Йәмғиәт
3 Март 2023, 08:30

Тырыштар донъяны яулай

Булдыҡлы, үҙ эшендә юғары баҫҡысҡа өлгәшкәндәрҙең барыһы ла бер төрлө уңышлы, ә бына уға өлгәшеү юлы һәр кемдеке үҙенсә.

Тырыштар донъяны яулайТырыштар донъяны яулай
Тырыштар донъяны яулай

Бөгөнгө көндә тегеү оҫтаханаһы хужаһы булған Ольга Нилова өсөн ул бынан бер нисә йыл элек, өсөнсө балаһы менән декрет ялында ултырған осорҙа башлана.

- Идея көтмәгәндә тыуҙы. Байрамға ҡыҙҙарыма Өфөнән исемдәре сигеп яҙылған халаттарға заказ биргәйнем. Уларҙы алғас үҙемдең дә ошондай әйберҙәр эшләргә теләүемде аңланым, - тип һөйләй Ольга Николаевна. – Бәләкәй саҡтан уҡ тегеү менән ҡыҙыҡһына торғайным. Үҙемә һәм әхирәттәремә кейем моделдәре лә эшләй инем, әммә сигеү менән шөғөлләнмәнем. Шуға ҡарамаҫтан, бер йыл буйы аҡса йыйып теген һәм сигеү машиналары һатып алдым. Бәләкәй генә заказдар ҙа ҡабул итә башланым, ә бер йылдан тағы ла бер машинкалы булдым.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Ольга Нилова муниципаль район хакимитендә уҙған инвестсәғәттә оҫтахана булдырыу буйынса үҙенең проектын тәҡдим итә. Ул хуплана һәм профессиональ сигеү машинаһы алыу өсөн аҡса бүленә. Яртыһына үҙ аҡсаһын да ҡушып Ольга Нилова тейешле ҡорамал һатып ала. Һәм... ковид башлана. Халыҡ бүләк алыуҙан туҡтай, һатыу күләме төшә. Алынған яңы ҡорамал файҙаһыҙ торһа ала Ольга Николаевна төшөнкөлөккә бирелмәй. Ул осорҙа иң талап ителгән әйбер - маскалар була. Ошо ваҡытта Ольга Николаевнаның тағы ла бер сабыйы донъяға килә – ул дүртенсегә әсәй була. Әммә ҡатын яратҡан шөғөлөн ташламай. Төбәктә туризм өлкәһененең үҫеш алыуы күп кенә оҫталар өсөн башланғыс бирә. Ольга Нилова ла шулар иҫәбендә була. Ул “Туристик сувенир” конкурсында ҡатнашырға ҡарар итә һәм бәйгенең төбәк этабында – икенсе, ә Бөтә Рәсәй конкурсында “Туристик сувенирҙар линейкаһы” номинацияһында беренсе урын яулай. Линейканың исеме – “Татлы төбәк”. Бында һүҙ, әлбиттә, тәмле балға бай булған Башҡортостаныбыҙ тураһында бара.
Ольга Николаевна үҙ логотибын оҙаҡ ваҡыт уйлап йөрөгәндән һуң ғына раҫлай. Логотип сувенир һатып алыусы турист өсөн беҙҙең тыуған яҡтың матурлығын, бай тарихын сағылдырырға тейеш, тигән фекерҙә эшҡыуар. Уның сувенирҙар идеяһы тап шулай атала ла: “Башҡортостанды үҙең менән алып кит”.
Әлеге ваҡытта логотип теркәү үтә һәм тиҙҙән ул теркәлгән тауар билдәһе буласаҡ. Был билдә аҫтында Ольга Нилова эшләгән халаттар, таҫтамалдар, мунса өсөн кәрәк-яраҡтар, сумкалар, рюкзактар, автомобиль мендәрҙәре етештереләсәк. Был әйберҙәргә әле үк алтын ептәр менән бал ҡорто һәм кәрәҙ тегелгән. Әйткәндәй, Ольга Николаевна үҙ әйберҙәре менән генә сикләнмәй, башҡа оҫталарҙы ла хеҙмәттәшлеккә саҡырырға ниәтләй. Бизнесты киңәйтеү өсөн тегенселәр һәм сигеү машинаһы операторҙарын йәлеп итергә кәрәк буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта етештергән тауарҙың юғары сифатлы булыуы мөһим.
- Конкурста ҡатнашыу миңә ҡанат ҡуйҙы. Бизнесты үҫтереүҙең яңы этабы башланды. Тап коллекция яһаған мәлдә миңә үҙенсәлекле, ижади кешеләр үҙ уйҙары, оҫталыҡтары менән уртаҡлашты. Ағас сувенирҙарға гравировка эшләй белгән егеттәр менән таныштым, тап улар миңә бүлегемде йыһазландырыуҙа ярҙам итте. Улар шулай уҡ минең коллекциям өсөн Светлана Корниенко эшләгән һабындарға 3Д принтерҙа үҙенсәлекле формалар уйлап сығарҙы. Әйткәндәй, Светлана ла “Туристик сувенир” конкурсы призеры, - тип уртаҡлашты Ольга Нилова.
Бөгөн уның оҫтаханаһынан тыш ҡалабыҙҙа урынлашҡан һатыу үҙәктәренең береһендә үҙ бүлеге лә бар. Ольга Николаевна был урынды һатыу нөктәһе тип кенә түгел, ә бренды үҫтерергә теләгән ҡыҙыҡлы, ижади ҡарашлы оҫталарҙы йыйыу майҙансығы ла итмәксе.
- Минең эш көнөм таңғы дүрттән башлана. Эйе, был еңел түгел, әммә башҡалар йоҡлаған саҡта үҙ эшемдең үҫеше өсөн күп нәмә эшләй алыуымды аңлайым. Был мине илһамландыра. Бәхеткә күрә ҡыҙҙарым үҫеп килә, улар минең ярҙамсыларым - тәмле итеп ашарға бешерәләр, йортто йыйыштыралар. Бәләкәй улыма әле ике йәш ярым. Уға ваҡыт бүлергә кәрәк. Ирем, атайым, ағайым – минең терәгем. Ирем ял көндәрен улым менән уҙғара, мин үҙемде тулыһынса эшемә бағышлайым. Мин нисе ял итәм? Киске унда йоҡларға ятам, был әлегә минең өсөн ял итеүҙең берҙән-бер ысулы, - тип йылмая Ольга Николаевна.
Әйберҙәренең бер өлөшөн ул маркет-плейстар аша һата, күп кенә тауарҙары баллы тыуған яҡты хәтерләһендәр өсөн яҡындарына бүләк сифатында сит илгә китә. Ольга Николаевна үҙенең логотибындағы кеүек ысын бал ҡорто, уның уңышҡа өлгәшеү өсөн бер генә рецебы бар – хеҙмәт, хеҙмәт һәм тағы ла бер тапҡыр хеҙмәт.

 

Автор фотолары.

Тырыштар донъяны яулай
Тырыштар донъяны яулай
Тырыштар донъяны яулай
Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас