Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2023, 13:00

«Беҙҙең башҡа Ватаныбыҙ юҡ!»

Яңыраҡ урындағы хәрби комиссариатта үҙгәрештәр булды - Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп ЭльвирӘЛМӨХӘМӘТОВ тәғәйенләнде. Беҙ яңы етәксе менән уның биографияһы, армияға саҡырыуҙың нескәлектәре һәм хәрби хеҙмәттә булған яҡташтарыбыҙ хаҡында һөйләштек.

«Беҙҙең башҡа Ватаныбыҙ юҡ!»
«Беҙҙең башҡа Ватаныбыҙ юҡ!»

- Эльвир Вәлир улы, бөгөн йәштәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен 2023 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ егеттәр махсус хәрби операция райондарына оҙатылмаҫмы тигән һорау борсой.

- Рәсәйҙә яугир-һаҡсы һәр ваҡыт хөрмәттә булған. Граждандарҙы армияға саҡырыу бер нисек тә хәрби контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр генә ҡатнашҡан махсус операция үткәреүгә бәйле түгел. Әйтергә кәрәк, районыбыҙҙың буласаҡ һалдаттары хәрби юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн ғариза биреүҙәре ҡыуандыра.

- Бөгөнгө хәл хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың кәйефенә нисек тәьҫир итә?

- Мин улар менән шәхсән үҙем аралашам һәм кире ҡараш юҡ тип әйтә алам. Йәштәр белә: беҙ дөрөҫ эш алып барабыҙ, һәр хәлдә еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Бөйөк Ватан һуғышы 1941 йылда башлана һәм 1945 йылда совет ғәскәрҙәренең еңеүе менән тамамлана. Был осор Ватанға сикһеҙ һөйөү менән бәйле ине. Һуңынан Афғанстан һуғышы. Был яуҙан ата-әсәләр 343 улын көтөп ала алманы, һәм был Башҡортостан буйынса ғына! 1994 йылдың декабрендә Чечняла яңы ҡан ҡойош башланды. Бөгөн беҙ хәүефле донъяла йәшәйбеҙ: Төньяҡ Кавказда, Сүриәлә, Украинала тыныс түгел.

- Ә һеҙҙең өсөн армияла хеҙмәт итеү нисек үтте?

- Мин Һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы дивизияһы составында хеҙмәт иттем. 90- сы йылдар уртаһында ҡыҙыу нөктәләрҙә: Көньяҡ Осетияла, Чечняла, элекке Югославия биләмәһендә - Боснияла һәм Герцеговинала булдым. Ҡатыным менән ике ул үҫтерҙек. Өлкәнебеҙ Марсель өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылып әле ике айҙан ашыу инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Икенсе улым Динислам медицина университетында белем ала, хәрби табип булырға әҙерләнә.

- Ишембайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хаҡында әйтеп китһәгеҙ ине?

- Беҙҙең ир-егеттәр геройҙарыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙа һәм башҡа подразделениеларҙа хеҙмәт итә. Улар - районыбыҙҙың ғорурлығы. Ҡайһы бер яугирҙар хөкүмәт наградалары менән бүләкләнде.

- Рәсәй Ҡораллы Көстәре һанын арттырыу планлаштырыла тигән хәбәр дөрөҫмө?

- Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу ведомствоның 2022 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында һөйләгәндә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һанын 1,5 миллионға тиклем арттырыу кәрәклеген белдерҙе (әле 1,151 миллион кеше). Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен этаплап - 18 йәштән 21 йәшкә, ә армияла хеҙмәт итеүҙең йәшен 27 йәштән 30 йәшкә тиклем күтәрергә тине. Рәсәйҙең оборона министры иҫәпләүенсә, хеҙмәткә саҡырылыусыларға хеҙмәттең беренсе көнөнән үк контракт төҙөү хоҡуғын бирергә кәрәк. Шулай итеп, контракт төҙөгән һалдаттар һәм сержанттар һаны 695 мең кешегә етергә тейеш. Барлыҡ был үҙгәрештәр ҡануниәттә нығытыуҙы талап итә.

- Буласаҡ ил һаҡсыларына нимә теләрһегеҙ?

- Уларҙың һәр береһенең девизы рус яҙыусыһы Владимир Крупиндың: «Беҙҙең башҡа Ватаныбыҙ юҡ, тик Рәсәй генә!» тигән һүҙҙәре булырға тейеш. Ватан хаҡына вафат булырға әҙер булып, атабабаларыбыҙ беҙгә илебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға васыят иткән. Буласаҡ ил һаҡсылары, әйҙәгеҙ шул васыятҡа тап төшөрмәйек.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: