Йәмғиәт
8 Март 2023, 10:00

Быйыл изге Рамаҙан айы 22 март ҡояш байыу менән башлана

Кесаҙна (23 март) – ураҙаның беренсе көнө.

Быйыл изге Рамаҙан айы 22 март ҡояш байыу менән башланаБыйыл изге Рамаҙан айы 22 март ҡояш байыу менән башлана
Быйыл изге Рамаҙан айы 22 март ҡояш байыу менән башлана

Дүшәмбе / Шишәмбе (17-18 апрель) - ҡәҙер кисе һәм көнө.

✅Сәхәр доғаһы: Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә.
✅ Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем.».

✅Ауыҙ асыу доғаһы: Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мә әххартү.
✅ Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashstatus?w=wall-21462612_97263

Автор:
Читайте нас