

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән бүләкләнеүселәр араһында Этҡол ауылынан Гүзәлиә Зәйнулла ҡыҙы Кинйәбыҙова ла бар. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Тәлғәт Кинйәбыҙовтың оло йөрәкле әсәһенә, атаһына, яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, шулай уҡ әлеге көндә хеҙмәт иткән егеттәребеҙҙең әсәләренә улдарын иҫән-һау ҡаршы алыуҙарын теләйбеҙ.