Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 21:30

Ауыл хәбәрҙәре

27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 79 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ошо дата айҡанлы ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Макар ауыл китапханаһында “Ленинград блокадаһы…” исемле патриотик тәрбиә сәғәте үткәрелде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға – Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң, уларҙың иғтибарына “900 көн” исемле видеояҙма тәҡдим ителде. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Блокада икмәге”н татып ҡараны.

 

Фото: https://vk.com/makarsdk

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас: