

Беҙгә Зифа апайҙың йортон табыуы ауыр булманы, семәрләп эшләнгән тәҙрә ҡапҡастары, өй мөйөштәре бында оҫта йәшәүе хаҡында әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Ирҙәр эшенән ҡурҡмаған ханым Салауат ҡалаһында фотограф та, водитель дә, төҙөүсе лә, эшҡыуар ҙа, крансы ла булып эшләй. Өс йыл элек атаһының бер туған һеңлеһе ҡаты ауырып киткәс, Зифа апай уны ҡарарға тип үҙенең тыуған ауылына күсенеп ҡайта. Әммә апаһы үткән йыл гүр эйәһе була.
Зифа Йәүҙәт ҡыҙы үҙенең был шөғөл менән нисек мауыға башлауы хаҡында ихласлап һөйләп алып китте.
- Ауылға ҡайтҡас, өйҙө буяп алдыҡ. Йәйен, ҡош-ҡорт алып аҫраныҡ та, ҡышын ваҡыт күп бит инде, күңелгә ҡыҙыҡһыныу уяндымы икән, ағастан ваҡ-төйәк әйберҙәр юна башланым. Интернеттан ҡарап өйрәнеп, тәҙрә баштарына семәрҙәр эшләп ҡуйҙым. Ҡарайым да, тағы ла нимәлер етмәй кеүек. Аҙаҡ ҡыйыҡ аҫты, өй ҡырҙарына биҙәктәр эшләнем. Уларҙың барыһы ла матур ғына килеп сығыуын күргәс, эшкә тағы ла дәртләнеберәк тотондом, - тип һөйләй Зифа апай. Абыҙгилдиндар өй янына гараж, мунса, һарай, аласыҡ та төҙөп ултыртҡан.
Ябай ағас киҫәгенән күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Бындай матурлыҡ тыуҙырыу өсөн Зифа апай ағастарҙы төҙөлөш магазиндарынан һатып ала. Ауылда матур, төҙөк йорттар күп, әммә уларҙың өйө нисектер үҙендә башҡа сер һаҡлағандай. Бәлки, ҡул йылыһы ғына түгел, йөрәк йылыһын да ҡушып, төн йоҡоларын йоҡламай, ижад ҡомарын, фантазияһын, бөтә уй-кисерештәрен егеп башҡарғанға, шулай тойолалыр.
- Бер тотонһаң, айырылып булмай, онотолоп китәһең. Кешеләрҙең ышанысын аҡлар өсөн фантазия ла, оҫталыҡ та кәрәк. Ағасты әллә ни һайламайым, ниндәйе бар - шунан
эшләйем. Ниндәй ағас ҡулланһаң да, күңел һалып башҡарһаң, килеп сыға ул. Былтыр эштәрем район һабантуйында күргәҙмәгә лә ҡуйылды. Уйлаған эштәрем күп, әлегә тик инструменттар етеңкерәмәй. Шымартыу машинкаһы, лобзик, триммер, фрезер кеүек ҡорамалдар һатып алдым. Ҡумта эшләргә тип ағас киҫәктәрен шымартып ҡуйҙым.
Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ ул, теләктән тыш тырышлыҡ та кәрәк. Тормош иптәшем Өфөлә заводта фрезерлаусы булып эшләй. Уның да ҡулынан килмәгән эше юҡ, миңә ярҙамсы ла, терәк тә ул. Икәүләп шулай донъя көтәбеҙ, - тип ихлас йылмая оҫта. Ауылда күптәр Абыҙгилдиндар кеүек тырышып донъя көтә, яратҡан шөғөлөнән йәм табып йәшәй.
Автор фотолары.