Йәмғиәт
8 Февраль 2023, 14:00

Уңайлы шарттар булдырыу мөһим

Был шишәмбе Ишембай районында эшлекле сәфәр менән Каринэ Хәбирова һәм Лариса Назарова булды. Улар Петровск ауылындағы “Петровский” үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһында (элекке балалар йорто) эшләнгән ремонт менән танышты.

Уңайлы шарттар булдырыу мөһимУңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим

- 2022 йылдың апреленән беҙҙең үҙәктәге социаль ҡунаҡханаға капиталь ремонт эшләнә башланы. Аҙаҡ процедуралар бүлмәһенә һәм вестибюлгә ремонт эшләнде. Барлыҡ интерьер һәм дизайнды “БлагоДать” хәйриә фонды вәкилдәре уйлап тапты. Улар беҙгә шулай уҡ өр-яңы мебель һатып алды, - тип уртаҡлашты “Петровский” үҙәге директоры Эльмира Летунова.

Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәләнеүселәр исеменән Эльмира Әнүр ҡыҙы тыуҙырған матурлыҡ өсөн Лариса Назарова етәкселек иткән “БлагоДать” хәйриә фондына рәхмәт белдерҙе.

- Хәҙер беҙҙә матур, яҡты, уңайлы бүлмәләр, заманса интерьер. Балалар ошондай яҡшы шарттарҙа йәшәргә хоҡуҡлы, - тип иҫәпләй үҙәк директоры.

“Петровский” үҙәгендә бөгөнгө көндә 27 бала – 15 малай һәм 12 ҡыҙ йәшәй. Уҡыуҙан һуң буш ваҡытта улар һүрәт төшөрә, төрлә оҫталыҡ дәрестәрен үтә, спорт залында шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша һәм музыка мәктәбенә йөрөй. Мәртәбәле ҡунаҡтар килгән ваҡытта балалар өсөн оҫталыҡ дәресе бара ине. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Владимировна менән премьер-министр Андрей Назаровтың ҡатыны Лариса Геннадьевна ремонтланған бинаны ҡарап сығып, балалар менән әңгәмәләште, хеҙмәткәрҙән тағы ниндәй мебель, ҡорамалдар һатып алырға кәрәклеген һорашты.

- Ремонтланған медицина кабинеты тулыһынса яңы төҫ алды: стеналары тигеҙләнде, тәҙрә эргәләре ҡабаттан эшләнде, ишектәр алмаштырылды. Беҙгә шулай уҡ яңы мебель, медицина ҡорамалдарын бүләк иттеләр. Яҡты һәм матур бүлмәгә балалар рәхәтләнеп килә, - тип шатлығы менән уртаҡлашты шәфҡәт туташы Әлфиә Йәғәфәрова.

- Ҡалала урынлашҡан балалар йорттарына тәрбиәләнеүселәрҙе медицина ярҙамы һәм төрлө процедураларға йөрөтөүө еңелерәк әлбиттә. Ә бына ауылдарҙа хәл ҡатмарлыраҡ. Шуға ла беҙ бында сифатлы беренсе медицина ярҙамын алыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырырға тырыштыҡ, - тине Каринэ Владимировна.

“Петровский” үҙәгендә шулай уҡ тәрбиәгә бала алған ата-әсәйҙәр мәктәбе уңышлы эшләп килә. Мәктәп кураторы Ирина Исмаилова һүҙҙәренсә, үткән йылда унда 30 кеше уҡыу үткән. 1 февралдә башланған быйылғы йылдың беренсе төркөмөндә туғыҙ кеше уҡый башлаған.

- Беҙҙең үҙәк шулай уҡ “Остазлыҡ” программаһында ҡатнаша. Үҙәктәге барлыҡ балаларҙың да тиерлек үҙ остаздары бар. Остаз – ул баланы донъяға социәлләштерергә ярҙам итеүсе өлкән йәштәге дуҫ. Махсус уҡыуҙар үткән, 24 йәштән өлкән булған һәр кем остаз була ала, - тип аңлатты Ирина Исмаилова.

Әйткәндәй, Каринэ Хабирова “Петровский” үҙәгенә йыш килә. Балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре, Өфөгә экскурсиялар ойоштора. Тап уның башланғысы менән бер нисә йыл элек бында капиталь ремонт эшләнә башлаһа, хәҙер уны Лариса Назарова дауам итә.

 


Автор фотолары.

Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Уңайлы шарттар булдырыу мөһим
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас