

Яу яланындағы яугирҙарыбыҙға йылы кейемдәр, гигиена кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ -түлек йыйып ебәрәбеҙ. Бик күптәребеҙ аҡсалата ла ярҙам итә. Ул аҡсаға һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр һатып алына. Ауылдаштарыбыҙ был ярҙамдың кәрәкле икәнен яҡшы аңлай. Адреслы посылкалар ҙа ебәреп торабыҙ.
30 ғинуар көндө мәҙәни үҙәктә "Күңел йылыһы" акцияһы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ маскировка сеткаһын эшләргә йыйылды. Егерменән ашыу кеше ҡатнашты был эштә.
Дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөгән ауылдаштарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Әсәйҙәрҙең теләктәре бер: тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ғәзиз балаҡайҙарыбыҙ тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.