Йәмғиәт
8 Март 2023, 04:00

Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!

Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!

Һеҙҙе матур яҙ байрамы – Халыҡара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Был шатлыҡлы көндә беҙ яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға – әсәйҙәребеҙгә һәм өләсәйҙәребеҙгә, ҡатындарыбыҙға һәм ҡыҙҙарыбыҙға, апайҙарыбыҙға һәм һеңлеләребеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе, һөйөүебеҙҙе, ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ. Хөрмәтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙ һәр ваҡыт матурлыҡ, яғымлылыҡ, мөләйемлек кеүек иң матур сифаттарҙы кәүҙәләндерәһегеҙ, беҙҙе юғары ҡаҙаныштар яулауға илһамландыраһығыҙ, тормошобоҙҙо яҡтыраҡ, йәмлерәк итәһегеҙ. Ышаныслы ғаилә усағын булдырғанығыҙ, көндәлек хәстәрлегегеҙ һәм бөтмәҫ һөйөүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Ғаиләгеҙҙә һәр ваҡыт мөхәббәт һәм ихтирам, йортоғоҙҙа йылылыҡ хөкөм һөрһөн. Янығыҙҙа яҡындарығыҙ һәм
туғандарығыҙ булһын, балаларығыҙ тик шатлыҡ ҡына бүләк итһен, йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен!

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан.

Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Яҙ ҡояшы кеүек балҡығыҙ!
Автор:
Читайте нас