Йәмғиәт
3 Март 2023, 09:00

Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға

Ошо көндәрҙә Ишембай районы хакимиәтендә ике йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн социаль түләүҙәр таныҡлығы тапшырылды.

Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиғаҒаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға
Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға

Йәш ғаиләләр «Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан, уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһында ҡатнашты. Социаль түләүҙәр федераль, республика һәм урындағы бюджеттар иҫәбенә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан бирелә. Быйыл дөйөм суммаһы 4,204 миллион һум булған ошондай дәүләт ярҙамын ике күп балалы йәш ғаилә алған.

- Беҙ 2017 йылдан социаль түләүгә сиратта торҙоҡ. Минең өс балам бар, - ти Әлиә Фәтҡуллина. - Ошо аҡсаға фатир һатып алырға теләйбеҙ, әлегә ваҡытлыса атай-әсәйемдә йәшәйбеҙ.

Кашаповтар ғаиләһе был программала ҡатнашыу өсөн туйҙан һуң - 2011 йылда уҡ заявка биргән. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың өс балаһы тыуған. Хәҙер дәүләт ярҙамы менән улар ипотекаһын ҡаплай аласаҡ.

- Бындай ярҙамды алыуы бик ҡыуаныслы, - ти Регина Кашапова. - Беҙҙең өсөн был шатлыҡлы ваҡиға!


Автор фотолары.

Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға
Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға
Ғаилә өсөн шатлыҡлы ваҡиға
Автор:Арина Любчикова
Читайте нас