Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 15:45

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө

Ишембайҙа бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан байрам саралары уҙҙы. Ҡалабыҙҙың Геройҙар аллеяһында тантаналы митинг үтте.

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнөЕңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө

Ишембайҙарҙы райондың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Николай Шишков сәләмләп, яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы.

- 23 февраль – тыуған илде һаҡлаусылар байрамы. Бөгөн һәр үҫмер үҙен Ватанды һаҡлаусы итеп тойорға тейеш һәм уны быға әҙерләү – беҙҙең бурыс, - тип билдәләне ул.

Аҙаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында ижад коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты үтте. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов мобилизацияланған граждандарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу һәм алып барыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ишембайҙарға Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттарын һәм Ишембай районы Почет грамоталары менән бүләкләне. Үҙ аҡсаһына хәрбиҙәргә дарыуҙар һатып алған 12-се лицейҙың икенсе класс уҡыусыһы Егор Пархоменко миҙал менән билдәләнде.

 

Автор фотолары.

Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлек көнө
Автор:Арина Любчикова
Читайте нас