Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 08:00

Мосолмандар ҡорға йыйылды

Ишембай районында “Аҡһаҡалдар йыйыны” ойошторола. Уның барышында имамдар, ауыл Советы хакимиәте, урындағы халыҡ менән осрашыуҙар үтә. Сираттағы ҡор Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында уҙҙы.

Мосолмандар ҡорға йыйылдыМосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды

Борондан халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре әйтер һүҙен йыйындарҙа ғәм алдына сығарып, йә булмаһа кәңәш итер өсөн ҡорға тупланып фекер төйнәгән. Элекэлектән ауыл, ырыу аҡһаҡалдары булған. Иң абруйлы һүҙ уларҙыҡы һаналған. Сараның тәүге өлөшөндә дин әһелдәре Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Унда ата-әсәйҙәрҙе ҡәҙерләү, уҡытыусыларға һәм өлкәндәргә йылы ҡарашта, Аллаһҡа рәхмәтле булыу темаһы яңғыраны. Балалар имамдарҙы иғтибар менән тыңлап, бер-бер артлы ҡыҙыҡлы һорауҙарын яуҙырҙы. Артабан имамдар ауыл мәҙәниәт йортонда йыйылыш үткәрҙе. Унда ауыл халҡын дингә, милли мәҙәниәткә, тыуған яҡ тарихына ылыҡтырыу тураһында әйтелде.

Ауыл биләмәһе – йәмғиәттең бер өлөшө. Унда тормош ҡайнай. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр баштан ашҡан. Һәр береһенә күңел күҙе менән баҡҡанда, йәмәғәтселек алдында ҙур маҡсаттар тыуа.

Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр күп, уларҙы хакимиәт һәр ваҡыт үҙе генә хәл итә алмай. Уртаға һалып, халыҡ менән кәңәшләшеп эшләй торғандары байтаҡ. Юлай Йомағужин, Маҡар ауылының имам-хатибы, Ишембай районының Аҡһаҡалдар ойошмаһы етәксеһе:

- Бөгөн Урман-Бишҡаҙаҡҡа Ишембай районының барлыҡ имам-хатибтары йыйылды. Аҡһаҡалдар ҡоро Әрметрәхим һәм Маҡар ауылдарында ла үтте. Беҙ Урман-Бишҡаҙаҡ ауылының тарихын, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен өйрәнәбеҙ. Динебеҙ тик яҡшылыҡҡа өйрәтә, яманлыҡтан ситтә йөрөргә ҡуша. Беҙ йәштәргә, мәктәп уҡыусыларына диндең кеше тормошондағы роле тураһында һөйләйбеҙ, аңлатабыҙ. Бындай саралар рухи яҡтан бай булырға өйрәтә. Был тормошто Аллаһы Тәғәлә ваҡытлыса ғына бирә. Бындай дини саралар бөтә ауылдарҙа ла ойоштороласаҡ.

Күптән түгел генә ауыл халҡы көсө менән 100 мең һум тирәһе аҡса йыйылып, мәсеткә ремонт эшләнелгән, газ үткәрелгән. Хәҙер бында Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙан тыш, дини байрамдар ҙа үткәреп, былауҙар ҙа бешереп буласаҡ. Мәскүрә Солтанова, мөхтәсибәт эргәһендәге уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар:

- Илшат хәҙрәт мөхтәсиб булғандан башлап имамдарҙың йыйылышы ойошторола башлағайны. Үткән йылдан алып был йыйылыштарға яңы һулыш алынды, беҙгә йәш имамдар килде, уларҙың яңыса, заманса фекерҙәре тыуҙы. Мәсеттәрҙә уҡыуҙар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ишембай мәсетендә быйылдан башлап Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһе менән берлектә, филиал булараҡ дәрестәр үткәрелә. Ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр айырым уҡыйҙар. Халыҡ, имамдар менән осрашыуҙар бик кәрәкле, ул беҙҙе берҙәм булырға өйрәтә. Беҙ ауылдарҙың тарихын, мәҙәниәтен, динде өйрәнәбеҙ. Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлау, граждандарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, халыҡтарҙың конфессия-ара татыулығын һәм дуҫлығын нығытыу, ғаилә йолаларын яҡлау – быларҙың барыһы ла дини ойошмалар өсөн беренсе урында тора. Бөгөн алкоголизм, суицид, наркомания кеүек кире күренештәр йышыраҡ осрай. Был афәт менән көрәшер өсөн, көстәрҙе тупларға кәрәк. Районыбыҙҙа дин эшмәкәрҙәрҙең әүҙем булыуы
ҡыуандыра. Сарала шулай уҡ руханиҙарға хажға барыу, дини белемде үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Аҡһаҡалдар ҡоро намаҙ уҡыу менән тамамланды.

Бындай осрашыуҙың көтөп алынғанлығы күренеп тора. Төрлө ауылдарҙан килгән имамдар үҙҙәренең һорауҙарын да, борсоған проблемаларын да күтәрҙе, тәҡдимдәрен дә әйтте. Тап ошондай йыйылыштарҙа уларҙы хәл итеү юлдары асыла ла инде.

 


Автор фотолары.

Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Мосолмандар ҡорға йыйылды
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас