Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2023, 14:00

Һорауҙар бергәләп хәл ителә

Күптән түгел Петровский ауылында ла халыҡ йыйылышы үтте. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, уның урынбаҫарҙары, төрлө хеҙмәттәр һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Һорауҙар бергәләп хәл ителә
Һорауҙар бергәләп хәл ителә

Петровский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Летунов 2022 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары хаҡында һөйләне.

- Петровский ауыл Советына биш меңгә яҡын кеше йәшәгән 11 тораҡ пункт инә, - тине Александр Степанович. - 2022 йылда Петровскийҙың яңы биҫтәһендә ҡырсынташтан дөйөм оҙонлоғо 1,5 мең метрлыҡ ике юл һалынды, иҫке зыяратты мөҙҙәтһеҙ файҙаланыу рәсмиләштерелде, уны төҙөкләндереү һәм кәртәләп алыу өсөн Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуға заявка бирелде, Гагарин урамында 100 метрлыҡ иҫке һыу үткәргес участкаһы алмаштырылды, Яр урамында яңы контейнер майҙансығы һәм бункер төҙөлдө (бында 24 иҫке тимер контейнер яңы евроконтейнерға алмаштырылды). Павловка, Алмалы һәм Васильевка ауылдары зыяраттарына металл контейнерҙар ҡуйылды. Ауыл Советының барлыҡ ауылдарында ла урамдарҙағы яҡтыртҡыстар алмаштырылды һәм ремонтланды. Уларҙың дөйөм суммаһы 600 мең һум тәшкил итте. Шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы янғын часының һәм ирекле янғын дружинаһының эше тураһында һөйләне. Шул иҫәптән ул 2022 йылда ауылдарҙа 39 янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылыуын билдәләне. Бынан тыш, ауыл Советы хакимиәте тарафынан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ихата биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу, баҡсаларын һөрөү, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын алыу, утын биреү йәһәтенән ярҙам күрһәтелгән.

Александр Летунов үҙ сығышында ауыл Советы хакимиәтенең быйылғы йылға бурыстарын да билдәләп үтте. Улар араһында - Петровский ауылында юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау, яңы зыяратты рәсмиләштереү һәм төҙөкләндереү, балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөү, ҡоймаларҙы ремонтлау һәм буяу, алтаҡталарҙы
һәм һәйкәлдәрҙе яңыртыу, Хеҙмәт һәм Гагарин урамдарында һыу үткәреү селтәрҙәрен ремонтлау. Бынан тыш, ауыл биләмәһендә урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу, юл билдәләрен ремонтлау һәм алмаштырыу, билдәләр һыҙыу, территорияларҙы йәшелләндереү кеүек эштәр планлаштырыла.

Көн тәртибендә шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, ташҡынға ҡаршы сараларға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. “Торатау” геопаркы экологы Азамат Исхаҡов халыҡҡа Ишембай районы биләмәһендәге геопарк эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Ул “Торатау” геопаркы составына Ишембай районының ҙур биләмәһе инеүе хаҡында хәбәр итте.

- Сиктәрҙә тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, ауыл биләмәләре лә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта төп эштәр Торатау шиханы янында алып барылды, визит-үҙәк һәм башҡа объекттар төҙөлдө, - тип һөйләне Азамат Мөхәмәт улы. - Яҡын киләсәктә Маҡар, Ғүмәр ауылдарында визит-үҙәктәр төҙөү, шулай уҡ туристик зоналарҙы төҙөкләндереү һәм контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу планлаштырыла. Был саралар туризмды ойошҡанлыраҡ һәм замансараҡ итеүгә йүнәлтелгән. Белем биреү учреждениелары менән экология һәм “Торатау” геопаркы эшмәкәрлеге темалары буйынса даими эш алып барыла. Ишембай районының күп кенә тәбиғәт объекттарында иҫтәлекле урындар тураһында мәғлүмәт менән стендтар ҡуйыла. Туризм һәм агротуризм өлкәһендә эшләргә теләүселәр өсөн гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Осрашыу һуңында ауыл халҡы район хакимиәте вәкилдәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Уларҙың барыһы ла протоколға индерелде һәм эшкә алынды.


Автор фотолары.

Һорауҙар бергәләп хәл ителә
Һорауҙар бергәләп хәл ителә
Автор:Ольга Валитова
Читайте нас: