Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 19:30

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Бөгөн З.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында мәғариф ветераны, «Торатау» гәзитенең штаттан тыш хеҙмәткәре Фәүзиә Маннан ҡыҙы Аҡҡолованың күркәм байрамы – 90 йәшлек юбилейы уңайынан кисә үтте.

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Юбилярҙы ҡотларға Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте идаралығы начальнигы Хәлим Хафизов, мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Исмәғилев, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай районының почетлы гражданы Мәрйәм Солтанова, Ветерандар советы рәйесе Николай Шишков, районы һәм ҡала мәктәптәре директорҙары, уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары, «Торатау» гәзите журналистары килде.

Был кисәлә Фәүзиә Маннан ҡыҙының элекке уҡыусылары айырым урын алып торҙо – улар йылы иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлашты.

Хәлим Рәшит улы мәғариф ветеранын «Ишембай районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙәлы менән бүләкләп үтте.

 

Автор фотолары һәм видеоһы

 

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: