Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2023, 13:00

Үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти юғары категориялы табип-терапевт Светлана Собханғолова

Светлана Марат ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһы буйынса Петровский участка дауаханаһында терапевт булып эшләй. Беҙҙең районға ул күрше Салауат ҡалаһынан күсеп килгән.

Үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти юғары категориялы табип-терапевт Светлана Собханғолова
Үҙемде башҡа эштә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти юғары категориялы табип-терапевт Светлана Собханғолова

2003 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетын тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһы поликлиникаһында табип-терапевт булып башлай. Артабан эшен “Медсервис” йәмғиәтендә һәм медицина реабилитация үҙәгендә дауам итә.

- Атайым хәрби кеше, подполковник, әсәйем - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Мин бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Ауылда өләсәйемдәрҙә йәшәгәндә, аптечкамды ҡулыма алып ҡаҙҙарҙы, йорт хайуандарын баҫтырып йөрөп үҙемсә дауалай торғайным. Шулай уҡ кешеләрҙе дауалау, ярҙам итеү теләге ҙур ине, - ти ул.

Юғары категориялы табип Петровский участка дауаханаһына врач-терапевт талап ителеүен белеп, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашырға була. Тормош иптәше лә, балалары ла быға ыңғай ҡарай. Бына өс йылдан ашыу инде Светлана Собханғолова ауыл дауаханаһында халыҡты ҡабул итә.

Эшенә яуаплы ҡараған, тырыш табипты халыҡ та тиҙ арала үҙ итә. Эш көнө стационарҙағы пациенттарҙы ҡабул итеүҙән башланһа, артабан амбулатор ҡабул итеүҙәр менән дауам итә. Һуңынан ул ауылдар буйлап ауыр хәлдәге сирлеләргә юллана.

- Петровский ауылынан тыш тағы ла һигеҙ ауыл халҡын хеҙмәтләндерәбеҙ. Дөйөм алғанда был биш меңгә яҡын кеше. Минең менән бергә өлкән табип Тимерғәли Ғәйнетдинов, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй. Коллектив бик татыу. Мин үҙем генә көнөнә 30- 40-лап пациент ҡабул итәм. Приемный покойҙа дежурстволар алырға ла тура килә. Әйткәндәй, пандемия осоронда бер аҙ эш режимын үҙгәртеп, мәкерле сиргә ҡаршы көрәшеүселәр сафына баҫырға ла тура килде. Ишембай инфекция госпиталендә табип-терапевт булып эшләнем. Коронавирустың нимә икәнен бик яҡшы беләбеҙ. Терапевт – ул универсаль врач, шуға ла бөтә сирҙәргә ҡаршы
ла дауалау курсын яҙа. Ауылдарҙа башлыса өлкән кешеләр йәшәй. Сирлеләр араһында күпселекте гипертония, йөрәкҡан тамырҙары, онкологик сирҙәр тәшкил итә. Был һөнәрҙе һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Хеҙмәтемде бик яратам, бар күңелемде һалып эшләйем. Кешеләргә ярҙам итә алыуыма ҡыуанам. Иң мөһиме - һөҙөмтә. Башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә рәхәтлек бирә, эшкә көс-дәрт өҫтәй. Ауыл халҡы мине яратып ҡабул итте һәм бик рәхмәтлеләр, - ти Светлана Марат ҡыҙы.

Петровский дауалау бүлегендә стоматология, педиатрия, табипҡа тиклемге медицина ярҙамы, физиотерапия, прививкалар эшләү кабинеттары бар. Бөтә бүлмәләр ҙә заманса ҡорамалдар, компьютерҙар менән йыһазландырылған. Былар барыһы ла пациенттарға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Яңы йыл алдынан Светлана Марат ҡыҙы яңы торлаҡлы булды. Белгестең ғаиләһе өсөн был йорт биш ай эсендә генә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. Собханғоловтар йортта найм килешеүе буйынса йәшәйәсәк. Майҙаны 80 квадрат метрлыҡ өс бүлмәле өйҙөң йылы иҙәнле бәҙрәфе, ваннаһы ла бар. Хәҙер уның торлағы эш урынына күпкә яҡыныраҡ буласаҡ. Өй алдын яҙ көнө кәртәләп тә ҡуясаҡтар.

Светлана Марат ҡыҙы әйтеүенсә, районда йәш табиптарға эшләү һәм артабан үҫеү өсөн бөтә мөмкинлектәр һәм шарттар бар. Эшкә килгән белгестәрҙе район хакимиәтенән ваҡытлыса бушлай торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй. Шуға ла йәш белгестәр ауылдарға ҡайтырға ҡурҡмаһын ине. Дәүләт ярҙамы, программалар булғанда, бары тик теләк кенә кәрәк.

Сәләмәтлек – иң ҙур байлыҡ, тибеҙ. Әммә йыш ҡына ошо хаҡиҡәтте онотоп, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә ваҡыт бүлмәйбеҙ. Был йәһәттән Светлана Марат ҡыҙынан халыҡҡа еткерер кәңәштәрен дә ишетәһе килде.

- Һаулыҡҡа етди ҡарарға кәрәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, диспансерлаштырыу, профилактик тикшереү сараларында ҡатнашығыҙ. Йылына бер флюорографияға барырға онотмағыҙ. Даими рәүештә табипҡа күренеп, медицина тикшереүе үтеп торғанда, ауырыуҙы ваҡытында асыҡлап, алама эҙемтәләргә юл ҡуймау мөмкинлеге бермә-бер арта, - ти тәжрибәле табип.

 

Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: