Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 16:30

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡанаҡай ауылының ветерандар советы, Ишәй ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Савельева Ксения Ксенофонтовнаны 95 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ксения Ксенофонтовна Ғафүри районында тыуып үҫкән. Үҫмер сағы һуғыш йылдарына тура килгән ҡыҙ ололар менән бер рәттән бесәнен дә сапҡан, ағас әҙерләү, һал ағыҙыу эшендә лә ҡатнашҡан.

Әле ул Ҡанаҡай ауылында ҡыҙы Юлиә менән йәшәй. Ололарҙы ҡайғыртҡаны өсөн Республика, район, ауыл биләмәһе советы хәкимиәтенә рәхмәт уҡып ултыра.

- Беҙҙең быуын ныҡлы булды. Мин үҙем 75 йәшкә тиклем бесән саптым, һыйыр тоттом. Еңеүҙең 80 йыллығын күргем килә, - ти 95 йәшлек ил инәһе Ксения апай.

Уға һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйек!

Автор:Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Ҡанаҡай ауылы.
Читайте нас