

Байрамды ауыл советы депутаты Ришат Вахитов ҡотлау һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Ир-егеттәр алдарына ҡуйылған төрлө бурыстарҙы теуәл үтәп сыҡты.
Иң сәмләндергес һәм мауыҡтырғыс уйын - боҙҙа быйма менән сәкән һуғыу булды. Беренсе партия уйында ололар уйнаһа, икенсе партияла үҫмер малайҙар уйнаны.
Байрам һуңынды ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары клубта сәй табыны ойоштороп, ир-егеттәрҙе һәм балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы.