Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2023, 10:00

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Һәр өйҙә булған аҙыҡ-түлектән ябай һәм һөҙөмтәле рецептар тәҡдим итәбеҙ. 

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Халыҡ медицинаһында ҡандағы тимер кимәлен күтәрергә булышлыҡ иткән һыналған саралар күп. Шуларҙың бер нисәһен ҡарап үтәйек.

1. Берәр стакан грек сәтләүеген һәм ҡарабойҙай ярмаһын кофемолкала онтарға. Ҡоро ҡатнашмаға бер стакан бал өҫтәп, яҡшылап болғатҡас, гемоглобинды күтәрергә ярҙам иткән шифалы ризыҡ килеп сыға. Уны көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ҡабул итергә.

2. Берәр стакан грек сәтләүеген һәм йөҙөмдө, уларға өҫтәп ике лимонды (емештәрен алырға кәрәк) ваҡларға. Уға бал, берәр стакан кишер һәм сөгөлдөр һуты өҫтәп болғатырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр стаканлап ашау ыңғай һөҙөмтәле буласаҡ.

3. Берәр кишер һәм алманы ҡырып, уға бер ҡалаҡ иҙелгән ҡара ҡарағат ҡушып ашау ҙа файҙалы.

4. Төнгөлөккә бер стакан кефирға ике ҡалаҡ ҡарабойҙай һалып бүрттерергә, ә иртән ас ҡарынға ашарға - ыңғай яҡҡа үҙгәреш тиҙ күренә.

5. Бер литр һыуға биш ҡалаҡ уртаға ҡырҡылған гөлйемеш һалып ун минут ҡайнатырға һәм төнәтергә ҡуйырға. Иртәнсәк ул ҡулланыуға әҙер. Был төнәтмә - иммунитетты нығытырға булышлыҡ итеүсе эсемлектәрҙең береһе.

6. Көнөнә 200 миллилитрҙай 1:1 нисбәтендә алынған кишер һәм сөгөлдөр һуты эскәндә лә гемоглобин яҡшы күтәрелә.

7. Гемоглобин түбән булғанда, яҡшы һаҡланған кишерҙе ҡырып, уға ҡаймаҡ йәки зәйтүн майы болғап ашау ыңғай һөҙөмтә бирә.

8. Грек сәтләүеген, йөҙөм, күрәгәне ваҡлағас, бал ҡушып болғатырға. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ашарға мөмкин. Бындай аҙыҡ ҡатнашмаһы гемоглобинды күтәрә, иммунитетты нығыта.

9. Өс көн һыуытҡыста һаҡланған уртаса биш алоэ япрағын иҙеп, уға ваҡланған бер лимон ҡушып болғатҡас, бер стакан бал өҫтәргә. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ашау бик шифалы.

Һәр осраҡта табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

 

Фото: zdorovie.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: