Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 13:00

Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары

Ошо шаршамбы граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге начальнигы Рөстәм Әлибаев, муниципаль райондың сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм сауҙа үҫеше мәсьәләләре буйынса идаралыҡ начальнигы Юрий Дегтярев, Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко ҡатнашлығында Скворчиха һәм Кинйәкәй ауылдарында янғынға ҡаршы профилактик рейд үтте.

Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары

Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда республикала быйыл өс тапҡырға янғындарҙың һәм унда һәләк булыусыларҙың артыуы күҙәтелә.

- Донъяла иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, шуға ла беҙ ҡорбандарҙы булдырмау өсөн ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләргә тырышабыҙ, - ти Юрий Владимирович. – Йыл башынан Ишембай районында дүрт кеше янғын ҡорбаны булды. Яңы Әптектә сыҡҡан янғында ике кеше янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ярҙамында бәләнән ҡотолоп ҡалды. Быйыл иң тәүге үлемесле янғын 6 ғинуарҙа Ишембайҙа теркәлде. Утта ныҡлы зыян күреүсе ете көндән һуң вафат булды. Йәнә бер үлемесле осраҡ ҡаланың Иҫке Ишембай биҫтәһендә теркәлде. 

Шул сәбәпле, муниципаль район хакимиәте башлығы ихаталар буйлап янғынға ҡаршы рейдтарҙы көсөргәнешле режимда үткәреүҙе ҡарар итте. Булдырылған 14 профилактик төркөм ағзалары көн һайын күп балалы, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр ихаталары буйлап рейд үткәрә.

Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге начальнигы Рөстәм Әлибаев белдереүенсә, күпселек янғындар төнөн, йома һәм шәмбе көндәренә тура килә. Йортта тәмәке тартыу, электр сымдарының төҙөк булмауы һәм мейесте үтә ҡыҙыу яғыу – ут сығыуҙың төп сәбәптәре.

- Йортта янғын сыҡҡан осраҡта уны үҙегеҙ һүндереп маташмағыҙ. Мөлкәтен һаҡлап ҡалам тип, утты үҙаллы һүндеререгә тырышҡан кешеләрҙең тындары ҡыҫыла һәм улар иҫен юғалтып ҡолай, - ти Рөстәм Әхәт улы. – Йорттарҙы хәҙер заманса, тиҙ яна торған төҙөлөш материалдарын ҡулланып эшләйҙәр. Янғын ваҡытында улар һаҫыҡ еҫ сығара.

Рейд барышында белгестәр Кинйәкәй ауылы халҡы менән әңгәмәләшеп, янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәрмәләр тапшырҙы, йорт хужаларының иғтибарын электр сымдарының торошона йүнәлтте һәм электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға ҡушты.

Белгестәр шулай уҡ Скворчиха ауылындағы янғын депоһында ла булды. Ирекле янғын һүндереү дружинаһы водителе Радик Ғөбәйҙуллин уларҙы техника һәм ҡорамалдар торошо менән таныштырҙы. Скворчиха ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы белдереүенсә, күптән түгел янғын депоһына һыу үткәрелгән, эшселәр йәйге осорға тағы бер махсус техниканы ремонтлай.

Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге белгестәре иҫәпләүенсә, профилактик рейдтар халыҡ өсөн файҙалы, улар һис шикһеҙ үҙ һөҙөмтәһен бирә. Йәшәйештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгән осраҡта үҙеңдең дә, яҡындарыңдың да ғүмерен һаҡлап алып ҡалып була, ти улар.


Автор фотолары.

Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Иң ҡәҙерлеһе – кеше ғүмере, тиҙәр ихаталар буйлап йөрөүсе профилактик рейд ағзалары
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: