Йәмғиәт
23 Февраля 2023, 07:00

Ил яҡлауға мохтаж саҡта өйҙә ҡалып булмай

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡайтҡан хәрби менән әңгәмәләштек. Мәҡәлә геройыбыҙ ни өсөн үҙе теләп хеҙмәткә китеүе, алдынғы һыҙыҡта нимәләр күреүе тураһында һөйләне. Уның үтенесе буйынса исемен яҙмайбыҙ.

Ил яҡлауға мохтаж саҡта өйҙә ҡалып булмайИл яҡлауға мохтаж саҡта өйҙә ҡалып булмай
Ил яҡлауға мохтаж саҡта өйҙә ҡалып булмай

- Ни өсөн һеҙ махсус хәрби операцияға барырға булдығыҙ?

- Олатайҙарыбыҙ беҙгә Тыуған ил өсөн нисек һуғышҡандары тураһында һөйләй торғайны. Бөгөнгө көндә Ватаныбыҙ яҡлауға мохтаж ваҡытта нисек итеп өйҙә ҡалаһың! Өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан ителгәс тә мин үҙ иркем менән махсус хәрби операцияға китергә ҡарар иттем. Ғаиләм бик борсолһа ла минең ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Ун йылға яҡын Рәсәй армияһында хеҙмәт иттем, шуға күрә ҡорал тотоп өйрәнеү кәрәкмәне.

- Алғы һыҙыҡта булыу ауырмы?

- Ҡайһы ваҡыт төшөнкөлөккә лә бирелеп китәһең. Мәҫәлән, яуҙан һуң үҙ егеттәребеҙҙе таба алмаған ваҡыттарҙа. Ҡайһы ваҡыт бәйләнеш булмауы арҡаһында яҡындарыңа шылтырата алмайһың, был да бик ауыр.

- Яуҙан һуң егеттәр нисек үҙгәрә?

- Юғары уҡыу йортон яңы тамамлап килгән егеттәр бар – быға тиклем улар уҡыу буйынса хәрби хеҙмәттән кисектерелеп торғандар. Шуға ҡарамаҫтан, үҙҙәрен яу ваҡытында тик яҡшы яҡтан күрһәтә, бер нимәнән дә ҡурҡмайҙар, иптәштәрен ташламайҙар. Улар менән разведкаға барырға була. Күптәре үҙҙәренең тормошонә йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡарай, һығымта яһай. Әле ялда булғандар яратҡан ҡыҙҙарына тәҡдим дә яһағандар. Тиҙҙән туйҙарҙа ла йөрөрбөҙ тип ышанам.

- Һеҙ яраланғанһығыҙ. Ул нисек булды?

- Артиллерия атышы ваҡытында яуҙаш дуҫтарымды ҡотҡарған саҡта контузия алдым. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгән арала снаряд шартланы. Бөтә нәмә тынып ҡалды. Иҫемә килгәндә һөйләшкән, ауыртыныуҙан ҡысҡырған бер тауыш та ишетмәнем. Эҙләй торғас таныш тауыштарҙы таныным. Яраланған иптәштәремде табиптарға алып барып еткерҙем. Үҙем бер айға яҡын госпиталдә яттым. Тикшереү үткәндән һуң, миңә видеобәйләнеш буйынса ғаиләмә шылтыратырға һәм үҙемдең тере икәнлегемде әйтергә рөхсәт иттеләр. Яҡындарыңдың тауышын ишетеү – үҙе оло бәхет.

- Ялығыҙ нисек үтә?

- Хеҙмәт иткән ағайымды ерләнем. Был бик ҙур ҡайғы, уның тыуған йортобоҙға иҫән ҡайтмауы бик аяныс. Минең йортом ауылда: унда һәр ваҡыт эш табыла, әсәйемә ярҙам итәм, баҡсабыҙ ҙа ҙур…

- Йәш егеттәргә армия кәрәкме, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- Һәр егет хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлайым. Унан ҡурҡырға ярамай. Армияға мөнәсәбәт кешенең хеҙмәт итергә теләге бармы әллә юҡмы икәнлегенән тора. Әгәр дошман ҡулына ҡорал тотоп һинең тыуған йортоң тупһаһына килә ҡалһа, нисек яуап ҡайтарырға икәнлеген белергә кәрәк. Бер йыл армияла хеҙмәт иткән осорҙа үҙ-үҙеңде яҡларға өйрәтәсәктәр. Хәрби билет алып тыуған яғыңа ҡайтҡандан һуң юғары хеҙмәт хаҡы булған эшкә инеү өсөн дә мөмкинселектәр күп буласаҡ.

- Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ бар?

- Иң тәүҙә мин әле махсус хәрби операцияла булған, илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған егеттәребеҙҙе байрам менән ҡотлайым. Уларға түҙемлек, уяу йоҡо һәм яҡшы хәрби дуҫтар, башҡаларға бер нәмәнән ҡурҡмай алға - ҙур һәм матур тормошҡа барыуҙарын теләйем.


Автор фотоһы.

Автор:Арина Любчикова
Читайте нас