Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 05:00

Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл

2 февраль - Хәрби дан көнө

Сталинград алышында еңеүгә – 80 йылСталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл

2 февраль – Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын Сталинград алышында ҡыйратҡан көн. Был датаға арнап ҡалабыҙҙың мәңгелек ут мемориаль комплексы алдында митинг үтте.

Сарала Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Ишимбай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Абдуллин, муниципаль райондың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы рәйесе Николай Шишков һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Был көн Ватаныбыҙҙың ҡаһарманлығын, батырлығын күрһәтеп, беҙҙе еңеп булмауын дәлилләгән көн булып Ер шары тарихында ҡалды. Юҡҡа ғына уны “быуат
һуғышы” тип атамағандар бит. Сталинград һуғышында Ишембайҙан 41 кеше ҡатнашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. Әммә улар һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә.

- Хөрмәтле Ишембай халҡы һәм ветерандары! Бөгөн иҫтәлекле дата. Сталинград алышы тарихҡа иң ҡан ҡойғос һуғыш булараҡ инеп ҡалған. Фашизмды еңер өсөн халҡыбыҙ күпте кисергән. Мин Сталинград һуғышын үткән ветерандарҙы һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә алам. Беҙгә бөгөн дә яңынан ҡулға ҡорал алып алышҡа сығырға һәм еңеүгә тиклем көрәшергә ҡала. Сөнки башҡа сара юҡ. Хәҙерге ваҡытта Донбаста тыныслыҡты һаҡлаусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ, - тине үҙенең сығышында Ленара Хәким ҡыҙы.

Сталинград һуғышы 200 көндән артыҡ дауам итә - 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Унда бер миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була.

- Бөгөн Сталинград янындағы ҡаты һуғышта еңеүгә 80 йыл тула. Был ҡала өсөн көрәш совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы һәм хәрби дан символы булып тора. Сталинград һуғышы – Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур бәрелештәренең береһе. 1943 йылда был көндө Совет армияһы Бөйөк Ватан һәм икенсе Бөтә донъя һуғыштары
барышында төп боролош башланыуын тәьмин итеп, Сталинград янындағы һуғышта немец ғәскәрҙәрен тар-мар иткән. Сталинградты һаҡлаусыларының батырлығы – ныҡлык һәм ҡаһарманлыҡ үрнәге булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Беҙ геройҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа тейеш, – тине Рәмил Миңлеәхмәт улы үҙ сығышында.

Был һуғыш немец илбаҫарҙарын еңеп сығыуға этәргес көс була. Ошо көндән фашистар илебеҙҙән ҡыуыла башлай. Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшеп, башын һалған яугир атай-олатайҙарыбыҙҙы онотмайыҡ!


Автор фотолары.

Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Сталинград алышында еңеүгә – 80 йыл
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас