

Ниндәй үпкәң ҡалды беҙгә, әсәй?
Әллә нисек бөгөн төшкә индең.
Һүҙһеҙ генә миңә ҡарап торҙоң.
Әйтсе серен күҙеңдәге моңдоң?
Бер һыйынғым килде ҡосағыңа,
Бала саҡтағылай йүгереп килеп.
Ҡыҫып-ҡыҫып, тупылдатып һөйөп,
Йылмайырһың кеүек балҡып-көлөп.
Бер туйғансы һөйләшергә, әсәй,
Зар-интизар булып ултырҙың бит.
Һағышыңды беҙгә һиҙҙермәйсә,
Йөрәгеңә генә тултырҙың бит.
Хәҙер үҙем һинең менән, әсәй,
Һөйләшергә зар-интизар булдым.
Был донъяла әсәйҙәрҙең генә
Беҙҙе аңлағанын һуңлап белдем.
Ниндәй генә үпкәң булды икән?
Әллә нисек бөгөн төшкә керҙең.
Донъяныҡы донъялыҡта ҡалһын,
Тиеп миңә әллә һабаҡ бирҙең.
Фото: https://unsplash.com/