

Иҫән булһаң, атай, хәлең һорап
Башың һыйпар инем үрелеп.
Сал сәсеңдең һәр бөртөгө һайын
Башым эйер инем иң элек.
Иҫән булһаң, сүгеп яндарыңа
Кәңәш һорар инем тағын да.
Ҡулдарыңды биттәремә ҡуйып
Үкһеп илар инем яныңда.
Иҫән булһаң, йөр(ө)гән һуҡмағыңдан
Ятып үбер инем эҙҙәрең.
Ҡылған һәр бер яңлыш ғамәлемә
Ғәфү һорар инем теҙләнеп.
Иҫән бит һин, атай, йәшәйһең һин
Хыялымда, минең йәнемдә.
Мөмкин булһа әгәр, йырҙарымдан
Һәйкәл ҡойор инем мин һиңә!
Фото: https://unsplash.com/