

Байғужа ауылынан Элина Иршат ҡыҙы әйтеүенсә, барыһы ла көтмәгәндә килеп сыҡҡан.
- 2021 йылдың 21 авгусында уртаҡ дуҫтарыбыҙҙың туйы үтте. Мин бара алманым, ә Салауат унда булған. Икенсе көнөнә һыу инергә юлландым. Ә унда Оло Байыҡ
ауылындағы йылға буйында туй мәжлесе дауам итә ине. Мин был хаҡта белмәнем. Туйҙа булғандарҙың күптәре таныш, улар менән күрешеп сыҡтым, ә Салауатты белмәй инем. Ул үҙе минең янға килеп танышты, һөйләшеп киттек, телефон номерҙары менән алыштыҡ. Иртәгәһен миңә шылтыратты, биш сәғәт буйы аралашҡан ваҡыт “һә” тигәнсе үтеп тә китте, - тип һөйләй Элина.
Йәштәрҙең осрашыуы дауам итә. Элина Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға ингән генә йыл. Салауат һылыуҡайҙан ун йәшкә өлкән. Шулай ҙа егет ныҡышмал булып сыға, бер йыл тирәһе шулай дуҫлашып йөрөгәндән һуң, былтыр июль айында Элина менән Салауат никах уҡыта. Татыу ир менән ҡатындың тышҡы ҡиәфәттәре лә, холоҡтары ла оҡшаш. Әле Элина Иршат ҡыҙы медицина колледжында һуңғы курста уҡып йөрөй, ә Салауат Зәки улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Йәш ҡатын ирен оҙайлы сәфәрҙән ҡайтыуын һағынып көтөп ала.
- Мөхәббәт бар! Ул бәхетле тормоштоң нигеҙендә ята. Ир менән ҡатын бер-береһен ысынлап ярата икән, бер ниндәй һынау ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа уларҙың араһына кәртә була алмай, - ти йәштәр.
Фото ғаилә архивынан.