Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 19:00

Һөйәркәнең балаһы ла – бала... (булған хәл)

Тормоштағы ҡайһы бер хәлдәргә хайран ҡалырлыҡ – бер кинола ла ундайҙы күрмәҫһең. Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла шундайҙар рәтенән. Геройҙарҙың исемен, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн,  үҙгәртеп алдыҡ, сөнки улар, бәлки, тап һеҙҙең эргәлә  имен-һау йәшәп яталарҙыр.  Ир менән ҡатындың  еңел булмаған мөнәсәбәттәре хаҡында бәйән итәбеҙ, тик ғүмер һынауҙарын уртаҡ кисергән был ике йөрәкте хөкөм итергә хаҡыбыҙ юҡ.

Һөйәркәнең балаһы ла – бала... (булған хәл)
Һөйәркәнең балаһы ла – бала... (булған хәл)

...Беренсе ҡатынын  Илһам мәктәптә уҡығанда уҡ күҙләгәйне: йылмайып ҡына торған, алсаҡ күрше ауыл ҡыҙы Рәйлә шунда уҡ күңеленә ятты. Студент саҡта өйләнештеләр, диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайттылар. Йәш белгестәрҙе районда ҡушҡуллап ҡаршы алдылар, эшле, фатирлы булдылар. Үҙ яйына донъя боло тупланды, ҡыҫҡаһы, тормоштары рәтләнде, көндән-көн түңәрәкләнә барҙы. Бер-бер артлы балалары тыуғас, йәшәйештәре тағы ла йәмләнгәндәй тойолдо.

Һин дә мин йәшәп ят та бит, мәгәр тормошта гел бөтәһе лә тигеҙ генә бармай шул:  бер нисә йылдан һәр яҡтан килгән, камил  тойолған Илһамдың алама вә ҡатыны өсөн бик тә әсендергес  ғәҙәте асыҡланды.  Баҡһаң,  ул эргә-тирәһендәге матур ҡатын-ҡыҙҙарға һис кенә лә битараф ҡала алмай икән... Йөрөмтәл булып сыҡты йәш ир. Ә бер күҙ ҡыҫһаң муйынға үҙҙәре һырылырға торған ҡатындар аҙмы ни? Тик шуныһы: район үҙәгендә бөтәһе лә бер-береһен белә – Илһамдың шуҡлыҡтарын хәҙер генә телгә элеп алдылар, Рәйләгә лә еткереүселәр табылды.

Йәш ине Рәйлә, ҡыҙыу ине: иренең сираттағы һөйәркәһе битенән асыҡтан-асыҡ көлгәс, бик ныҡ ғәрләнде, әсенде, оҙаҡ уйланды. “Балаларҙы талаш-тартыш менән йүнле итеп үҫтереп булмаҫ”,  –    тине лә, айырылышырға ҡарар итте. Әлбиттә, был хәл тиҙ генә тормошҡа ашманы: күпме күҙ йәштәрен түккәнен, нервылары ҡаҡшағанын үҙе генә белә. Үҫмер балалары ла ауыр кисерҙе был хәлде. Ҡыҫҡаһы, бер көн, Илһам әйберҙәрен йыйып өйҙән сығып китте, Рәйлә ике балаһы менән уртаҡ фатирҙарында тороп ҡалды. Тиҙҙән Илһамдың баяғы һөйәркәһе менән йәшәй башлауы тураһында хәбәр еткерҙеләр. Был йәш,  шаталаҡ ҡыҙҙы ипле, баҫалҡы Рәйлә менән сағыштырып булмай ине, әлбиттә.

Ғәйбәтселәр  ошо яңылыҡтарҙы  байтаҡ ваҡыт тәмләп-тәфсирләп һөйләне, шаштырып та ебәрҙе. Хәйер, халыҡ Илһамды ла, Рәйләне лә яҡшы белгес, асыҡ, ярҙамсыл кешеләр итеп белә ине.  Ир ҙур ғына ойошмала эшләһә, ҡатын район дауаханаһында гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген хәстәрләгән хөрмәтле гинеколог булып танылғайны.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, артабан тормоштарында артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәне: икеһе лә шул район үҙгендә йәшәүен, эшләүен  дауам итте. Тәүге йылдары, был хәлде, ниһайәт, нисек бар шулай ҡабул иткәс, асыу-ярһыуҙар баҫылғас, Илһам элекке ғаиләһенә хәл белергә лә инеп сыға башланы хатта. Әммә аҙ ғына юғалып торһа, яңы ҡатыны эҙләй башлай,  яу ҡуптара, ә Илһам элекке ҡатынынан бигерәк балалары өсөн көйә ине.

Әйтергә кәрәк, ул ысынлап та яҡшы атай булып сыҡты. Яңы ғаиләһендә бала тыуғас та, өлкәндәренә ярҙам итеүҙе туҡтатманы. Йәш ҡатыны был ынтылышын  янъял сығарып та,  илап та, өгөтләп тә кәметә алманы. “Аҡсаны мин эшләйем! Балалар ҙа минеке! Насар йәшәмәйһең, бөтә нәмәң бар! Шуға миңә аҡыл өйрәтмә”,  –   тип ныҡ торҙо. 

Рәйлә лә һыр бирмәҫкә, кешеләр алдында эсендәге утты күрһәтмәҫкә тырышты: ғорур һәм артыҡ ипле ине. Ирен һаман яратҡанын, кире ҡайтыр булһа, ғәфү итәсәген дә белә ине ул... Әммә иң ҡыйыны – иренең яңы ҡатыны ауырға ҡалғас, уны дауаханала белгес булараҡ ҡабул итеү булғандыр. Хәйер, Илһам ошо хәлде аңлап, уны йышыраҡ күрше ҡалаға йөрөтөргә тырышты, тик гел генә йыраҡтағы дауахана юлын тапап буламы? Ҡыҫҡаһы, яратҡан ире ҡосағында ятҡан, унан бәпәй көткән, башы тулы этлек булған рыя ҡатын бер нимә булмағандай Рәйләнең эш кабинетына килеп инһә, донъяның аҫты-өҫкә түңкәрелгәндәй тойола ине. Әммә эште башҡарырға кәрәк. Унан һуң, был хәлде белгән һәм тамаша көткән әсе телле ғәйбәтселәргә  ем биреп тора буламы һуң? Ә һөнәрен Рәйлә яҡшы белә ине.

Бына шулай тағы бер нисә йыл үтеп китте. Балалары үҫте, юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Һүҙендә торҙо Илһам –тәүге ғаиләһен ташламаны, ярҙамынан өҙмәне.  Тик ауыл өҫтөндә йәшереп булмай: икенсе ғаиләһендә тыныслыҡ табылманы, сөнки йәш ҡатынының хыялдары ҙур, булмышы дыуамал ине.  Бер яҡтан: “Ғүмерем ошо шыҡһыҙ район үҙәгендә үтергә тейешме? Әйҙә ҡалаға күсеп китәйек! Унда мөмкинлектәр күберәк”, – тип тылҡыһа, икенсе ваҡыт Илһамды элекке ғаиләһенән айырылырға теләмәйһең, шуға тормошобоҙҙо үҙгәртергә уйламайһың, тип битәрләне. Үҙе ише әхирәттәре менән кәйеф-сафа ҡорорға ла әүәҫләнеп алды.  Илһамдың яҡындары иһә, нисә йыл үтһә лә,  яңы киленде барыбер ихлас ҡабул итә алмауы, һаман ауыҙ һыуын ҡоротоп Рәйләне маҡтауы, уның менән аралашып тороуҙары ла сығарынан сығара ине түҙемһеҙ ҡатынды. Шулай, йөрөй торғас, ул үҙенә яңы ниәт тапты: йәнәһе, бында уны аңламағас, ҡәҙерләмәгәс, ул башын алып ситкә сығып китә, күп итеп аҡса эшләй, донъя күрә.  Һөҙөмтәлә, ул саҡта бик тә модаға инеп киткән Италияны һайланы, үҙе ише бер төркөм ҡатындар менән йыйынып сыҡты ла китте.

Саҡ мәктәпкә барған бәләкәй ҡыҙыҡай Илһам ҡарамағында ҡалды.  Күңеле төшөп, йәне көйөп, ярты йыл тирәһе аңҡы-тиңке йөрөнө ир. Бәләкәй ҡыҙсыҡты йәлләне, кеше күҙенә күренергә оялды. Эсергә әүәҫләнеп алды...

Был хәлдәрҙе ишетә-күрә йөрөй ине Рәйлә. “Шәп булып ғаиләһен ташлап сығып киткәйне лә, хәҙер ана үҙен ташлап сығып китте йәш бисәһе, тормош – ҡуласа шул”, – тип үҙҙәренсә үсәгән кешеләр ҙә табылды. Ә Рәйләгә һис тә рәхәт түгел ине, киреһенсә, нимәлер тынғылыҡ бирмәй ине уға. Әллә ирҙе йәлләй, әллә бер ғәйепһеҙ бала йәл? Ҡыҫҡаһы, бер көндө ҡыйыулығын йыйҙы ла, Илһамға шылтыратты: “Инеп сыҡ әле беҙгә. Ҡыҙыңды ла ал”, – тине.

Нимә һөйләшкәндәрҙер, нисек аңлашҡандарҙыр-килешкәндәрҙер, мәгәр бер ни тиклем ваҡыттан Илһам менән Рәйлә, иренең бәләкәй ҡыҙы бергә йәшәй башланы. Сит яҡҡа сығып олаҡҡан йәш ҡатын менән дә мәсьәләне хәл иткәндәрҙер күрәһең –  ул ҡайтып даулашып йөрөгәне ишетелмәне.

...Был хәлдәргә байтаҡ йылдар уҙған хәҙер. Илһам менән Рәйләнең балалары ғаилә ҡорған тиҙәр, ейәндәре лә барҙыр, моғайын. Улар иһә һаман шул район үҙәгендә йәшәй, эшләй, бәләкәс ҡыҙ ҙа күптән үҫеп буй еткән. Рәйлә менән Илһамдың тормоштағы оло һынауҙарҙы лайыҡлы үтә алғанына шик юҡ: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр улай булдыра алмай шул...

 

 

Гүзәлиә Балтабаева

Фото: https://unsplash.com/

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: