Юртаҡ атҡа юл бит ҡыҫҡа тиҙәр,
Ваҡытҡа юҡ ҡамсы тартаһы,
Ҡыш ҡапҡаһын шығырлата асып
Килде тағы февраль уртаһы.
Ҡыш йылдың матур, ләкин ауыр осоро ул. Сатлама һыуыҡтар, ҡотороноп өргән ҡар бурандары, тәрән көрт өйөмдәре - барыһы ла бар. Әммә беҙҙе, Этҡол ауылының Йәшеллек урамында йәшәүселәрҙе, был ҡыйынлыҡ урап үтә, ҡурҡытмай! Сөнки беҙҙең урам депутаты Рауил Плюр улы Ихсанов иртә таңдан ҡар өйөмдәрен борһотоп таҙалап китә. Юлдар киң, әйтерһең буран булмаған, нисек өлгөрәһең һин, Рауил?!
"Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең һелкенһен", тип кенә ҡарап ҡуя ул. Күҙ теймәһен, тип һоҡланып бөтә алмайбыҙ.
Беҙ йәшәгән урамда, тыҡырыҡта ҡышын бер ваҡытта ла юл булманы, машина менән үтеү түгел, эт һуҡмағы ла юҡ ине. Көрт өйөменең өҫтөнән генә атланыҡ. Ә хәҙер юл өҙөлмәй. Газлы өйҙәрҙә көн күрәбеҙ. 2022 йылда һәр йортҡа зәңгәр яғыулыҡ керҙе. Хәҙер беҙ юллы ла, газлы ла йорттарҙа йәшәйбеҙ. Бындай ҙа рәхәт донъя барлығын белдек.
Ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫән-һау эшләгеҙ, Илгизәр Плюр улы Ихсанов. Һеҙ булғанда - беҙ йәшәрбеҙ. Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә, тиҙәр. Тап һеҙҙең кеүектәр менән йәшәүе еңел икән. Эшегеҙҙә уңыштар, егеттәр!