

Тантаналы сарала Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Ишембай ҡалаһы һәм районының хәрби комиссары начальнигы вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы Эльвир Әлмөхәмәтов, муниципаль райондың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының ветерандары советы рәйесе Николай Шишков, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Олег Агафонов, райондың Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Илдус Хөбөтдинов, ветерандар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Митингта ҡатнашыусылар интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориалға сәскәләр һалды.
- Теүәл 34 йыл элек Совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандан сыға. Унда 260 Ишембай гражданы хәрби бурысын үтәй. Ун ике яҡташыбыҙҙың ғүмере
тыуған төйәгенән алыҫта өҙөлдө. Уларҙың исемдәре мемориаль плиталарҙа уйып яҙылған. Һәләк булған батырҙар мәңге хәтерҙәребеҙҙә һаҡланыр, - тине үҙенең сығышында Азат Альберт улы.
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу 1989 йылдың 15 февралендә тамамланды. Күп тарихсылар Афған һуғышын Бөйөк Ватан һуғышынан һуң булған иң аяуһыҙ
һәм ҡан ҡойғос хәрби конфликт тип иҫәпләй, уның барышында 14 меңдән ашыу совет һалдаты һәм офицеры тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай.
- Беҙ Афғанстан Республикаһында хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙар менән ғорурланабыҙ һәм күпме ваҡыт үтһә лә уларҙы онотмаясаҡбыҙ! Сөнки был беҙҙең тарих. Үткәнһеҙ киләсәк юҡ, - тине үҙ сығышында Николай Шишков.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла яугир-интернационалистарға ихтирам һәм рәхмәт белдерҙе, йәш быуынға ҡаһармандарға тиңләшергә, Тыуған илгә һөйөү һәм ҡыйыулыҡҡа өйрәнергә теләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был һуғышты үткәндәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта төрлө һөнәри өлкәләрҙә эшләүен дауам итә. Беҙ һалдаттарҙы һәм офицерҙарҙы, үҙ антына тоғро ҡалғандарҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Автор фотолары.