

- Ҡуй әле, әсәй, бушты һөйҙәп ултырма. Моғайын, бешергәндер инде еңгәй. Ҡыҙыҡ ҡынаһың инде... Эс сәйеңде,һыуытаһың.
-Картуф бешереп, ағайыңды саҡырып ал әле... - әсәйҙең күҙҙәре йәшкәҙәй һалып, танауын тарта башланы-карманайым ҡайҙа икән?
-Кеҫәңдә,әсей.
Әсәй ,бер кеҫәһен һәрмәштергән булды,шунан икенсеһен.Тапмағас,өҫтәлдең бер яҡ ситендә ятҡан сынаяҡ таҫтамалы менән йәштәрен һөрттө.
Әсәйебеҙ оло инде,яңылышып та китә,ҡолаҡҡа ятмаған хәбәрҙәр ҙә ысҡындырып ҡуя .Тиҙ генә күңеле лә кителеп бара.
-Ярай,саҡырырмын,әсәй.
-Бер Мөнирә еңгәйгә йомошҡа ингәйнем.Бер таба картуф бешергән,ашъяулыҡҡа ултыртҡайны,күмәк симыя ней,күҙ асып йомған арала ялпайтып та ҡуйҙылар .
,,Кәләш алып башҡа сыҡһам,гел генә картуф жариты ашар инем,"тигән булды Иштимер.Шул иҫкә төштөсө...Үәәәй...Ғүмер...
Әсәйҙең ниңә күңеле кителгәнен аңлап торам.Эш картуфта ғына түгел шул.
Еңгәй иртәрәк китеп барҙы .Инде етмешкә китеп барған ир кешегә яңғыҙ ҡалыуы ҡыйын ғына ла түгел,ҡыйындың аръяғы инде.Ишәйең менән ҡуша сөкөрҙәшеп сәй эсеүгә,иңгә-иң йәшәүгә нимә етһен?
-Ярай,рәхмәт,етеп торор.Аҙаҡ Иштимер менән эсермен,-әсәй доға ҡылып ҡуйҙы ла тупһаға сығып ултырҙы.Беҙҙең тупһа бейек.Кемдең арба һөйрәп һыуға ,салғы йөкмәп бесәнгә,күнәк тотоп емешкә киткәне күренеп тора.
-Анау барған ир Иштимер түгелме?-әсәй ҡулын маңлай тәңгәленә ҡуйып һаҙ яғын күҙәтә.
-Ул түгел,әсәй.
-Мөнирә инәңде әйтәм,көнөнә ике тапҡыр икмәк һалып алыр ине.Бер лис мейестән сығыуға ,икенсеһен тасҡап торор ине.Еткән биш малай,өс ҡыҙ,емерә ашайҙар...
Картуф бешереп,самауыр ҡайнатҡанды сыҙамай көтөп ултырҙы әсәй.
Ағайҙы сәйгә алдыҡ.
-Картуфың ғәләмәт тәмле,ҡарындаш.Еңгәң дә тәмле бешерә ине.
-Нимә тине ағайың?-әсәй миңә ҡарай.
-Киленеңдеке һымаҡ тәмле бешергән ҡарындаш,тейем,-Иштимер ағай әсәйҙең ҡолағына яҡыныраҡ һөйләй.Күңеле нескәрҙе әсәйҙең.Әсәй илай,Иштимер ағай илай,мин илайым.
Фото: https://unsplash.com/