

- Филология фәненә, уҡытыусылыҡ эшенә ынтылыуығыҙ нимә менән бәйле? Бәлки бала саҡтан килгән хыялдыр?
Уҡытыусылыҡ эшенә ылығыуымдың төп сәбәбе – ул, әлбиттә, ғаиләнән килә. Сөнки уҡытыусының иң мәрхәмәтле, яуаплы, абруйлы, оло ихтирамға лайыҡ һөнәр эйәһе икәнен мин атайым һәм әсәйем тәрбиәһенән күреп үҫтем. Үҙҙәре уҡытыусы булмаһалар ҙа, был һөнәр кешеләренә улар шул тиклем ҙур ихтирам һәм һөйөү менән ҡарай ине. Беҙгә, балаларына ла, улар шуны өйрәтте. Атай һәм әсәй тураһында һүҙ сыҡҡас (ятҡан урындары йомшаҡ булһын), улар тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым: атайым – Абдулхай Абдулхаҡ улы ғүмере буйы ауыл хужалығы буйынса етәксе урындарҙа эшләп, оҙаҡ йылдар районыбыҙҙың «Коммунар» колхозы бригадиры вазифаһын башҡарҙы. Алдынғы ҡарашлы, йор һүҙле, мәрәкәсел, уҡымышлы кеше ине ул. Атайым коллегалары өсөн дә, ауыл халҡы өсөн дә оло ихтирамға лайыҡ кеше ине. Йәше лә, ҡарты ла ихтирам итте, кәңәш һорап килде. Колхоз эшенә йәнен-тәнен биреп хеҙмәт итте, ғаиләһендә балалары өсөн йән атты, туғыҙ балаһын, ике улын, ете ҡыҙын күҙ ҡараһылай яратты, ә мине, етенсе ҡыҙын, төпсөгөн, тәүге ҡыҙы тыуғандай ҡыуанған. Әсәйем – Ғәйниямал Ғәле ҡыҙының исеме Почет таҡтаһынан төшмәне. Иҫ киткес тырыш, сәмсел, егәрле булды. Колхозда үҫмер сағынан һауынсы булып эшләп, бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәне. Үҙәк өҙгөс моңло тауышы, башҡорт халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыуы менән ул күптәрҙең күңелен арбаны, оҫта йырлауы менән ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла дан тотто. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем «Таштуғай», «Ҡарурман», «Ашҡаҙар», «Илсе Ғайса» кеүек халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарын һәр кемдең күңел ҡылдарын тетрәндерлек итеп башҡарҙы. Атайым да, әсәйем дә бына шундай оло йәнле, эшһөйәр, телһөйәр, талантлы кешеләр булғанғалыр, һәр беребеҙҙе ябай, тәрбиәле, тәртипле, түбәнсел сифаттарға эйә булырға өйрәтте, юғары белем алырға ярҙам итте, тормошта һөнәр һайлау ата-әсәй кәңәшенән тыш башҡарылманы. Бер уйлап ҡараһаң, улар үҙҙәре ниндәй бөйөк уҡытыусы булған икән! Һәр ҡылығы, булмышы менән уҡытыусы була белгән улар беҙгә. Уҡытыусы менән врачтарға ҡарата ниндәйҙер эске тойғо, ошо ихтирам менән ҡараны улар һәр саҡ. Шуға күрә лә минән оло апайым-ағайымдар тап уҡытыусы, врач һөнәрен һайлағандыр ҙа инде. Бөгөнгө көндә улар араһында атҡаҙанған мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Ҡайһы берҙәре мәғариф өлкәһендә оҙаҡ тоғро хеҙмәт итеп, хәҙер үҙҙәре лә хаҡлы ялдалар. Уҡытыусы һөнәре тигәндәй, бәләкәй саҡта бер ваҡиға хәтеремдә уйылып ҡалған. Ҡыш уртаһы. Ҡышҡы каникул үтеп, өсөнсө сиректе уҡый башлаған осор. Беҙ, 6-сы класс уҡыусылары, ата-әсәйҙәр йыйылышына әҙерләнәбеҙ. Беҙгә, әхирәтем менән миңә, ауыл буйлап йөрөп, уҡыусы балалары булған һәр йортҡа инеп, ата-әсәләрҙе йыйылышҡа саҡырыу эше йөкмәтелгән. Өҫтөмдә ҡыҙыл пальто, башымда бүрек, күҙлек кейгәнмен. Бик етди ҡиәфәттә булғанмындыр инде (сөнки бәләкәйҙән уйсан, һәр нәмәне етди ҡабул итеп үҫеүсән бала булдым). Шул ваҡыт атайым миңә ҡарап торҙо ла, мәрәкәләгән булып: «Ай-һай, уҡытыусыларҙың да уҡытыусыһы булырһың ул, ҡыҙым», - тигәйне. Йылдар үткәс кенә ошо һүҙҙең асылына төшөндөм, ошо һүҙҙең тормошҡа ашыуына инандым. Баҡтиһәң, атайым ул саҡта мәрәкәләгән булып, 12 йәшлек бәләкәй ҡыҙҙың күңелен үҫтергән, «Уҡытыусы» тигән бөйөк исемде йөрөтөүемә нигеҙ һалған, киләсәгемде күреп, миңә матур бәхет юраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан бик иртә киткәнгә, был көндәрҙе ул күрмәне.
Бала саҡта хыялдар күп булды. Үҙемде уҡытыусы булараҡ та, табип булараҡ та күрә торғайным. Әхирәттәрем менән «уҡытыусы» булып уйнаған саҡтарым да күп булды. Күрше класташ ҡыҙҙарын уҡыусы итеп ултыртып ҡуям да, үҙем уҡытыусы ролендә уларҙы уҡыта торғайным. Бала саҡта хыялдар күп була бит ул. Минең тағы бер хыялым бар ине – ул, үрҙә әйткәнемсә, табип булыу теләге ине. Врачтарҙы шул тиклем ярата инем, хатта саҡ ҡына ауырып китһәм дә: «Мине больницаға алып барығыҙ, больницала ятҡым килә», - тип үтенеп илай торғайным. Өлкәндәр нимә эшләһендәр, мин илағас (күрәһең, ныҡ ауырта, тип илағанмындыр инде) Ишембай район балалар дауаханаһына алып барып һалалар ине. Тик был хыял тормошҡа ашмай ҡалды. Шулай ҙа әлегә был хыялдан да баш тартмайым – бәлки, балаларым ашмаған хыялды үтәп ҡуйыуҙары ихтимал. Өмөт бер ваҡытта ла һүнмәй, тиеүҙәре шулдыр инде. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, уҡытыусы ла шул уҡ табип бит, ул балаға аң-белем генә биреп ҡалмай, уның күңел торошон дауалай, рухи булмышын үҫтерә, киләсәккә юл һала.
Уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлауҙа шулай уҡ үҙемдең уҡытыусыларымдың – Һайран урта мәктәбенең роле ҙур. Апайҙарым физика, математика уҡытыусылары булғанғамы, әллә үҙемдең ниңәлер теүәл фәндәрҙе яратыуым көслө инеме, мәктәптә уҡығанда шул тиклем математика фәнен яраттым. Уҡытыусым Абдрахман Ғимран улы Хәйбуллин математиканан төрлө олимпиадаларға әҙерләп, етди шөғөлләнә торғайны минең менән. Әйткәндәй, Абдрахман авый (уҡытыусыларҙы ололап беҙ шулай өндәшә инек) – ул райондың иң көслө математиктарының береһе булды. Ғөмүмән, Һайран урта мәктәбендә уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыларым да төплө белем биргән, тәрбиә, тәртип һағында торған оло йөрәкле, замана менән бергә атлаған оло хөрмәткә лайыҡ кешеләр булды. Ҡайһы саҡ: «Ниндәй мәктәпте тамамланың?», - тип һораһалар, Ишембай районының Һайран урта мәктәбен, тип ғорурланып һөйләйем. Үҙегеҙ белеүегеҙсә, Һайран урта мәктәбен ниндәй генә данлыҡлы кешеләр бөтөрмәгән дә, ниндәй генә билдәле шәхестәр тамамламаған....!!! Бөгөнгө көндә минең ҡаҙаныштарымдың һәр береһендә уларҙың роле, һис шикһеҙ, ҙур. Бөтә йылғалар ҙа инештән башланып, инештән көс алған кеүек, мине киләсәктә шәхес итеп күргән, иңдәремә ҡанат ҡуйған, миндә ышаныс тыуҙырған һөйөклө мәктәбемә рәхмәтлемен. Уҡытыусы-математик булыу ышанысын аҡлай алмаһам да, уҡытыусы-филолог булыуым менән ғорурмын, бәхетлемен. Был тәңгәлдә мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, класс етәксем Миңнур Аллағол ҡыҙы Муллағолованың исемен ҙур кинәнес менән телгә алғым килә. Ул үткәргән дәрестәр әле һаман иҫтә. Теманы бик еңел генә итеп аңлата, башҡорт теле дәрестәрен дә ҡыҙыҡ итеп үткәрә ине ул. Телгә ҡарата һөйөүем еңеп сыҡтымы (телде, әҙәбиәтте бик еңел күрә торғайным, әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡығанда ла, шиғыр ятлағанда ла тиҙ хәтеремдә ҡалдыра инем) ниңәлер XI класты тамамлап йөрөгән сағымда (1993 йылда) математика уҡытыусыһы булыу теләгем ҡапыл ҡырҡа үҙгәрҙе. Шул йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты барлығын ишеттем. Унда уҡып йөрөгән ҡайһы бер студенттарҙы ла һәм был юғары уҡыу йортоноң билдәле ғалимдары тураһында ла хәбәрҙар инем. Миндә ошо теләк еңеп сыҡты. Мин үҙемде филолог булараҡ күҙ алдына баҫтырҙым. Артабан бер ниндәй икеләнеүһеҙ ошо уҡыу йортона юл алдым, ошо уҡыу йортонда филология менән төплө шөғөлләнә башланым, филология фәндәре докторы, профессор, телсе-ғалим Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов етәкселегендә төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаным.
Университетты тамамлағас та был уҡыу йортонан китергә ашыҡманым. Артабанғы яҙмышымды фән менән бәйләргә булдым – аспирантураға уҡырға индем. 2002 йылда М.Х. Әхтәмов етәкселегендә «Ҡушма ҡылымдарҙың структур-семантик үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Аспирантурала уҡып йөрөгән йылдарымда уҡ студенттарға дәрес бирә башланым, шул осорҙа ҡанатланып эшләп, ҡанатланып уҡып йөрөгәнемде, диссертация яҙыуымды, яҡлауымды әле һаман һағынып иҫкә алам. Фән донъяһы – ул үҙе бер мөғжизә, ул үҙе бер айырым донъя. Бына шулай башҡорт филологияһына, теүәлерәк әйткәндә, башҡорт тел ғилеме өлкәһенә килеп индем. Һағынып иҫкә ала торған йылдарым, осорҙарым күп минең. Шуларҙың береһе – ул аспирантураны тамамлап, диссертацияны яҡлағандан һуңғы йылдар – БДУ-ның Нефтекама филиалында эшләгән осор ул. Нефтекама – ул беҙҙең йәшлек ҡалабыҙ. Ошо ҡалала тәүге тапҡыр ике бүлмәле фатирлы булыуым да, тормош иптәшемде осратыуым да, ғаиләле булыуым да осраҡлы түгел. Сөнки юлыма һәр саҡ изге күңелле кешеләр тап булды. 2003 йылда кафедрала ассистент булып эшләп йөрөгән сағымда факультетыбыҙ деканы, профессор М.В. Зәйнуллин эш сәфәре менән Нефтекамаға ебәреүе, унда коллегам – филология фәндәре кандидаты, бөгөнгө көндә «Юлдаш» радиоһының билдәле журналисы Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолованың күкрәк киреп ҡаршы алыуы, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры, философия фәндәре докторы Октябрь Кәли улы Вәлитовтың эшкә саҡырыуы, БДУ ректоры, физика-математика фәндәре докторы М.Х. Харрасовтың йүнәлтмә биреүе – барыһы ла ғүмеремдең «алтын миҙгеле» менән бәйле ине. Өфөнө ҡалдырып, сит ҡалаға, бигерәк тә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышына сығып китеүе, әлбиттә, еңел булманы. Әсәйемдең: «Ҡайҙа ла бер ҡояш, ҡыҙым», - тигәндәре әле һаман ҡолаҡ осонда яңғырай һымаҡ тойола. Хәҙер уйлап ҡуям да, филологияны һайлауым – ул матур тормошомдо, бәхетле киләсәгемде һайлау булған икән дә баһа, тип һөйөнөп, бер фекергә киләм. Туғандарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма йыш ҡына: «Нефтекамаға «илап» китһәм дә, «йырлап, байып» ҡайттым, әл дә юлдарыма һеҙ осранығыҙ», - тип әйтергә яратам.
Өфөгә ҡайтҡас, артабанғы хеҙмәт юлым әлеге көндә эшләп йөрөгән юғары уҡыу йорто – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйле. Ил күләмендә эре белем биреү һәм фәнни үҙәк булараҡ танылыу яулаған, уҡытыусылар әҙерләгән берҙән-бер педагогик уҡыу йорттарының береһе ул. Фәнде үҫтереү, республикабыҙға һәләтле уҡытыусылар әҙерләү кеүек һәм башҡа оло маҡсаттар йөкмәгән, заманса ҡарашлы, абруйлы етәксеһе, эшһөйәр коллективы, уңған студенттары менән дан тотҡан башҡорт филологияһы факультетында хеҙмәт юлымды дауам итеүем менән икеләтә бәхетлемен. Әйткәндәй, 2022 йыл университет өсөн дә, башҡорт филологияһы факультеты өсөн дә юбилейлы йыл булды. Университет үткән йыл үҙенең 55 йыллығын билдәләһә, факультетыбыҙҙың нигеҙ һалыныуына 30 йыл тулды. Тиҙҙән, 21 февралдә, факультеттың юбилей кисәһен уҙғарырға тигән күңелле, кәрәкле мәшәҡәт менән йөрөп ятҡан көнөбөҙ ошо мәлдә.
- Ғилми эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
Ғилми эшмәкәрлегем – ул башҡорт тел ғилеменең лексикологияһы, көнүҙәк проблемалары, һүҙьяһалыш, синтаксис өлкәһе менән тығыҙ бәйле. Белеүебеҙсә, башҡорт теле – ул агглютинатив системаға ҡоролған төрки телдәрҙең береһе. Телебеҙҙә аналитик формаларҙың күп булыуы – ул төрки халыҡтарының фекер йөрөтөү ҡеүәһе менән дә бәйле булып тора. Мәҫәлән, башҡорт телендә ҡылымдарҙың заман, һөйкәлеш, модаллекте белдереү формалары аналитик ҡылымдар, йәғни икенсе төрлө әйткәндә ҡушма ҡылымдар ярҙамында белдерелә. Әйтәйек, ярҙам итеү, азат булыу, ғашиҡ булыу, ихтирам итеү, уҡып сығыу, илап ебәреү, килә торғайны, йырлай торған булыр ине, бара ала, төшөп китә яҙҙы һ.б. Бындай формалар телебеҙҙә бихисап. Улар бер нисә һүҙҙән төҙөлһә лә, мәғәнәһе яғынан бер процесты аңлата. Әлбиттә, тел ғилемендә тюркологтар, телсе-ғалимдар тарафынан бик күп фекерҙәр әйтелгән, хеҙмәттәр ҙә баҫылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо йүнәлештә телдә асылаһы мәсьәләләр, проблемалар байтаҡ. Сөнки ҡушма ҡылымдар әлегә тиклем аҙ ғына процентта тикшерелгән. Ошо проблемаларҙы асыҡлау, төбөнә төшөнөү – фәнни-эшмәкәрлегемдең нигеҙе булып тора ла инде. Быға тиклем донъя күргән монографиям да ҡушма ҡылымдарҙың яһалышына арналды, ә синтаксис буйынса баҫылған уҡыу ҡулланмаһын иһә студенттар башҡорт теле дәрестәрендә файҙалана. Китап сығарыу эшенән тыш, студенттар, магистранттар менән берлектә төрлө кимәлдә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, мәҡәләләр баҫтырабыҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында Айзилә Үҙәнбаева исемле магистрантымдың минең етәкселектә Санкт Петербург ҡалаһында уҙғарылған Жорес Алферов исемендәге Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында II дәрәжәле дипломға лайыҡ булыуы оло ҡыуаныс булды. Сөнки студенттың ҡаҙанышы – ул уҡытыусының уңышы ла ул. Әлбиттә, бындай бәйгеләрҙә урын алған студенттар аҙ булманы, шулай ҙа һәр береһенең килтергән уңышы – ул иң тәүҙә уҡытыусы өсөн ҡыуаныс булһа, икенсенән факультеттың йөҙөн билдәләүсе бер ул. Бөгөнгө заманда вуз уҡытыусыһының фәнни эшмәкәрлеген фәнни мәҡәләләре, баҫылған китаптары ғына билдәләмәй, ә иң тәү сиратта уның төрлө грант проекттарында ҡатнашыуы ла асыҡлай. Әлегә, әлбиттә, был өлкәлә тәжрибәм бик ҙур булмаһа ла, коллегаларым менән берлектә 2021 йылда «Остаз» Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы» проектында ҡатнашыуым менән үҙемә ҙур багаж тупланым. Форсаттан файҙаланып, ошо урында коллегаларыма оло рәхмәттәремде лә белдереп үтер инем. Белеүегеҙсә, Аҡмулла исмен йөрөткән БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында һуңғы йылдарҙа бик күп яңы профилдәр асылды. Шуларҙың береһе – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү» профиле булып тора. Үрҙә әйтелгән проект һөҙөмтәһендә, асылған яңы профилгә ҡарата, бөгөнгө көндә артабан да байтаҡ эштәр башҡарыла.
- Быларҙан тыш тағы нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?
Факультетта декандың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булараҡ, студенттар менән фәнни эштәрҙән тыш йәмғиәт, мәҙәниәт, спорт йүнәлеше буйынса ла эштәр бихисап. «Студент көҙө», «Студент яҙы» фестивалдәре булһынмы, «Студентлыҡҡа бағышлау», «Мисс факультета» йәки тағы башҡа саралар булһынмы – барыһының да нигеҙендә телгә, илгә һөйөү, патриотик, рухи-әхлаҡи тәрбиә ята. Шуға күрә ошо юҫыҡта бик күп эштәр башҡарабыҙ. «Еңеү һүҙе», «Аҡмулла һүҙе» кеүек Республика кимәлендәге конкурстарҙы ойоштороу, әлбиттә, ҙур көс талап итә.
- Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
Ғаиләмә килгәндә, Юлай исемле һөйөклө тормош иптәшем, мәктәп йәшендәге ике улым бар. Иптәшем алыҫ себер тарафтарында оҙаҡ йылдар арымай-талмай эшләп йөрөй. Салауат менән Урал улдарыбыҙ Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Салауат улыбыҙ тарих фәнен, спортты үҙ итә, Урал теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһына, «Цифрлы технологиялар мәктәбе»ндә шөғөлләнә, үҙен йәш физик булараҡ һанай, киләсәктә врач һөнәрен үҙләштерергә лә уйы бар. Ғаиләбеҙ менән төрлө урындарҙа сәйәхәт итергә, тәбиғәт ҡосағында булырға, туғандар менән осрашырға, байрамдарҙа тәмле ризыҡтар бешереп ашап, бергә булырға яратабыҙ. Ял көндәрендә, ҡышҡы, йәйге каникулдарҙа күберәк ауылға ҡайтабыҙ. Минең үҙемдең тыуған ауылым – Арлар ауылы, белеүегеҙсә, тәбиғәттең ожмах урынында урынлашҡан. Шиҙе, Ҡарағай йылғалары буйына барып шишмә һыуы эсеп, Ҡыҙҙар тауына менеп көс тупламаһаҡ, үҙебеҙҙе хәлһеҙ, энергияһыҙ кешеләй тоябыҙ. Атайым менән әсәйем баҡый донъяла булһалар ҙа, беҙҙе көтөп торған тыуған нигеҙебеҙ, көтөп торған йортобоҙ бар. Шулай уҡ иптәшемдең тыуған ауылы – йәмле Өршәк йылғаһы буйында ултырған Ауырғазы районы Усман (халыҡ телендә Ҡаҙморон) ауылына йыш ҡайтабыҙ . Ҡайным (Миҙхәт) менән ҡәйнәм (Нажиә) изге йөрәкле кешеләр. Ҡайтып инеүебеҙгә төрлө ризыҡтарҙан һығылып торған мул өҫтәл менән ҡаршы алалар, тәм-том, һый тултырып оҙатып ҡалалар.
Халҡыбыҙҙа «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән матур мәҡәл бар. Беҙ ҙә иптәшем менән балаларыбыҙға һәр саҡ ипле мөғәләмә итеп, дөрөҫ, матур тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Үҙебеҙ атай-әсәйҙәребеҙҙән алған матур тәрбиәне уларға ла бирергә тигән уй-ниәт менән йәшәйбеҙ.