Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 13:30

Ветеранға – 103 йәш

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин Кашафетдин улы Хисаметдиновтың йортонда булды. Ветеран 18 февраль көндө үҙенең 103 йәшен билдәләне.

Ветеранға – 103 йәшВетеранға – 103 йәш
Ветеранға – 103 йәш

Нуретдин Кашафетдин улы 1920 йылдың 18 февралендә Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылында тыуып үҫә. Һуғышҡа ул 1941 йылда алынып, Мәскәүҙән Берлинға тиклем барып етә. Тыуған яҡҡа 1949 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Нуретдин Кашафетдин улы тормош һынауҙарына бирешмәй, матур тормош юлын үтә. Ғүмере буйы ул колхозда эшләй. Һөйгән йәрен дә тап ошонда осратып, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер уның 7 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәһе һәм 1 тыуаһы (правнук) бар.

Азат Альберт улы ветеранды яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, һаулығын һорашты, бүләктәр тапшырҙы.

- Һаулығым йәшемә ҡарап шәп, - тип көр йылмайҙы 103 йәшлек ветеран. – Рәхмәт, онотмай һәр саҡ инеп тораһығыҙ. Донъялар тыныс булһын, юлда иҫән-һау йөрөгөҙ!

Изге теләктәре, фатихаһы менән оҙатып ҡалды ҡунаҡтарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нуретдин Хисаметдинов.

 

Автор фотолары.

Ветеранға – 103 йәш
Ветеранға – 103 йәш
Ветеранға – 103 йәш
Ветеранға – 103 йәш
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас