Йәмғиәт
4 Март 2023, 08:00

Ауыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым

Район ауылдарында граждандар сходы үтә. Тәүге йыйылыш Ишәй ауылында булды. Сарала Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, хакимиәт башлығының сәнәғәт, ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллин, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова, дәүләт һәм муниципаль ойошмалар, учреждениелар етәкселәре ҡатнашты.

Ауыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙымАуыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым
Ауыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым

Ишәй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Таһиров үҙ сығышында үткән йылға йомғаҡ яһаны. 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Ишәй ауылы Советы биләмәһендә даими йәшәүсе халыҡ һаны 3403 кеше
тәшкил итә.

- 2022 йылда Ишәй һәм Восток ауылдарындағы сүплектәр, Әхмәр ауылындағы мал зыяратының эргәһе таҙартылды. Милли проект сиктәрендә Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдарында ике модулле фельдшеракушерлыҡ пункты төҙөлөп сафҡа индерелде. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә Яңауыл ауылы урамдарына 3227 метр, Яңы Ишәйҙә 1900 метр оҙонлоғонда ҡырсынташ түшәлде. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы Ишәй ауылының Баҡса урамына, Көньяҡ тыҡрығы буйлап асфальт түшәлде. Әхмәр ауылында халыҡ менән берлектә Сәйгән урамы зыяратының ҡоймаһы яңыға алмаштырылды. Уҡыусыларҙы йөрөткәндә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү маҡсатында Яңауылда туҡталыш ҡуйылды. 2022 йылда “Таҙа яр” акцияһында, “Эшләрбеҙ!” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып,  Ағиҙел, Һәләүек, Ташулаҡ йылғалары буйҙары сүп-сарҙан таҙартылды. Ҡанаҡай ауылы активистары Бәкән шишмәһен төҙөкләндерҙе. Халыҡ менән берлектә яҙын һәм көҙөн зыярат биләмәләрен, йәмәғәт урындарын таҙартыу буйынса өмәләр үткәрелде. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 200-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды, - тине Илдар Мөнир улы.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм граждандар оборонаһы мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы Юрий
Дегтярев район биләмәһендә теркәлгән янғындар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Йыл башынан районда ут сығыу арҡаһында биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Юрий Владимирович янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыу кәрәклеге һәм уларҙың батареяларын ваҡытында алмаштырыуҙың мөһимлеге тураһында хәбәр итте. Граждандарҙың 13 категорияһына янғын иҫкәрткестәр бушлай бирелә, улар - күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәүселәр, хәрби хәрәкәттәрҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, һуғыш балалары.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология бүлеге начальнигы Рөстәм Мөхәмәтйәнов ауыл хужалығы малдарының инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеү, башҡа райондарҙан индерелгәндә хайуандарҙы карантинда тотоу тәртибе тураһында аңлатты.

- 2022 йылда 379 эт приютҡа урынлаштырылды, 367-һе кире ҡайтарылды, ә агрессив булғандары приютта ҡалдырылды. Административ комиссия 2022 йылда 21 эт хужаһын яуаплылыҡҡа тарттырҙы, 25000 һумға 14 кешегә штраф һалынды. Эттәр бәйҙә йә вольерҙа торорға тейеш, - тине ул. Был көндө ауыл халҡы белгестәргә һорауҙарын биреп ҡалырға ашыҡты. Мәҫәлән, Ишәй ауылы старостаһы Р.Ибраһимов ауыл янындағы мәмерйә эргәһендә 300- ләп баш йылҡы малының хужаһыҙ йөрөүе, шул арҡала мәмерйәләр емерелә башлауын белдерҙе. А. Тимерәшев Ишәй ауылындағы янғын һүндереү машинаһына гараж кәрәклеге, уның өсөн мәктәп ҡаҙанлығына төкәтмә төҙөргә тәҡдим итте.

Карасевка ауылы старостаһы А.Устинов ауыл зыяратында ерләү өсөн урын юҡлығы, уны ҙурайтырға кәрәклеге хаҡында һорау бирҙе.

- Бының буйынса бер нисә тапҡыр йәмәғәт тикшереүе үткәрелгән, шулай уҡ документация тикшерелгән. Зыярат бүленгән, генераль планда бар, ер тейешле категорияға
күсерелгән. Зыярат өсөн башҡа урын ҡаралмаған. Юл янындағы зыярат сиктәрен бер нисә тапҡыр киңәйттек, яҙғыһын киңәйтеү мөмкинлеген яңынан ҡарарбыҙ, - тине архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығының баш архитекторы Светлана Забелина.

Осрашыу конструктив диалог формаһында үтте, үҙ фекерен әйтергә теләгән һәр кем бындай мөмкинлеккә эйә булды. Һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр уҡып ишеттерелде, барлыҡ һорауҙар буйынса яуаптар һәм тейешле йөкләмәләр бирелде, протокол төҙөлдө. Автор фотолары.

Ауыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым
Ауыл сходтары - проблемаларҙы хәл итеүгә аҙым
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас