һөйөү хисе менән тәрбиәләйем. Тормошта иң ҡәҙерлеһе – ул ғаилә, ә иң яҡын кешеләр – әсәй һәм атай. Ниндәй генә хәл булмаһын, мин һәр саҡ уларҙың янында, ярҙам итәсәкмен һәм аңлаясаҡмын. Улдарым һәм ҡыҙым менән йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Балаларҙы ишетергә кәрәк, үҙ тормош ҡарашын уларға һеңдереү дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем. Һәр бала үҙенсәлекле була.

- Ҡайһы балағыҙ һеҙҙең төп терәк?

- Алмас, сөнки ул өлкәне. Ул бик алсаҡ һәм аралашыусан егет. Миңә Ишембай районына эшкә ҡайтырға тәҡдим яһалғас та, иң тәүҙә уның менән ултырып һөйләштек. Хәтерләйем, Алмастан яңғыҙың Өфөлә юғалып ҡалмаҫһыңмы, тип һораштым, сөнки ул ваҡытта улым студент ине инде. Балалар менән айырылышыу миңә бик ҡыйын биреләсәген шул мәлдә аңлап етмәгәнмен икән. Уртансы улым ул ваҡытта туғыҙынсы класты тамамлай ине һәм беҙ һөнәри белемде Ишембай нефть колледжында алыуҙы һайланыҡ.

- Айгөл Мөхәмәт ҡыҙы, кеше фекере һеҙгә йоғонто яһаймы?

- Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, икенсе кешенең фекере йоғонто яһай икән, тимәк, һинең үҙ ҡарашың юҡ. Тормошто икенсе кешенең аяҡ кейемендә үтеп булмай. Шулай уҡ икенсе кешене баһалау, ғәйепләү ҙә дөрөҫ түгел – беҙ уның тормош юлын үтмәгәнбеҙ. Йыш ҡына бер үк хәлдә ике яҡ була, шуға ла ике яҡты ла тыңлау мөһим. Бер генә яҡтың фекерен тыңлап ҡабул ителгән ҡарар хаталы булыуы ихтимал. Ҡарарҙы хистәргә бирелеп тә ҡабул итергә ярамай.

- Һеҙ үҙегеҙҙе үпкәсел кеше тип уйлайһығыҙмы?

- Ун йыллап элек мин үпкәләй ала инем. Хәҙер иһә үпкәне үҙеңдә һаҡлап тоторға ярамай тигән уйға килдем. Үпкә кешене аҫҡа тарта. Кеше ни өсөн шул мәлдә тап шундай ҡылыҡ яһауында һәр ваҡытта ла аңлатма һәм сәбәптәр була.

- 15 йылдан һуң үҙ тормошоғоҙҙо нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул тиклем киләсәккә ҡарағаным булманы. Балаларымдың бәхетле кешеләр булыуын теләйем. Лайыҡлы үҙ йәрҙәрен осратып, ныҡлы ғаилә ҡорһондар. Мин үҙем дә бәхетлемен. Әгәр ҙә үткән тормошта нимәнелер үҙгәртеү мөмкинселеген бирһәләр, барыһын да нисек бар шулай ҡалдырыр инем. Үткәндәге ваҡиғалар булмаған осраҡта мин әлеге кеше булмаҫ инем.

- Алтын балыҡ тотһағыҙ, нимә теләр инегеҙ?

- Балаларға, үҙемә һәм барыһына ла һаулыҡ, имен, тыныс тормош.

- Март байрамдарында Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙарына теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.

- Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе яратығыҙ! Тормошта төрлө хәлдәр була. Һынып ҡалмау, көслө рухлы булыу мөһим. Үҙегеҙ, ғаиләгеҙ һәм балаларығыҙ өсөн йәшәгеҙ. Тормош шул тиклем матур! Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан бик күп эштәр килә. Әле үҙ-үҙеңде камиллаштырыу, белемеңде байытыу, яңы һөнәр үҙләштереү өсөн киң мөмкинселектәр бар, шул уҡ интернет ярҙамында уҡырға була. Бар нәмәне лә үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Һеҙҙең өсөн тормошто берәү ҙә ҡыҙыҡлы һәм бәхетле итмәйәсәк –
шуны иҫтә тотоғоҙ!

 

Фото Айһылыу Биубулатованың шәхси архивынан.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: