Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 06:00

Күңелем серҙәре

Әсәй ғүмере ни хаҡ?

Күңелем серҙәреКүңелем серҙәре
Күңелем серҙәре

- Аҡбай, Аҡбай, мә, мә икмәк. Беҙ ҡайтҡанды көт, йәме?..
Тәнзилә ҡулындағы икмәген ҡапҡа төбөндә бәйле торған күршеһенең этенә ташланы. Ә ул ғәҙәти булмағанса, Тәнзиләнең аяҡтарына килеп уралды, алғы тәпейҙәре менән ҡосаҡлап, ебәрмәҫкә маташты. Шыңшып-шыңшып, нимәнелер аңлатырға маташты. Ләкин уға иғтибар итеүсе генә булманы. Өйҙән хужалары сыҡҡас та улар машинаға ултырып китеп тә барҙы.
Ә Аҡбай көттө яратҡан күршеһен. Тик ни өсөндөр ул үҙе генә ҡайтмай оҙаҡланы. Өс айҙан һуң ғына ҡайтып төштө ул. Дөрөҫөрәге, алып ҡайттылар... машинаға һалып. Ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булғанын аңлаған Аҡбай ояһына инеп китте лә башҡаса сыҡманы. Етенсе көндә уның ике аяғы ла хәлһеҙләнеп ҡатты. Ә һигеҙенсе көндә Аҡбай ҙа күҙҙәрен мәңгегә йомдо.
Ә бит барыһы ла яҡшы ғына башланғайны. Зилә менән Мөхтәр һыйырҙарының ағын эшкәртеп, ҡалаға ҙур йәрминкәгә алып барып һатып ҡайтырға булдылар. Күршеһе Тәнзилә лә үҙен алып барыуҙы һорағас, риза булдылар. “Мин дә һөттәрҙе һатып, бройлер себештәре алып ҡайтайым әле”, - тине ул. Ҡалала эштәре бөткәс, ҡайтырға сыҡтылар. Бер аҙ барғас, ямғыр һибәләп яуа башланы. Ләкин шул саҡта ни өсөндөр машина тыңламаҫ булды. “Мөхтәр, бор рулде, төкөйһөң бит!..” - тип йән асыуы менән Зилә ҡысҡырып ебәрҙе. “Бөткәнсе борғанмын, тыңламай бит”, - тип яуапланы ире. Машина ҡарышҡандай, водителгә буйһонманы, ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҡабырғаһы менән шыуып китә башланы. Ә унда ҙур йөк машинаһы килә... Һәм бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сумды...
Өҫтә, бейектә шундай яҡтылыҡ... Рәхәт кенә... Осам... Осам... Һәм ҡапыл бер ир кеше: “Һинең балаларың бар, ҡайт кире, йәшә”, - тип яурынынан аҫҡа этеп төшөрөүгә Зиләнең бөтә тәне түҙеп торғоһоҙ итеп һыҙлай башланы. Күҙҙәрен асырға маташты. Эргәһендә ире лә ыңғыраша. Ә артта ултырған Тәнзилә апай ҡанға батҡан ине...
Был юл-транспорт фажиғәһен күргән һәр кем ярҙамға ташланды. Бик тиҙ арала килеп еткән “Ашығыс ярҙам”ға Тәнзилә апайҙы һалып оҙаттылар. Икенсеһе Зилә менән Мөхтәрҙе алып китте. Шул көндән алып, ике ғаилә өсөн дә тыныс тормош бөттө. (Ә машинала булған 30 себештең ни бары 4-һе генә үлгән булып сыҡты).
Дауаханала бер нисә көн дауаланғандан һуң Зилә менән Мөхтәр ҙә өйҙәренә ҡайтты. Тәнзилә апайҙың ғына хәле ауырыраҡ ине. Төрлө тән йәрәхәттәренән тыш, бер аяғы ла һынған булып сыҡты. Врачтар: “Урындағы дауаханала бындай ауыр операцияны эшләү мөмкинлеге юҡ”, - тип уны икенсе ҡалаға оҙаталар. Зилә менән Мөхтәр көн дә тиерлек Тәнзилә апай эргәһендә баралар, килә алмаған саҡтарында телефон аша ла хәлдәрен белешеп торалар. Ярҙамдан, тип ҙур ғына суммала аҡса бирәләр. Күршеләренең ғәйепһеҙлеген аңлаған Тәнзилә апай тәфтишселәргә яҙма рәүештә: “Был ғаиләгә бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ”, - тип белдерә. “Йорт хужаһы олоғайған инде, Тәнзилә апай дауаханала саҡта яңғыҙына ҡарауы ауыр булыр”, - тип Зилә менән Мөхтәр күршеләренең малын үҙҙәренә алып тәрбиәләй башлайҙар. Ҡош-ҡорттарын да, хужалыҡтарын да тәрбиәләшәләр, йорт хужаһына һөтөн-майын, ҡаймағын да индереп биреп торалар.
Тәнзилә апайҙы операция эшләткәндән һуң, хәле яҡшыра бара, тигән һығымта менән дауахананан сығаралар. Уны өлкән балаһы үҙенең фатирына алып ҡайта. Хәле яҡшыра барған кеүек була ла бит. Ләкин, ни сәбәптәндер, һуңғараҡ һынған аяғы тағы ла нығыраҡ итеп һыҙлай башлай. Уны шунда уҡ Өфөгә, дауаханаға оҙаталар. Бер аҙҙан һуң Тәнзилә апайға бер кемдең дә ярҙамы талап ителмәй ине инде...
Был юл-транспорт ваҡиғаһында әсәйҙәрен юғалтҡан балалар автомобиль водителен судҡа бирә. Әсәйҙәренең: “Ағайығыҙға теймәгеҙ, уның ғәйебе юҡ”, - тип әйтеүен дә “оноталар”. Тәнзилә апайҙың: “Мөхтәргә ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ”, - тигән ҡағыҙ ҙа юҡҡа сыға. Уның дауаланыуына биргән аҡса ла тикшереү эше документында сағылыш тапмай. Зыян күреүселәр адвокад яллай, водителдән 1 млн һумлыҡ матди зыян талап итәләр. Суд зыян күреүселәрҙең һорауын өлөшләтә ҡәнәғәтләндерә.
- Был фажиғәлә бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайбыҙ, - ти Зилә менән Мөхтәр. - Тәнзилә апайға ла, уның иренә лә, балаларына ла, яҡындарына ла бер ҡасан да насарлыҡ теләгәнебеҙ булманы. Ғүмер буйы яҡшы аралашып йәшәнек. Бәлки, был ваҡиғанан ҡайһы берәүҙәр фәһем алыр. Зыян күреүселәр әсәләренең рухын беҙгә “һатты”, шунлыҡтан ул апайҙың аятын йыл да уҡытып барыуҙы үҙебеҙҙең бурыс тип иҫәпләйбеҙ. Әсәйҙәренең рухын һаттылар. Шуныһы ғәжәпләндерә. Күрәһең, бөгөн бөтә нәмә аҡса менән генә үлсәнә. Хатта әсәй рухы ла... Тере кеше тереклеген итә. Әммә, йән мәңгелек, үлмәй, тиҙәр. Әсә рухын, әсә теләген үтәмәгән балаларҙың артабанғы тормошо нисек дауам итер? Уларға әсә рәнйеше төшмәҫме?
Алдымда ятҡан суд ҡарарын бына нисәнсе тапҡыр инде әйләндереп уҡыйым. Зәзәйем гелән генә: “Балаларымды аңһыҙ бәләләрҙән һаҡла инде”, - тип Хоҙайҙан ялбарып һорауы хәҙер килеп аңлашылды. Ысынлап та, был тап шул осраҡ. Бер кемдең дә уларҙың урынында ҡалғылары килмәҫе яҡшы аңлашыла. Хәҙер генә барып киләм, тип сығып киткән юлыбыҙҙа ниндәй хәүеф һағалап тороуын бер кем дә белмәй. Зилә менән Мөхтәр ҙә бит ғүмер буйы аралашып йәшәгән күршеһенә насарлыҡ теләмәгән. Киреһенсә, уның һүҙен йыға алмай, изгелек йөҙөнән, машиналарына ултыртып алып барып ҡайтыуға риза булғандар. Үҙҙәре лә шул уҡ машинала булып, бер үк хәүеф аҫтында ҡалғандар. Шул уҡ ваҡытта донъялағы иң ҡәҙерле кешеләре – әсәйҙәрен юғалтҡан зыян күреүселәрҙе лә аңларға мөмкин. Ниндәй генә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙгә һәр ваҡыт әсәй кәрәк. Уның йылы ҡулдары, аҡыллы кәңәштәренә мохтажбыҙ.
- Килеп тыуған ошондай аңһыҙ бәлә өсөн Хоҙайҙан көн дә ғәфү үтенәбеҙ, - тине Мөхтәр. - Апай рухына һәр кесе йома хәйер бирәбеҙ. Тәнзилә апай күктә балаларын нисек тыйырға белмәй аҙаплана кеүек беҙгә тойола. Күрше ағай ҙа бит балаларын судлашып йөрөмәҫкә саҡырҙы. Тик ни сәбәптәндер, улар әсәй васыятын да үтәмәне, атай теләген дә һанға һуҡманы. “Һин ҡыҫылма, дөрөҫлөк булырға тейеш, суд ҡарар сығарыр”, - ти ҙә ҡуя балалар”, - тип аҙапланды ул. Ниндәй дөрөҫлөк? Йыл ярым эсендә ете тапҡыр судҡа барҙыҡ. Һәр саҡ ул беҙҙе сығып, уңыштар теләп, оҙатып ҡала һәм ҡайтҡаныбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине.
- Суд залында иремде “кеше үлтереүсе” тип хөкөм иттеләр. - ти Зилә күҙ йәштәренә ирек биреп. - Ни һораһалар ҙа риза инем, тик иремде генә төрмәгә ултырмауҙарын балаларынан ялбарып, үтенеп һораным. Юғиһә, балаларыма аталарын кешегә изгелек эшләйем, тип, аңһыҙ бәлә арҡаһында төрмәгә ултырыуын нисек аңлатыр инем. Шунан ҡурҡтым. Беҙҙең ғаиләлә атай һүҙе - һүҙ. Ул хужа. Нимә әйтһә лә мин дә, балалар ҙа үтәп өйрәнгәнбеҙ. Кәңәшләшкәндә лә һуңғы һүҙҙе ул әйтә. Ҡайһы бер ирҙәр кеүек сәбәпһеҙгә эсеп тә йөрәмәй ул. Тырышып донъя көтәбеҙ. Осон осҡа саҡ ялғап, балалар уҡытабыҙ. Кредиттарыбыҙ ҙа ҙур. Суд билдәләгән сумма ябай ауыл кешеһе өсөн үтә лә ҙур. Түләрбеҙ, апай рухы өсөн хәйер итеп түләрбеҙ уны. Ҡөрьәндә бит мохтаждарға хәйер бирергә кәрәк, тиелә. Ә уларҙың барыһы ла юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ҙур урында эшләп, яҡшы эш хаҡы алалар. Улар ошо хәйергә мохтаждармы?
Эш аҡсала түгел. Был суд яҡын күргән кешеләрҙең сифаттарын, эске торошон асыҡларға ярҙам итте. Бөгөн кешелек сифатын юғалтып барабыҙ түгелме? Судһыҙ ҙа хәл итеп булған саҡта, ниндәйҙер дөрөҫ булмаған дөрөҫлөк эҙләү замана ауырыуы һымаҡ күренә. Үҙебеҙҙең баштан уҙған был хәл-ваҡиғанан ҡалғандар фәһем алһын ине. Әгәр ҙә шундай хәл була ҡалһа, һәр бер аҙымығыҙҙы үлсәп баҫығыҙ. Расписка алырға оялмағыҙ, видеояҙмаға, фотоға төшөрөгөҙ. Судта ярҙам итәсәк. Ярҙам итмәй икән, Хоҙай Тәғәлә күреп тора: ул үҙенең хөкөмөн сығарыр. Ә үҙем Хоҙайымдан белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарымды ғәфү итеүен ялбарам...


(Әхлаҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртеп алынды).

Автор үҙен аноним тип ҡуйҙы.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:
Читайте нас