Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 14:00

Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы

Берҙәм булғанда ғына эш ырамлы бара, - ти Арлар ауылы старостаһы Зәлиә Зәйнетдинова

Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы

Арлар ауылы бейек тауҙар менән уратып алынған матур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Бейек тауҙарҙы ярып сығып Шиҙе йылғаһы аға. Ауылдың тын алышы менән танышыу маҡсатында Арларға юлландыҡ. Беҙҙе ауыл старостаһы Зәлиә Зәйнетдинова ҡаршы алды. Уларҙың мөһәбәт йорттарына ҡарап та бында уңған ғаилә йәшәүен аңларға була.

Зәлиә һәм Рәмил Зәйнетдиновтар Арлар ауылына бынан 12 йыл элек күсенеп ҡайтҡан. Тәүҙә Зәлиә апайҙың әсәһенең иҫке өйөндә донъя көтәләр, артабан үҙҙәре йорт һалып сығалар. Татыу ғаилә Альбина менән Әлиә исемле ике ҡыҙ үҫтерә. Аҙбар тултырып мал-тыуар, ҡаҙ-өйрәк аҫрайҙар, баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй. Ҡышын мал һуйып ит, ә йәйгеһен һөт ризыҡтарын һатыуға сығаралар. Ошоларҙан килем алып йәшәй уңғандар. Ауылда 90 йорт иҫәпләнә, барлығы 150-ләп кеше
йәшәй. Уларҙың күпселеген ҡайтып-китеп йөрөүселәр тәшкил итә. Урындағы халыҡ мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрә.

Биш йыл элек йыйылышта ауыл халҡы Зәлиә апайҙы староста итеп һайлай. Халыҡтың ышанысын аҡлай, староста ярҙамында бик күп эштәр башҡарыла.

- Арларҙа әүҙем, эшсән кешеләр йәшәй. Ир-егеттәр зыяраттағы өйҙөң ҡыйығын тимергә алмаштырҙы, тышҡы яҡтан ағартты, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартты. Өмәлә
ҡатнашыусыларҙың изге эштәренең сауаптары үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Элек сүп-сарҙы килеп йыйып алмайҙар ине, шуға ла сүп өйөмдәре оло бәләгә әүерелгәйне. Ике йыл эсендә ауылдың әүҙем кешеләре менән тирә-яҡты таҙартып алдыҡ. Былтыр Өс өйәңке ҡойоһон кәртәләп алырға ауыл Советы бағана һәм
таҡта бирҙе. Халыҡ менән күмәкләп ҡойоно ла кәртәләп ҡуйҙыҡ. Хәҙер шифалы шишмәбеҙ башҡа төҫ алды. Яҙын ҡапҡаһын урынлаштырырға ғына ҡалды, - ти Зәлиә ханым.

2021 йылда ауылда мәсеткә нигеҙ һалына. Үткән йыл аҙағында дини йортто төҙөп бөтөп, тәҙрә-ишектәрен ҡуйғандар. Был изге эште хәҙрәт Урал Сәхипгәрәй улы Хисаметдинов менән Ислам Роберт улы Хисаметдинов алып бара. Төҙөлөш материалдарын һатып алыуға бағыусылар ҙа йәлеп ителгән. Тиҙҙән эске яҡтан штукатурлау эше башланырға тора. Иҙән-түбәләре ябылып бөтһә, мәсет үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Әлегә арларҙар мәсеткә күрше Һайран ауылына йөрөй.

- Мәсеттә эшләүселәргә ит аштары менән ярҙам итеүсе Кәримә һәм Әнүр Вафиевтарға, Юнир Йәмиловҡа, Флүрә һәм Яҡуп Ғәлимовтарға, Зәлиә һәм Урал Хисаметдиновтарға, Рәйсә Йәнтуринаға ҙур рәхмәтлебеҙ. Бөгөнгө көндә ауылға ҡайтыусылар атаәсәләре йәшәгән йорттарҙы яңыртып, матурлап донъя көтә. Тик йәштәргә эш юҡ. Үҙ хужалыҡтары менән йәшәгән тырыштарға эш күп, әлбиттә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы “йәшел йылан” менән мауығыусылар ҙа юҡ түгел. Ауылда магазин булмауы ла ҡыйын. Фельдшеракушерлыҡ пункты бар, әммә фельдшер кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, тыныслыҡ өсөн көрәшкән Илдус Хисаметдиновтың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын барлыҡ ауылдаштар көтөп ҡалабыҙ. Ауыл халҡына теләгем шул, атай-өләсәйҙәр мираҫ итеп ҡалдырған еребеҙҙе яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ һәм артабан да бергә, татыу ғаилә кеүек тырышып йәшәйек, - ти Зәлиә апай.

Арлар халҡының изге эшкә күмәкләшеп, бер уйҙан тотоноуы ҡыуандыра. Берҙәм булғанда, әллә ниндәй эштәр атҡарырға, шул иҫәптән «йәшел йылан»ды ла еңеп сығырға мөмкин.

 

Ауыл күрке - Хисаметдиновтар

Ярты быуаттан ашыу тигеҙлектә, бербереһен күҙ ҡарашынан һәм ярты һүҙҙән аңлап ғүмер иткән Абдрахман менән Фәйрүзә Хисаметдиновтар ауылдаштарына тормоштары һәм төҙөк ихаталары менән үрнәк булып тора.

Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған Абдрахман Хәйбрахман улының бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. Ул етемлекте лә, аслыҡты ла кисергән.

- Беҙ атай-әсәйһеҙ етем булып дүрт бала ҡалдыҡ. 13 йәшлек Гөлйыһан апайым беҙҙе, өс ҡустыһын, ҡарап үҫтерҙе. Ул осорҙа Һайранда балалар йорто булды. Беҙҙе шунда алып китәбеҙ тип бер нисә тапҡыр йортҡа егелгән ат ебәрәләр, әммә апайым беҙҙе баҙға бикләп йәшереп алып ҡала, - тип хәтер сылбырын сисә башланы Абдрахман ағай.

1963 йылда Этҡол ауылында 10-сы класты тамамлағандан һуң һөнәри белем алыу маҡсаты менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы зоотехникумға юллана ул. Бер йыл да ике ай
ғына уҡып өлгөрә, йәш егетте әрме хеҙмәтен үтәргә саҡыралар. Ҡайтҡас уҡыуын дауам итеп, мал табибы һөнәрен ала. 13 йыл “Коммунар” колхозының Биксән ауылында ветеринар булып эшләй. Хеҙмәт яратыу, тырышлыҡ, ҡушылғанды намыҫ менән һәм еренә еткереп башҡарыу кеүек халҡыбыҙға хас матур сифаттар ағайыбыҙҙы ғүмере буйы оҙатып килә.

- Ветеринар Хәсән һәм Байтимер ағайҙар менән бер осорҙа эшләнек. Дуҫ, дәртле булдыҡ. Мин участка ветеринары булып Биксән, Ҡарлар, Арлар ауылдарына йөрөнөм, мал күп ине, - тип хәтерләй Абдрахман ағай.

13 йылдан һуң уны квалификацияһын арттырыу өсөн Өфөгә ике айлыҡ уҡыуға ебәрәләр. Ә ул иһә ауыл хужалығы институтында юғары белем алыу теләге менән дәртләнеп, үҙ маҡсатын тормошҡа ашыра. Ситтән тороп биш йыл уҡып, зооинженер һөнәрен ала. Өфөгә килгәнендә таныштарында туҡтала. Тормош юлында осраған изге күңелле кешеләрҙе рәхмәттәр әйтеп, йылы һүҙ менән иҫкә ала Абдрахман ағай. 

Төрлө йылдарҙа ул партия комитеты секретары, колхозда баш зоотехник булып эшләй, өс тапҡыр ауыл Советы депутаты була. 1993 йылда Арларҙа яңы ғына төҙөлгән
ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәктең беренсе мөдире лә ул. Бында клуб, башланғыс кластар мәктәбе, китапхана, медпункт урынлашҡан була.

Фәйрүзә менән Абдрахман Хисаметдиновтарҙың танышып, ғаилә ҡороу тарихтары үҙе бер матур хәтирә. Фәйрүзә инәй Алмалы ауылы ҡыҙы булһа ла, Һайранда йәшәүсе Сара апаһы менән еҙнәһе йортонда үҫә.

- Беҙҙең мөхәббәт тарихы Һайран мәктәбендә 7-се класта уҡығанда уҡ башланды. Тик ул 8-се класҡа – Ишембайға, ә мин Этҡол мәктәбенә күстем. Фәйрүзә ялға ҡаланан ауылға Этҡол аша ҡайтҡанда күрешеп, уны үҙемдең велосипедҡа ултыртып Һайранға алып ҡайта инем, - тип йылмая Абдрахман ағай.

Фәйрүзә инәй һөнәри белемде Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһында алғандан һуң Һайран мәктәбендә рус телен, аҙаҡ Арларҙа башланғыс кластарҙа уҡыта.
41 йыл педагогик стажы булған Фәйрүзә инәй күпселек ауылдаштарының беренсе уҡытыусыһы.

Фәйрүзә менән Абдрахман Хисаметдиновтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә быйыл 55 йыл тула. Береһенәнбереһе тәртипле, белемле, егәрле Гөлсәсәк, Гөлнур, Гүзәл ҡыҙҙарын үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Туғыҙ ейән-ейәнсәргә, дүрт бүлә-бүләсәгә бәхетле олатай-өләсәй улар. Ғүмерҙәрен күңелдәре ятҡан эшкә арнаған хеҙмәт ветерандары бар нәмәгә риза булып, һәүетемсә тормош көтә, умарта тота. Бәхетле тормош серен улар аңлашып, намыҫлы йәшәүҙә күрә.

 

Тормош уртаһында ҡайнап йәшәй

Кинйәбаева Хәнә Әхмәт ҡыҙы – бар булмышын балаларға белем биреүгә арнаған ветеран-уҡытыусы. Тыуған Ғүмәр ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 8-10-сы кластарҙы Маҡарҙа уҡый. Һөнәри белемде Стәрлетамаҡ педагогия институтында ала. 1968 йылда Һайран мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ осорҙа Мансур Хызыр улы менән ғаилә ҡороп, Арларҙа төпләнәләр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Азамат һәм Салауат улдары, Рәсимә ҡыҙҙары тыуа. Ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Рәсимә Мансур ҡыҙы әсәһе юлын дауам итеп, медицина колледжында студенттарға белем бирә. Тормош иптәше лә уҡытыусы. Хәнә Әхмәт ҡыҙының  улы Салауат ғаиләһе менән Ишембайҙа донъя көтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кинйәбаевтарҙың өлкән улы Азамат 31 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Мансур Хызыр улының да фани донъяға китеүенә ун йыл.

Хәнә менән Мансур Кинйәбаевтар матур, башҡаларға үрнәк булырҙай тормош юлы үтә. Ғаилә башлығы һөнәре буйынса ауыл хужалығы белгесе була, колхозда зоотехник булып эшләй.

- Иптәшем ҡулға оҫта, егәрле булды. Ҙур итеп йорт һалды, ағасын да ултыртты, улдар ҙа үҫтерҙе, - тип ирен йылы һүҙ менән иҫкә ала Хәнә Әхмәт ҡыҙы.

Үҙе иһә иптәшенә тоғро, һөйөклө ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсәй була, бынан тыш 35 йыл күрше Һайран ауылы мәктәбенә йөрөп эшләй, ике тапҡыр Һайран ауыл биләмәһе депутаты итеп һайлана.

- Мин уҡыта башлағанда Фәрит Барый улы Хәбиров мәктәп директоры ине. 500-ҙән ашыу уҡыусы уҡыны. Хажы, Иҫкесәк ауылдарынан балалар күп булды. Элек бер класта 27-шәр бала уҡыһа, параллель кластар һаны өсәү булып китә торғайны. Күмәк булғас эшләүе лә күңелле ине. Төрлө йылдарҙа коллективта 17-шәр уҡытыусы эшләнек. Элек иғтибар бер уҡытыуҙа ғына булманы: агитатор эшен дә алып барҙыҡ, комсомол уҡыуҙарын ойошторҙоҡ, балаларҙы тәбиғәткә алып сығып “Зарница”
уйынын үткәрер инек, - тип хәтерләй уҡытыусы.

Тап уның тырышлығы менән Һайран мәктәбе Уставы төҙөлә. Хәнә Әхмәт ҡыҙы ун йыл мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау грамоталары, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исеме менән наградлана. Хәнә Кинйәбаеваның уңышлы ла, ихтирамлы ла уҡытыусы булыуын 15-тән ашыу уҡыусыһының башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлауҙары ла дәлилләй. Уҡытыусы менән уҡыусылар араһында әле лә бәйләнеш өҙөлмәй, йылы мөнәсәбәт һаҡлана.

77-се йәшен ҡыуған Хәнә Әхмәт ҡыҙы йәйен ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсаһын тултырып йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә, ҡышын күңел йылыһын һалып ойоҡбаштар бәйләй, түшәктәр эшләй. Уның йортона ҡарап, һис шикһеҙ матурлыҡ тыуҙырыусы зат тип әйтергә була. Бынан тыш, бишенсе йыл ул урамда скандинав таяҡтары менән йөрөй. Бер сыҡҡанда Биксәнгә табан бишәр километр ара үтә! Үҙе менән башҡа ауылдаштарын да сәләмәт тормош алып барырға, хәрәкәттә булырға әйҙәй. Клубта үткән кисәләрҙән дә ситтә ҡалмай: спектаклдәрҙә халыҡсан ролдәр башҡарып, шиғырҙар уҡып ауылдаштарын һөйөндөрә.

Күңелендә тик изгелек йөрөткән, матур күңелле ветеран уҡытыусыға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүен теләйбеҙ.


Хат ташыусы Гөлфиә

Берәүҙәргә – хат, икенселәргә гәзит һәм журналдар, көндәлек кәрәк-яраҡтар ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршы алалар. Араларҙы яҡынайтып, һәр
ауылға рухи күпер һалған, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратҡан почтальон хеҙмәте элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Ана шундай изге һөнәрҙә эшләй Арларҙа йәшәүсе Гөлфиә Ғәлимова.

Өс бала үҫтергән Гөлфиә һәм Айҙар Ғәлимовтар егерме йылдан ашыу Арлар ауылында йәшәй. Гөлфиә Салауат ҡыҙы 17 йыл хат ташыусы булып эшләй. Биксән, Һайран, Арлар һәм Бәләкәй Мәҡсүт ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Иңенә ауыр сумкаһын аҫҡан, һәр саҡ кешеләргә шатлыҡ өләшкән почтальонды һәр урында көтөп алалар.

- Гәзиттәрҙән тыш, хаттар, посылкалар таратам. Биксән һәм Бәләкәй Мәҡсүт ауылдарына гәзиттәрҙе почта машинаһында ташыһаҡ, Арлар һәм Һайранда өйҙәр буйлап йәйәүләп йөрөргә тура килә. Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем дә оҡшай. Халыҡ гәзитжурнал алдырмай, тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс – уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит-журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, был минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Иң мөһиме – мине һәр урында кешеләр көтә, - тип йылмая Гөлфиә Ғәлимова.

Уңған кеше бар яҡлап егәрле, тигәндәй, Гөлфиә Салауат ҡыҙы почтальон да булып эшләп өлгөрә, донъяһын да бынамын итеп тота. Егәрле ҡатын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай,
малы ла бик ишле, шулай уҡ баҡсаһы ла гөрләп тора.

 

Элекке милиционер – хәҙер оҫта

Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, ҡулы эш белгән кеше һис кенә лә тик ултырмай. Үҙенә оҡшаған шөғөлдән кинәнес табып, көнөн файҙалы үткәрергә, ваҡытын сарыф итмәҫкә тырыша.

Фәнүр Йәмилов та тап шундайҙарҙан. Арлар ауылында тыуып үҫһә лә, 1986 йылда әрмелә хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтыу менән Нижневартовск ҡалаһына юллана. Утыҙ йылға яҡын Себерҙә йәшәй. Хеҙмәт юлын тракторсы-машинист булып башлай, аҙаҡ егерме йылдан ашыу милицияла эшләй. Автотранспорт йүнәлеше буйынса шәхси эшҡыуарлыҡ эшен дә алып бара.

Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, йорт һатып алып, уны тәртипкә килтерә. Люциә менән Фәнүр Йәмиловтарҙың ихаталарына килеп ингәс тә уның төҙөклөгөнә, матурлығына иғтибар итәһең. Йорт ишеге “Рәхим итегеҙ” тигән яҙыу менән зауыҡлы биҙәлгән. Эйе, Фәнүр Рәжәп улы - ағастан семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы. Эшен еренә еткереп башҡарыуын белгән ауылдаштары ла уға йыш мөрәжәғәт итә.

- Мәктәптә хеҙмәт дәресендә Сәғиҙулла ағай беҙҙе ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәтә торғайны. Унан һуң ағас эшенә тотонғаным булманы. 51 йәшемдә генә ҡулыма инструмент алып, ағасты төрлөләндереп, семәрләп ҡырҡа башланым. Иҫәкәйҙә йәшәүсе Тимур исемле ағас оҫтаһы менән дуҫлашып киттем. Эшләгәндә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалам, интернет селтәренән дә ҡарап өйрәнәм. Лобзик, балта һәм ҡул бысҡыһы – төп инструменттарым, - ти оҫта.

Кәләше Люциә лә уның шөғөлөн хуплап, дәртләндереп кенә тора. Ағастан эшләнгән тәҙрә рамдары, сыйырсыҡ оялары, бәүелсәк, үҙенсәлекле люстра - уларҙың йорт-ихатаһын биҙәй. Киләсәктә Фәнүр Рәжәп улы урамында бәләкәй генә һыу
ятҡылығы эшләргә ниәтләй. Йәмиловтар ҡуян үрсетә. Буш ваҡыттарында бергәләп Ҡыҙҙар, Тирмән тауҙарына күтәрелергә, балыҡ ҡармаҡларға яраталар.

 
Гөрләп эшләй ауыл клубы

2017 йылдан алып ауыл клубын Арларға килен булып төшкән Зинира Йәмилова етәкләй.

Клубта бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөүселәр күп. Ауыл халҡынан йыйылған төрлө ҡомартҡылар мәҙәни усаҡты тағы ла сағыуыраҡ итә. Боронғо балаҫ һуғыу станогы, һауыт-һабалар, һандыҡ, самауыр - былар барыһы ла башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдыра. Зинира Рәмзи ҡыҙы үҙ ҡулдары менән милли башҡорт кейемдәрен дә тегә икән. Клуб мөдире әйтеүенсә, клубта төрлө саралар уҙғарылып тора. “Ҡоймаҡ”, “Ҡорот” фольклор байрамдары бик күңелле үтә. Бынан тыш, халыҡ йыйылыштары ла даими уҙғарыла. Ауылдаштар менән бергәләп Яңы йыл байрамын да матур итеп үткәргәндәр. Штатта дүрт кеше: Наилә Ниғмәтуллина - иҙән йыуыусы, Әүхәт Әхмәтйәнов һәм Нәүфәл Фәхретдинов оператор булып эшләй.

Клуб бинаһында быға тиклем бәләкәс кластар өсөн мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килгән. Уҡыусыларҙың һаны аҙ булыу сәбәпле, улар ябылған. Бөгөнгө көндә уҡыусылар Һайран мәктәбенә йөрөп уҡый.

- Күп проблемаларҙы үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Беҙгә клубҡа интернет селтәре, музыкаль инструменттар, ремонт кәрәк. Ауылдың әүҙем кешеләре Зәлиә Зәйнетдинова, Хәнә Кинйәбаева, Рәйлә һәм Рәфис Суфияновтар, Люциә Йәмилова, Рәфҡәт Суфиянов, Айрат Вафиев, Лилиә Вафиева, Рәмзиә Ҡолмәмбәтова һәм башҡалар мәҙәни усағыбыҙға ярҙам итергә ашҡынып тора.

Әнүәр Ниғмәтуллин ниндәй генә музыкаль байрам үтһә лә, йүгереп тигәндәй килеп етә, - ти Зинира Рәмзи ҡыҙы.


Ағинәйҙән фатиха

1 майҙа үҙенең 100 йәшен билдәләйәсәк Зөһрә Суфиянова – Арлар ауылының иң өлкән ағинәйе. Уны беҙ үҙәк урамда күршеһе Нәзирә Ғәлимова менән ҡунаҡҡа китеп
барғанда тап иттек. Башына аҡ шәл ябынған, таяҡ таянған мөләйем йөҙлө инәйгә ҡарап бер ҙә 99 йәш тимәҫһең! Ул әле лә бик теремек, сәләмәтлегенә зарланмай, беҙҙең менән алсаҡ йылмайып иҫәнләште. Инәй ғүмере буйы колхозда эшләгән, һыйырын да һауған, баҫыуҙа сөгөлдөр ҙә утаған. Һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән.

Бөгөн Зөһрә инәй Яңы Әптек ауылында ҡыҙы менән кейәүе йортонда донъя көтә. Арларға 15 йыл элек мәрхүм булған тормош иптәшенең йыллығын уҡытыу өсөн ҡайтҡан икән. Тыуған ауылын, иңләп үҫкән тауҡырҙарын һағыныуын йәшермәй ағинәй. Хушлашҡанда иһә барыбыҙға ла һаулыҡ, изге теләктәр теләп ҡул болғап ҡалды.



Авторҙар фотолары.

 

Ауылымдың осо Ҡыҙҙар тауы
Туҡтай-туҡтай менәм башына.
Тау башына менеп һулыш алам,
Дәрт-көс алам ятып ташына.

Ауылымдың осо Ҡыҙҙар тауы
Йүгереп тә менгем килә башына.
Дәрт булһа ла дарман юҡ шул,
Ҡартлыҡ килә баҫып артыма.

Ауылымдың осо Тирмән тауы
Ғорур баҫып тора уң яҡта.
Ҡыштар утеп яҙҙар еткәс
Ҡайтҡым килә ҡайтҡым шул яҡҡа.

Ауылымдың осо Оло кисеу,
Кисеуҙәре булды сабаҡлыҡ.
Майкыларҙы сисеп сабаҡ һөҙөп
Үтте беҙҙең шунда бала саҡ.

Фәнүр Йәмилов.

 

Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Тырыш һәм дәртле Арлар халҡы
Автор:Гөлнора ЙӘМИЛЕВА. Гөлназ ҒИНИӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: