

Был сара тәбиғәтте ҡотҡарыу һәм һаҡлау, ошоға бәйле эштәрҙе балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында йәйелдереү маҡсатында ойошторолдо.
Миҙхәт Рауил улы беҙҙең ҡалаға беренсе тапҡыр килмәй, ул бер нисә йыл элек кедр үҫентеләре алып ҡайтҡайны.
Бөгөн ҡунағыбыҙ һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеү һәм унда балыҡтар ебәреү тураһында һөйләп үтте.
- Ә яҙын боҙҙа мәке уйырға кәрәк, был балыҡтарҙы үлемдән ҡотҡарасаҡ, сөнки уларға кислород кәрәк, - ти ул.
Тәйрүк йылғаһында Миҙхәт ағай уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе ойошторҙо, бер ыңғайҙан уйылған мәкеләрҙән йылғаға Фәнис Зөбәйеровтың крәҫтиән фермер хужалығында үҫтерелгән балыҡтар ебәрелде.
Автор фотолары һәм видеоһы.