

15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу датаһын билдәләйбеҙ. Был көндө Рәсәй донъяның төрлө “ҡыҙыу нөктә”ләрендә дәүләтебеҙ мәнфәғәтен намыҫлы яҡлаған улдарын, геройҙарын иҫкә ала.
XX быуаттың икенсе яртыһында локаль ҡораллы конфликттар йөҙәр мең Совет һәм Рәсәй хәрбиҙәре өсөн һынау булды. Уларҙың 25 меңдән ашыуы донъяла тыныслыҡ һәм бәхетле тормош булдырыу өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан итте. Уларға яҡты иҫтәлек.
Ҡәҙерле Ватан һаҡсылары! Һеҙ үҙ хәрби бурысығыҙҙы батырҙарса тоғро үтәнегеҙ, Совет яугиры тигән исемде намыҫ менән яуланығыҙ. Сиктәрен һаҡлаған сит илдәр халҡы хәтерендә һеҙ мәңгегә рух, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ эҙе ҡалдырҙығыҙ.
Һеҙгә, яугир-интернационалистарға, “афған” ветерандарына, көндәлек хеҙмәтегеҙ, әүҙем һәм яуаплы гражданлыҡ позицияғыҙ, үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүегеҙ өсөн бөтә ишембайҙар исеменән оло рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға, шулай уҡ һәләк булған яугир-интернационалистарҙың ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, һәр башланғыстарығыҙҙа уңыштар, оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө теләйем.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.