

Ысынлапта, олоғая килә һәр кем тыуған яғына тартыла, ҡулынан килгән тиклем аҡсалата ярҙам күрһәтеп, өмәләрҙә лә ихлас ҡатнаша башланы. Ике йыл рәттән Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса Бәпкә урамына асфальт түшәүҙә ҡатнашһаҡ, ҡартая барған ауылыбыҙға кәрәк тип иҫәпләнгән техника алыу ауылдаштар иҫәбенә башҡарылды. Генератор, перфоратор, бесән саба торған триммерҙарҙы ике ауыл - Аҙнай һәм Хажы халҡы,бер булып алһа, ауылда янғын хәүефһеҙлеген ҡайғыртып бер цистерна, помпа һәм шлангтарҙы аҙнайҙар үҙҙәре һатып алды.
Былтырғы йәй күмәкләп ауылдаштар үҙҙәренең сабынлыҡтарын электр көтөүсе менән уратыу өсөн аҡса йыйһа, барлыҡ ҡул эштәрен, ауыл осондағы емерек шаҡартмаларҙы йүнәтеү, зыяраттың тирә-яғын таҙартыу, эсен сабып-өйөү - барыһы ла ауылдаштарҙың ҡул көсө менән башҡарылды.
Аҡса иҫәп ярата, тиҙәр. Хәстәрлекле староста тотонолған һәм ҡалған аҡсаны иҫәпләп, теркәп бара һәм былтырҙан ҡалғанын клуб ҡыйығын йүнәтеүгә тотондо. Көслө буранда аҡтарылған бер буй профнастил иләккә әйләнеп, ҡары төшөп, ямғыры үтәгә яуа ине.
"Атайсал", үҙеңдең бәләкәй илеңә ярҙам - быйылғы йыл программаһы, хәстәрлекле һәм ойоштора белгән ауылдаштар булғанда һәр саҡ эшләр.
Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле ауылдаштар! Бөгөнгө ярҙамсылар Илгиз, Азамат,Альберт, Фәнил, Айнурға старостабыҙҙың рәхмәтен дә еткерәбеҙ!
Автор фотолары.