Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ғинуар 2023, 17:00

АТАЙ ҠАЙЫШЫ (ДЕТДОМ ХИКӘЙӘЛӘРЕ)

- Ильяс, һиңә нимә булды? – тип төпсөнөргә тотондо Әлиә апайым.

АТАЙ ҠАЙЫШЫ (ДЕТДОМ ХИКӘЙӘЛӘРЕ)
АТАЙ ҠАЙЫШЫ (ДЕТДОМ ХИКӘЙӘЛӘРЕ)

- Бер ниҙә булманы.

- Ә ниңә һәр ваҡыт минән йәшенәһең? Берәй нәмә әйтһәм – ишетмәмешкә һалышаһың. – Апайымдың былай тип әйтеүенә нимә тип яуап ҡайтарырға ла белмәнем. Үҙемде һуңғы арала ниңә шулай тотоуыма сәбәбе лә бар. Тик уның дөрөҫөн генә һөйләгем килмәй. Әлиә апайым хәҙер беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә һымаҡ. Әлдә ул бар әле. Детдомда ул беҙҙе гелән яҡлап йөрөтә. Әммә бындағы балаларҙың араһында апайымдың үҙенән дә көслөрәктәр күп. Әгәр минең менән ошо көндәрҙә нимә булғанын һөйләһәм – ул ныҡ борсоласаҡ, ҡыйын булыр. Эсемдәге һыҙланыуымды белдермәҫкә тырышам. Шуға ла уң ҡолағымды усым менән ҡаплап, йәшерергә маташам.

Бер тотонһа, Әлиәнең төпсөнөргә яратҡанын беләм. Уның эргәһенән тиҙерәк китер кәрәк икәнлеген яҡшы аңлайым.

- Ярай, апай, мин ҡабаланам. Шиғыр ятларға кәрәк, - тигән булдым да, йәһәтерәк бүлмәмә һыпырттым.

Ул көндө хәтерләһәм әле лә ҡыйын булып китә. Шул турала уйлап ятһам, төндәр буйына йоҡлай алмай сығам. Апайымдан йәшерһәм дә, был турала һеҙгә түкмәй-сәсмәй, нисек булған шулай һөйләйем әле...

Беҙҙең детдомда Даян исемле ялбыр сәсле, һонтор малай бар. Унан бөтәһе лә ҡурҡа, сөнки ул беҙҙең “башлыҡ”. Даян ағай ҙа, Даян ағай

тип ялағай малайҙар уның ауыҙына ғына ҡарап тора. Балалар йортонда Даян үҙе баш, үҙе түш.

Ҡурҡағыраҡ малайҙар уның бөтә йомошон да үтәй. Кемеһелер кейемен йыуа, кемеһелер үҙ ризығын уға бүлеп бирә, ә бәғзеләре Даян ҡушыуы буйынса ауылға урлашырға йөрөй. Миңә лә уның зыяны әҙ теймәне.

Балалар йортона килеп эләгеүҙе ауыр кисерҙем. Йыш ҡына ауырый башланым. Хатта битемдең дә, ҡулдарымдың да тиреһе кибә башланы. Төрлө крем һөртөп ҡарайым – файҙаһы юҡ.

Ә Даян детдомда һәр кемгә исеме менән түгел, ә ҡушамат буйынса өндәшә. Ул ваҡытта мин арыу ғына ҡушаматһыҙ йөрөп алдым.

- Һине кем тип йөрөтәләр? – тип һорап ҡуйҙы ул мине коридорҙа осратҡас.

- Ильяс.

- Ул мәғәнәһеҙ исемде онотһаң да була. Һиңә хәҙер икенсе исем табабыҙ. – Миңә баштан аяҡ күҙ йүгертеп алды. Тиреһе кипкән ҡулдарыма сирҡанып ҡарап ҡуйҙы. – Һин әллә үлергә йөрөйһөң инде? Битеңә лә, ҡулыңа ла нимә булған ул?

- Әлләсе, – был кәмһетеүле һүҙҙәрҙән уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа аҡланырға тырыштым. – Үҙем дә белмәйем. Элек улай түгел ине. Детдомға килгәндән бирле ошолай башланды.

Даяндың ауыҙы йырылды. Әллә ниндәй ҙур асыш яһағандай, усын-усҡа шапылдата һуҡты ла, һөрәнләргә тотондо:

- Таптым, таптым! Бөгөндән алып һинең исемең Кипкән Балыҡ! Ишеттеңме – Кипкән Балыҡ!

Ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Ә Даян шашынып һаман “асышы” менән уртаҡлаша бирҙе:

- Кипкән Балыҡ, Кипкән Балыҡ!..

Шул арала ҡайҙандыр малайҙар йыйылып китте. Ул ялағайҙарға етә генә ҡалды. Даянға ярарға тырышып, тештәрен ыржайтып, кемүҙарҙан хихылдарға тотондолар:

- Ну, Даян ағай, хәтәр башлыһың да инде! Шәп исем тапҡанһың бит!

Анау бәләкәсе лә эргәмә килеп, терһәге менән төрткән булды:

- Ҡарале, ысынлап та, Кипкән Балыҡ. Исеме үҙенә килешеп кенә тора шул...

Бына шулай, Даян миңә ҡушамат та тағып ҡуйҙы. Улай тип өндәшһәләр – иғтибар итмәҫкә тырыштым, йә бөтөнләй ишетмәмешкә һалыштым. Ныҡ асыуым килде Даянға. Былай итеп ҡотороуы үҙ башына булһа ярар ине, тип бышылданым эстән генә.

Бер көндө беҙҙең төркөмдә йәшәгән Дим үҙенең бүлмәһенә саҡырып алды. Бүлмәлә унан башҡа берәү ҙә юҡ ине. Моғайын, берәй ҡыҙыҡлы нәмә һөйләргә уйлайҙыр.

- Бында иркенләп һөйләшер бер кеше лә юҡ. – тип һүҙен башланы ул. – Уйлағанымды детдомда башҡаларға әйтеп бармайым. Һатлыҡ йәндәр күп. Ҡойроҡ болғаусылар аҙым һайын. Шунда уҡ ошаҡлашырға ғына торалар. Ышаныслы кешеләр юҡ тиерлек. Бына ҡарап йөрөйөм дә, Ильяс, һин йүнле кешегә оҡшағанһың. Шуға һинең менән үҙ-ара ғына һөйләшеп алырға булдым. Ышаныслы малай икәнлегең маңлайыңа яҙылған. – Дим минең менән аралашыуға шат икәнлеген белдереп, ихлас йылмайғандай итте.

Был һүҙҙәрҙән эсемә йылы йүгерҙе. Һо, шулай булмай ни! Ышаныслы малай тине бит! Үҙем, ысынлап та, шәп икәнмен тип эстән генә ҡыуандым. Тик быны Дим нимәнән сығып әйтә? Күрәһең, кешеләрҙе яҡшы айыра беләлер.

- Рәхмәт. Һин дә тәрбиәлегә оҡшағанһың, – тинем.

- Улай булғас, һинең менән бер нәмәне лә йәшермәй һөйләшә алабыҙмы? – йөҙөнә етдилек сыҡҡан Дим урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.

- Була!

- Тик был турала һөйләшкәнебеҙҙе берәү ҙә белмәһен. Яраймы? – ул бармағы менән янап ҡуйҙы.

- Икмәк тотоп ант итәм...

- Ярай, улай булғас, - Дим кемдәндер шөрләгәндәй тирә-яғына ҡаранып алды. – Ильяс, һин нисек уйлайһың: детдомда кем иң көслөһө?

- Бер ҙә белмәйем.

- Нисек инде белмәйһең? – ул, сикһеҙ аптырауын белдереп, күҙҙәре сыға яҙып миңә текәлде. – Ә Даян ағай нимә? Уның иң көслө икәнен белмәйһеңме?

Шул Даяндың исемен ишеткәс, әллә нисек булып китте. Етмәһә, ағай тип әйткән була бит әле!

- Кем-кем, тик Даян бер нисек тә көслө түгел! – тинем кинәттән. – Үҙенән кесерәктәрҙе туҡмай, бөтәһен дә мыҫҡыл итә, беҙҙең ашыбыҙҙы тартып ала... Шундай кеше нисек көслө булһын? Үҙенән ҙурыраҡтар алдында ҡуян һымаҡ дер ҡалтырап торалыр әле! – Асыуымдан нимә уйлағанымды һөйләнем дә бирҙем. Дим ауыҙын асып бер һүҙһеҙ ҡалды.

- Әлләсе, Ильс, нисек кенә тимә – Даян ағай иң көслөһө инде! Һин былай тип башҡа берәүгә әйтә күрмә, әтеү, уға еткерерҙәр. Шунда һиңә лә, миңә лә эләгер. – Уның хәстәрлекле һүҙҙәренән был турала берәүҙең дә белмәйәсәгенә ышанысым артты.

- Шул кешенең этлеге йөҙөнә сыҡҡан. Көн дә берәүҙе илатмаһа – исеме Даян булмай. Ярай әле, һин шул яуыз менән бер бүлмәлә йәшәмәйһең. Көн күрһәтмәҫ ине. – Бер әйтә башлағас, туҡтай алманым. Ысынында ла шулай бит. Тик был турала берәүгә лә һөйләп булмай. Ярай әле, Дим бар. Бик ышаныслы күренә. Хәҙер уйлағандарымды тик уға ғына һөйләйәсәкмен. Мин һөйләгәндә, Дим башын һелкеп тик ултырҙы. “Эйе” тип һүҙ менән генә әйтмәне. Ләкин уның минең менән килешеүе аңлашыла ине.

- Ә шулай ҙа, Даян нисектер ауыл ҡыҙҙарын үҙенә ҡарата. – Дим детдомдың “башлығы” менән һоҡланып ҡуйҙы.

- Әгәр уларға хаттарҙы Даян үҙе яҙмағанын белһәләр, әйләнеп тә ҡарамаҫтар ине. Туңбаш бит ул Даян! Бер һүҙҙә өс хата ебәрә. Шуға “бишле”гә уҡыған малайҙарҙы бүлмәһенә саҡыртып, әйтер һүҙен диктовать итеп, ҡыҙҙарға хат яҙҙырта.

- Китсә-ле-е! Даян ағай хаталы яҙмайҙыр?

- Әтеү, белмәйһең! Яҙа шул. Анау көндө үҙе яҙып ҡараған, тей. Хатты “дарагая дивушка” тип башлаған. – Ирекһеҙҙән шарҡылдап көлөп ебәрҙем.

Шул саҡ нимәлер дөбөр-шатыр итеп ҡалды. Бүлмәләге шифоньерҙың ишектәре шар асылып китте лә, унан ҡыҙарып бөткән Даян атылып килеп сыҡты! Йөрәгем туҡтап ҡалғандай булды. Бөттө баш! Йөҙө йәмрәйгән “башлыҡ” йоҙроҡтарын төйөп миңә ташланды:

- Үлтерәм, Кипкән Балыҡ, үлтерәм! Минең турала шулай тиһеңме әле-е-е? – Даяндың көслө йоҙроғонан күҙ алдымда осҡондар сәсрәп китте. Күҙемде күгәртә һуҡмаһын тип, устарым менән битемде ҡапланым. – Ҡарале, маңҡа! Нимә тип ауыҙ асҡан була! Мин неграмотныймы? Улай тип әле берәүҙән дә ишеткәнем юҡ. Телеңә хужа булмаһаң – мә! – Көслө итеп тибеүҙән бөйөрөм сәнсеп ҡуйҙы. Шунан тағы һелтәне..– Даян шулай тиһеңме әле? Даян былаймы? -

Башлыҡ хәле бөткәнсе төйгөсләне. Ауыртыуға түҙә алмайынса ултыра төштөм. Шунан тәмәке еҫе һеңгән ҡаты бармаҡтары яңағымды шаҡарып тотоп алды.

- Нимә, йәшәгең килмәйме әллә? – сығарынан-сыҡҡан Даян әллә ниндәй нәфрәт менән тишерҙәй итеп ҡараны. Шул саҡ берәү арҡама ныҡ итеп типте. Быныһы Дим ине.

- Даян ағай тураһында тағы берәй нәмә әйтеп ҡара! – тине ул сәрелдәп.

Ниндәй ҡамауҙа ҡалғанымды аңлап, башыма эҫе йүгерҙе. Был ҡапҡандан еңел ҡотола алмаҫмын хәҙер. Ныҡ итеп туҡмамайынса, үсен ҡайтармайынса “башлыҡ”тың күңеле булмаҫ. Әммә, нисек кенә ауыртһа ла, иларға тырышманым.

- Торғоҙ әле шул кәлтерәкте! – Даян эргәһендә бейеп торған “көсөгөнә” бойороҡ бирҙе. Теге мине аяғыма баҫтырырға маташып, эткеләне.

- Беләһеңме, һин – бөгөндән мәйет! Ҡотола алмаясаҡһың! – Даян бүлмәнең теге яғына, был яғына һөйләнә-һөйләнә йөрөй бирҙе. Шунан миндә нимәлер күреп, шып туҡтап ҡалды. Йәһәт кенә эргәмә килде:

- Быны кемдән алдың? – детдом башлығы билемдәге ҡайышҡа күрһәтте.

- Ат-та-йым-ды-ҡы. Үлер алдынан бүләк иткәйне. – ҡалтыраныулы тауышым шөрләүемде белдерҙе.

- Сис! Бөгөндән алып ул минеке! – атайымдан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны нисек бүтәнгә бирәһең? Минең өсөн бынан да ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Ошоно таҡҡан һайын атайым иҫкә төшә, ул эргәмдә йөрөгән һымаҡ хис итәм. Ҡайышҡа ҡараһам – атайымдың яғымлы йөҙө күҙ алдыма баҫа. “Мә, улым, Сис! Бөгөндән алып ул минеке! – атайымдан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны нисек бүтәнгә бирәһең? Минең өсөн бынан да ҡәҙерлерәк әйбер юҡ. Ошоно таҡҡан һайын атайым иҫкә төшә, ул эргәмдә йөрөгән һымаҡ хис итәм. Ҡайышҡа ҡараһам – атайымдың яғымлы йөҙө күҙ алдыма баҫа

- Юҡ, бирмәйем! – иң ҡиммәтле әйберемде юғалтыуҙан ҡурҡып, ике ҡулым кенән ҡайышҡа тотондом. Былай итеүемә Даян тағы асыуланды.

- Мин һинән һорап та тормайым! Дим, сис тиҙ генә! – башлыҡ ҡулдарымды шаҡарып борҙо.

- Бирмәйем ҡайышты! Ул бит атайымдыҡы! – бәлки, тыңларҙар тип тартып алмауҙарын үтендем. Даян ҡулдарымды тағы нығыраҡ ҡыҫты. Һөйәктәрем бына-бына һыныр һымаҡ.

Ә Дим шул ваҡытта сисергә тотондо.

- Бына, Даян ағай, булды! – әйберемде ҡулына эләктергәс, ауыҙы йырылып һонторға һуҙҙы. Даян ҙур ләззәт менән ҡайышты ҡулында әйләндереп-әйләндереп ҡарап алды:

- Шә-ә-әп!

- Барыбер бирмәйем тинем! – бар көсөмдө йыйып ҡайышҡа барып йәбештем. Тик Даян уны ныҡ тотҡан, ысҡындырманы. Ҡаршылашыуыма йәне көйөп, үҙемде осора төрттө.

- Серәкәй башың менән маташаңмы, ә? Ҡайышың кәрәкме?

- Эйе.

- “Мә” бик теләгәсең! – Даян ҡайыш менән миңә һелтәне. Кинәт ҡолағыма зыңҡ итеп ҡалды. Ҡайыштың тимер яғы менән ҡолағыма эләккәйне. Башым сатнай яҙып килә. Тәнем ҡалтырай. Түҙгеһеҙ ауыртыуҙан ирендәремде ҡымтыным. Күҙҙәремдән эре тамсылар бәреп сыҡты. Ә Даян менән Дим бер нимә лә булмағандай бүлмәнән сығып китте. Атайымдың ҡайышы китте...

Сараһыҙҙан түгелеп иланым. Юҡ, ауыртыуҙан да түгел. Күңелгә ауыр. Был ҡайыш менән атайым, исмаһам, бер тапҡыр ҙа һуҡҡаны булманы. Ә Даян мыҫҡыл итеп һуҡты...

- Ниңә генә шулай көсһөҙмөн икән? Мәктәптә яҡшы уҡыйһың тип маҡтаған булалар. Унан ни файҙа? “Бишле”гә уҡығансы, ошо икеле тоҡсайы Даян һымаҡ кәүҙәле булһам ине, - тип күҙ йәшемде тыя алмай, ғүмерҙә тәүге тапҡыр яҡшы уҡыуыма үкендем.

Шул көндә үк ҡолағым күгәреп сыҡты. Улай ғына ла түгел, насар ишетә башланым. Апайымдың әйткәнен шуға яҙа-йоҙа ғына ишетә инем. Уға күренмәҫкә тырышып, йәшенеп йөрөнөм.

Байтаҡ йылдар үтте. Тыуған яҡтарыма ҡунаҡҡа ҡайттым. Юл ыңғайы балалар йорто урынлашҡан ауылдағы класташыма инеп сығырға булдым.

- Теге Даянды иҫләйһеңме әле? – Класташым күпмелер һөйләшеп ултыра биргәс, кинәт шулай тип һорап ҡуйҙы.

- Иҫләгем дә килмәй! – теләр-теләмәҫ кенә яуап ҡайтарҙым. Мин шулай тип ҡырт киҫтем. Ә ысынында иһә уның яҙмышы тураһында яҡшы беләм. Бынан бер нисә йыл элек автовокзалда сүплектә соҡоноп йөрөгәнен күргәйнем. Унан һуң хәле тағы хөртәйгән тип ишеттем. Урлашҡаны өсөн төрмәлә лә ултырып сыҡҡан.

- Ишеттеңме, яңыраҡ уның менән нимә булған? – Дуҫымдың был һүҙҙәренән ҡыҙыҡһыныуым артҡандай булды:

- Нимә булған һуң?

- Даян үткән айҙа ғына үлеп ҡалды бит!

- Нис-сек? – көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып ҡалдым.

- Бына шулай. Ауыл ситендәге ҡайынлыҡта тапҡандар. Үҙенең һоро ҡайышы менән аҫылынған...

 

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айгиз Баймөхәмәтов
Читайте нас: