Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2023, 13:00

Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын, сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү өлкәһендә дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыуға, эшкәртеү күләмен арттырыуға йүнәлтелгән.

Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр
Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр

Санкцияланмаған сүплектәр һәм тулған полигондар тирә-яҡ тәбиғәткә кире йоғонто яһай. Сүп-сар өлкәһендәге реформа ошо мәсьәләне хәл итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Хәлде яҡшыртыу өсөн дәүләт тарафынан был өлкәгә шәхси инвестициялар йәлеп ителде. Бөтә ил буйлап ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү буйынса төбәк операторҙары селтәре булдырылды. Башҡортостанда дүрт төбәк операторы билдәләнеп, һәр береһенә яуаплы зоналар беркетелде. Мәҫәлән, “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк операторы 22 район өсөн яуаплы. Улар иҫәбенә Ишембай районы ла ҡарай.

Эшләй башлауының тәүге көндәренән үк төбәк операторы Ишембай районы етәкселеге менән уртаҡ тел тапты. Районда сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү һәм ҡалдыҡтарҙы күмеү буйынса ойошҡанлы эш алып барыла. Бынан тыш, “Эко-Сити” күп ҡатлы һәм шәхси йорттар халҡы өсөн пластик евроконтейнерҙар алыуҙа ярҙам күрһәтә.

Ошо көндәрҙә төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре “Петровский” үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының контейнерҙар майҙансығына бүләккә ике евроконтейнер алып килде. “Эко-Сити” тарафынан бындай мәрхәмәтлек акциялары йыш уҙғарылып тора. Быға тиклем төбәк операторы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн 110 литрлы контейнерҙар тапшырғайны. Уларҙы уҡытыусылар, тәрбиәселәр дәрестән тыш сараларҙа балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
маҡсатында ҡуллана.

- Тирә-яҡ мөхит көндән-көн насарлана бара. Ер шарын һаҡлап ҡалыуҙы иң тәүҙә үҙеңдән башларға кәрәк, - тип иҫәпләй “Петровский” үҙәге директоры Эльмира Летунова. – Бының өсөн беҙгә төрлө сүп-сар, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм уларҙы артабан эшкәртеү өсөн контейнерҙар талап ителә. Сүп-сар һауыттары тирә-яҡты таҙа тоторға ярҙам итә. Пластик контейнерҙар иһә ҡулланылышта уңайлыраҡ та, матурыраҡ та, сүп-сар еҫен дә таратмай.

Эльмира Әнүр ҡыҙы күрһәтелгән ярҙам өсөн “Эко-Сити” хеҙмәткәрҙәренә, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Эко-Сити” төбәк операторы хеҙмәткәрҙәре иһә ошолай изгелек ҡылып, кешеләрҙе тәбиғәткә һаҡсыл булырға өндәй.

 

Фотола: «Эко-Сити» төбәк операторының Ишембай районы буйынса территориаль вәкиле Азамат Назыров яңы контейнерҙарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын мониторингылау системаһында теркәне.

 

Автор фотоһы.

Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр
Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр
Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр
Тирә-йүнгә һаҡсыл булырға өндәйҙәр
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: